Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Ноября 2021, 15:30

Күңеле матур ине

 Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы, мәғариф һәм матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхелислам Айсыуаҡовтың беҙҙең аранан китеүенә 40 көн тулды.

Ошо көндәрҙә Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы, мәғариф һәм матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхелислам Айсыуаҡовтың беҙҙең аранан китеүенә 40 көн тулды. Әле булһа уның яңғырауыҡлы көр тауышы менән телефондан шылтыратып: “Кәримә, минең Хәйбуллама барманыңмы әле? Ниндәй яңылыҡтары бар, райондың хәлдәре нисек?” - тип һорашыр кеүек...

Тормош һәм хеҙмәт биографияһы бик бай уның. Тәүге һөнәре – уҡытыусы. Хәйбулла, Баймаҡ райондарында завуч, мәктәп директоры булып эшләй. Шул йылдарҙа ул үҙен әүҙем хәбәрсе итеп таныта. Мәктәп тормошон яҡтыртҡан проблемалы мәҡәләләре республиканың матбуғат баҫмаларында донъя күрә.
Шәйхелислам Айсыуаҡовты 1981 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар. Ул тәүгеләрҙән булып Нефтекама ҡалаһында ойошторолған хәбәрселәр пунктын етәкләй, гәзит уҡыусыларҙы республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары тормошо, алдынғы нефтселәр, машина эшләүселәр менән таныштыра. Тәжрибәле журналист Сибай ҡалаһына эшкә күсерелгәс, ең һыҙғанып республиканың Көньяҡ Урал төбәге тормошон яҡтыртыуға тотона.

— Ҡәләм тирбәтеү, ижади эшкә студент саҡта тотондом, — тип хәтерләй Шәйхелислам Ғәҙелша улы. — Миңдебай Юлмөхәмәтов, Илдус Бүләковтар менән үҙ-ара ярышып, сәмләнешеп республика баҫмаларына яҙышабыҙ, матбуғат биттәрендә исем-фамилияларыбыҙҙы күреү беҙҙе геройҙар эҙләүгә, мәҡәләләр яҙыуға тағы ла илһамландырҙы.


Журналистикаға ул очерктары менән килеп инде тип әйтергә лә мөмкин, сөнки егеттең 1973 йылда уҡ “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Хәйбулла районы “Маҡар” совхозының алдынғы һауынсыһы Люба Сивоплясова хаҡында “Алда — яңы үрҙәр” исемле очеркы донъя күрә. Артабан Баймаҡ районы “Сибай” совхозы эшсеһе Заһретдин Ваһапов хаҡында “Юл башы” очеркы ла гәзит уҡыусыларының ғына түгел, күп кенә тәжрибәле журналистарҙың күңеленә хуш килә.

“Был авторҙың ҡәләме бар” тигән һүҙҙәр ул ваҡытта хәбәрсе өсөн иң юғары баһа була. 1973 йылда ҡәләме шаҡтай шымарған Шәйхелислам Ғәҙелша улын "Башҡортостан пионеры” гәзитенә өлкән әҙәби хеҙмәткәр итеп алалар. Бер йыл үтеүгә СССР Фәндәр академияһы Өфө филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына эшкә күсә. Бындағы хеҙмәтенең төп иҫтәлеге булып Шәйхелислам ағайҙың архивында күптән инде ҡағыҙҙары һарғайған, яҙылып бөтмәгән диссертацияһы һаҡлана ине.


“Республиканың ҡайһы ғына төбәгендә эшләһәм дә, маҡсатым хеҙмәтте һәм хеҙмәт кешеһен данлау булды”, — ти  торғайны матбуғат ветераны. Шуға күрә үҙе яҙған геройҙарының барыһын да иҫләй ине, күптәре хаҡында аҙаҡ минән һорашып хәлдәрен белешер йәиһә сәләмдәр ебәрә торғайны. Был үҙе үк журналистың кешелекле һәм кеселеклелеген, уларҙың яҙмышына битараф булмауын белдерә.

Райондар буйлап командировкаларҙа йөрөгәндә, "Айсыуаҡ ағайҙың хәле нисек? Сәләм әйтегеҙ!” тип йыш ҡына  уны иҫкә төшөрөп алыуҙары ла хәбәрсе ғүмеренең эҙһеҙ үтмәүен аңлата. Әлбиттә, уның һәр саҡ юлда, командировкаларҙа йыш булыуын, төндәр буйы уй-кисерештәрен ҡағыҙ биттәренә күсереүен аңлаған, хөрмәт иткән тормош иптәше булыуы — үҙе бәхет. Шәйхелислам Ғәҙелша улының ауыр саҡта таяныр кешеһе – ғүмерлек юлдашы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем иренең янында булды.

Һуңғы барғанымда Шәйхелислам ағайҙың шаяртып: “Хәҙер яҙыу-һыҙыуҙы Рәсимәгә тапшырҙым”, — тип әйтеүенең дә үҙ ғилләһе бар. Гәзит биттәрендә Рәсимә Фитрат ҡыҙының да тормош ваҡиғаларын сағылдырған фәһемле мәҡәләләре йыш баҫыла. Кем белә, бәлки Шәйхелислам ағайҙың яҙылып бөтмәгән әйберҙәрен дә ҡайтанна гәзит биттәрендә күрергә насип булыр әле.

Уның юлын дауам итеүсе булараҡ, йыш ҡына уның аҡыллы кәңәштәрен дә ишетергә тура килде, үҙ тәжрибәһе менән дә ихлас бүлеште. Һәр саҡ алсаҡ күңелле, йор һүҙле журналистың күңеле лә матур, үҙе лә кешелекле һәм кеселекле ине. Тап шундай булып күңелдә ҡалды ла... Тыныс йоҡлағыҙ, Шәйхелислам ағай!

Күңеле матур ине
Күңеле матур ине
Күңеле матур ине
Автор:Карима Усманова
Читайте нас