Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Ноябрь 2021, 10:39

“Сябры” белорус мәҙәниәтен һаҡлай

ансамбль архивынан.ансамбль архивынан.
Фото:ансамбль архивынан.

Иглин районының Балтика ауылындағы күп функциялы клубта 1996 йылдан бирле “Сябры” белорус йыры ансамбле ижад итә. Наталья Тарасевич 24 йыл рәттән уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе булып эшләй.

1982 йылда Өфө сәнғәт учи­лищеһын тамамлағас, ул Иглин балалар музыка мәктәбенә эшкә ебәрелә. 1984 йылдан Балтика ауылында яңынан асылған музыка класын алып бара. Шунан бирле ауыл мәҙәниәт йортоноң ижади тормошонан айырылмай. “Сябры” клуб етәксеһе Александр Харитонов асҡан хор нигеҙендә барлыҡҡа килә лә инде.

2000 йылда коллектив “халыҡ ансамбле” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Йыр ансамблендә 10 кеше шөғөлләнә, уларҙың йәше – 35-тән алып 70-кә тиклем. “Сябры” вәкилдәре белорус фольклорын пропагандалауға һәм һаҡлауға ҙур өлөш индерә, “Жаураночкi” балалар вокаль ансамбле менән эшләй. Үҫеп килгән быуынды белорус халҡының борондан килгән йолалары менән таныштыра, уларҙы милли мәҙәниәткә ылыҡтыра.

Төрлө конкурс, фестивалдәрҙә яулаған бихисап маҡтау ҡағыҙҙары “халыҡ ансамбле” тигән исемдең бер ҙә юҡтан ғына бирелмәгәне хаҡында һөйләй. Бына инде 22 йыл тиерлек белорус йыры ансамбле тамашасы­ларҙы үҙ ижады менән һөйөндөрә. Ансамбль репертуарында белорус халыҡ йырҙары, күсеп килгән белорустарҙың, белорус компо­зиторҙарының йырҙары яңғы­рай. Күп йырҙы ансамбль етәксеһе үҙе эшкәрткән, улар профессиональ оҫталыҡ өлгөһө булып тора.

“Сябры” ижади ынтылышлы, ғәйәт талантлы Наталья Тарасевич етәкселегендә яңы ижади уңыштарға өлгәшеүен, үҙ милләте мәҙәниәтен һаҡлауын һәм үҫтереүен дауам итә. Коллективҡа артабан да уңыштар насип булһын.

 

Р. СУЛПАНОВА.

Читайте нас