

Башҡортостандың йәш таланттары һынатмай: Илеш районынан баянсы Вадим Төхвәтуллин 10 йәшкә тиклемге төркөмдә баян-аккордеон конкурсында еңеүсе булды.
«Вадимдың уңышы — Башҡортостан баянсылары-аккордеонсыларының «Донъя трофейы»нда тәүге ҙур уңышы. Вадим 23.98 балл йыйҙы (бөтәһе 25 балл алырға мөмкин ине)», — тине Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Олег Мельников.
Конкурста яҡташыбыҙ менән бергә Ҡытайҙан, Рәсәйҙән һәм Украинанан 38 башҡарыусы ҡатнашты. Афарин, Вадим! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото: "Башинформ".