Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Ноябрь 2021, 11:59

Бәхил бул, башҡорт урманы йырсыһы!

90 йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ноғман Мусин арабыҙҙан китте. Был – башҡорт әҙәбиәте өсөн генә түгел, тотош башҡорт халҡы, республикабыҙ өсөн оло юғалтыу.

 Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Маҡар районы­ның (хәҙерге Ишембай районы) Ҡол­ғона ауылында тыуған. Ике генә йәшендә атайһыҙ ҡалып, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған буласаҡ яҙыусы бала саҡтан аң-белемгә ынтылышы менән айырыла. Иренең васыятын тотоп, әсәһе лә яңғыҙ улын уҡытыу өсөн бар тырышлығын һала. Ноғман Мусин тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1947 йылда Маҡар мәктәбендә урта белем ала, артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Студент йылдарында ул шиғырҙар ижад итә башлай, әҙәбиәткә ылыға.

1953 йылда әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Ноғман Сөләймән улы беҙҙең “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эш башлай, әммә артабан яҙмыш елдәре уны дүрт йылға тыуған ауылы Ҡолғона менән бәйләй – ул бында балалар уҡыта. Ошо осорҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1958 йылда Өфөгә килеп, “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, яуаплы секретарь була. 1962 йылдың башында Ноғман Мусин хеҙмәт юлын тағы “Совет Баш­ҡорт­останы” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булараҡ дауам итә.

Артабан ул башҡорт әҙәбиәтендә иҫ киткес оло фиҙакәрлек менән ижад иткән яҙыусы булып таныла. Беҙ уны тыуған төйәгенең ысын патриоты, илһөйәр улы булараҡ белдек һәм хөрмәт иттек. Тап уның ваҡытында әйтелгән һүҙ ярҙамы менән тыуып-үҫкән ауылы Ҡолғонала бихисап матур эштәр башҡарылды: һоҡланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты, юлдар рәтләнде. Үҙе иҫән саҡта уҡ тыуған төйәгендә үҙ исемен йөрөткән мәктәптең булыуы, йорт-музейының эшләп тороуы – һәр ижади шәхес өсөн оло мәртәбәлер ул.

Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтендә иң уҡымлылар иҫәбендә баһаланды һәм киләсәктә лә шулай дауам итер, тип ышанабыҙ. “Өҙәрем юл кешеләре”, “Төпкөлдән төшкән килен”, “Ер биҙәге”, “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Алдар батыр”, “Йыртҡыс тиреһе” һәм башҡа әҫәрҙәрен уҡып, бер нисә быуын тәрбиәләнде. Уның ижад емеш­тәре һутлы, яғымлы теле, халыҡсан­лығы менән күңелгә үтеп инә, кеше яҙмыштарын тәрән тойоп яҙылыуы һоҡландыра, тыуған төйәгебеҙҙең бөгөнгөһө һәм иртәгәһе хаҡында уҡыусы күҙенә тура ҡарап әйткән ҡыйыу һүҙҙәре уйландыра, ғәмләндерә һәм рухландыра. Улар бөгөнгөгә төбәп әйтелһә лә, киләсәктә лә үҙенең тәрбиәүи көсөн юғалтмаясаҡ.

Бәхил булығыҙ, Ноғман Сөләймән улы! Беҙ һеҙҙе башҡорт урманы йыр­сыһы, халҡыбыҙҙың илһөйәр улы, һәр ваҡыт үҙ асылына тоғро булып йәшә­гән һоҡланғыс шәхес булараҡ оло хөрмәт менән иҫләрбеҙ, һағынырбыҙ, юҡһынырбыҙ... Халыҡ яҙыусыһының туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ.

 

“Башҡортостан”дар.

Читайте нас