Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Ноябрь 2021, 10:40

Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе

 Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала рус телендә нәшер ителгән “Башҡорт республикаһын төҙөү башында торған дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми мираҫы” китабының 1-се томы менән таныштырҙылар. Уникаль тип аталырға хаҡлы был баҫмала Әхмәҙулла Бейешев, Кәрим Иҙелғужин, Шәриф Манатов, Сәғит Мираҫ (үҙен шулай атай торған булған), Нуриәғзәм Таһировтың башҡорт халҡының тарихына, этнографияһына, Башҡортостанда революция осорона, Граждандар һуғышына арналған эштәре баҫылған. Күпселеге беренсе тапҡыр башҡортсаға транслитерланып, рус теленә тәржемә ителгән.

Сара барышында үткән быуаттың 20 – 30-сы йылдарында нәшерләнгән китап­тарҙы, журналдар күр­гәҙмәһен дә ҡарарға мөмкин булды. Уларҙа Башҡорт респуб­лика­һын төҙөү эше башында торған дәүләт эш­мә­кәрҙәренең ғилми эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан.

Китапты йәмә­ғәт­селек ҡарамағына тәҡ­дим итеү кисәһендә Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. “Был баҫманың донъя күреүе – бөтәбеҙ өсөн дә бик шатлыҡлы хәл”, – тине ул һәм проектты башлау тарихын һөйләне. Китап үткән ваҡиғаларға икенсе төрлө күҙлектән ҡарау мөмкинлеген дә бирә. Уникаль шәхестәрҙең башҡарған эштәре хаҡында замандаштарыбыҙ белергә тейеш, тип билдәләне вице-премьер.

Артабанғы томдарҙы әҙерләү өсөн Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалалары архивтарына экспедициялар планлаштырыла.

Сарала ҡатнашыусылар араһында республиканың Конституция суды рәйесе Зөфәр Йәнекәев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов булды. Улар тарихи тәжрибәне өйрәнеү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Беренсе том өҫтөндәге эш барышы хаҡында баҫманың яуаплы мөхәррире – тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зөһрә Сабирова бәйән итте.

– Китап өҫтөндә эшләү, сығанаҡтар эҙләй башла­ғандан баҫылып сыҡҡанына тиклем алты йыл дауам итте. Эш Башҡортостандың мәғариф наркомы Кәрим Иҙелғужиндың ғәрәп графикаһында яҙылып, “Башҡорт аймағы” журналында баҫылып сыҡҡан “Башҡорт автономияһын ойоштороу һәм совет яғына сығыу көндәре” исемле мәҡәләһенән башланды. Уны Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире Гөлнара Абдрафиҡова транслитерлап, археографик анализға тәҡдим итте, – тине ул.

Зөһрә Рәмил ҡыҙы әйтеүенсә, улар ғалимдарҙың К. Иҙелғужиндың бер генә китабына – “Башҡорт хәрәкәтенә  (1917-1918-1919 йылдарҙа)” таянғанына иғтибар итә. Оҙаҡ ваҡыт “ошо китаптан башҡа уның баҫылған хеҙмәттәре юҡ” тип иҫәпләнә.

– Әлеге мәҡәлә беҙҙе уның башҡа мәҡәләләрен, китаптарын, ҡулъяҙмаларын эҙләүгә этәрҙе, – тип фекерен дауам итте З. Сабирова. – Шулай итеп, бөгөнгә беҙ К. Иҙелғужиндың дүрт китабына һәм биш мәҡәләһенә юлыҡтыҡ.

Ғалимә китапҡа ингән башҡа эшмәкәрҙәрҙең хеҙмәттәренә лә туҡталды. Баҫма өҫтөндә эшләүҙең ҡатмарлылыҡтары, үҙенсәлектәре хаҡында ла һөйләне.

– Был эштәрҙең төплөлөгө шунда: улар хронологик тәртиптәге мәғлүмәттәрҙе биреүҙә (борондан алып СССР барлыҡҡа килгәнгә тиклем) бер-береһен тулыландырып килә, сәйәси, социаль, этнографик, иҡтисади пландағы дәлилдәргә бай, шуға ла 1920 йылдарҙағы Ватан тарихын күп аспекттар һәм тарихи осорҙар буйынса тулыландыра. Башҡортостан халҡы өсөн сығанаҡтарҙың тәржемәләре булыуы – мәҙәни мәғәнәгә эйә ваҡиға. Был ата-бабаларҙың үткәне тураһында киңерәк һәм тәрәнерәк белеү мөмкинлектәрен аса. Яңы сығанаҡтарҙы ғилми әйләнешкә индереү фәнде һәр саҡ байыта, – тип билдәләне ул.

Гөлнара Абдрафиҡова, Рәшит Аҡкөбәков, Әхәт Сәлихов, Рәмил Рәхимов, Азат Ярмуллин, Шамил Иҫәнғолов һәм башҡа авторҙар ҙа фекерҙәре менән уртаҡлашты, киләһе томдарға индереү мөһим тип һаналған мәлдәргә туҡталды.

“Башҡорт республикаһын төҙөү башында торған дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми мираҫы” китабының 1-се томы тарихсыларға, этнографтарға, телселәргә, уҡы­тыусыларға, музей хеҙмәткәрҙәренә, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәргә, студенттарға ғына түгел, ғөмүмән, республикабыҙ, тимәк, тотош илебеҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә ғәйәт ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр.

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас