Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Ноябрь 2021, 10:00

Күренекле драматургты иҫкә алып

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына – 100 йыл

Күренекле драматургты иҫкә алыпКүренекле драматургты иҫкә алып
Күренекле драматургты иҫкә алып

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев (Николай Васильевич Асанбаев) 1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың хәҙерге Баҡалы районы Ахман ауылында тыуған.


Ил драматургияһын, милли драматургияны үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән әҙиптең әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына инә.
Драма оҫтаһының “Ҡанаттар нығынғанда”, “Ҡыҙыл паша” драмалары, “Беҙгә егеттәр килде”, “Кәләш әйттергәндә”, “Күктән төшкән бәхет”, “Һыу юлы”, “Киң урамдар тар ине” комедиялары, “Рәйсә”, “Фәйзи”, “Алтын бишек”, “Таң йондоҙо”, “Зәйтүнгөл”, “Көҙән башҡорто” пьесалары һәм башҡа бик күптәр тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелә.


Арҙаҡлы яҙыусының иҫтәлеген тыуған яғы – Баҡалы районында ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Тыуған ауылы Ахмандағы модель китапхана Нәжиб Асанбаев исемендәге әҙәби үҙәк булып тора. Ул драматург исемен йөрөткән музей менән берлектә эшләй.


Тыуған төйәгендә яҙыусы иҫтәлегенә бихисап ҡыҙыҡлы, мәғлүмәткә бай саралар ойошторолған. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илһам Ғималтдинов һөйләүенсә, мәктәптәрҙә уның тормошона, ижадына арналған викториналар үткән, иншалар яҙылған, мәҙәниәт учреждениеларында күргәҙмәләр ҡуйылған. Драматургтың әҫәрҙәренә нигеҙләнгән театр фестивале бара, унда район мәҙәниәт усаҡтары ҡатнаша. Социаль селтәрҙәрҙә "Нәжиб Асанбаевты уҡыйбыҙ", "Нәжиб Асанбаев менән фото" флешмобтары үтә. Акцияла район халҡы ғына түгел, Нәжиб Асанбаев ижадын яҡын иткән бар кеше лә ҡатнаша.


Бөгөн, Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығы көнөндә, баҡалылар урындағы телеканал аша легендар "Ҡыҙыл паша"ны ҡарай ала.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас