Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Ноябрь 2021, 12:10

Мәүлит

Ҡәләмдәшебеҙ Мәүлит Ямалетдиндең баҡый донъяға күсеүенә бер йыл да уҙып китте. Аҡҡан һыуҙай үтә ғүмер. Ағайҙың бигерәк тә халҡыбыҙ йырҙарының яҙмаһын тыңлаған саҡта өҙөлә үҙәк, шундай моң эйәһенең күкрәгенән сыҡҡан аһәң берсә уттарға, берсә һыуҙарға һала. Ә инде уның шиғырҙарын, робағиҙарын, проза әҫәрҙәрен, бөйөк “Ҡөрьән” китабына шиғри аңлатмаларын уҡығанда, айырата тулҡынланыу кисерәһең.

Мәүлит ағайҙың көндәлектәр яҙғаны ла билдәле булды. Бына һуңғы яҙмаларының береһенән өҙөк:

“Бөгөн Салауат Ғәлиәхмәтов тигән таныш булмаған берәү “Бәйләнештә” селтәрендәге “Яңылыҡтар таҫмаһы”­нан минең “Үтмәгән дә кеүек күп йылдар” исемле шиғырымды уҡып, ошондай шәхси хәбәр яҙып ебәргән: “Шиғырыңды уҡып, ихлас иланым, ағайыммы һин, энемме, оҙаҡ йәшә тип теләйем”.

Унан алда Ғәҙилә Бүләкова был шиғыр хаҡында үҙенең элекке шәкерте Ләйсән тигән ханымдың фекерен еткергәйне (Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы күп йылдар Сибай институтында уҡытты). Ләйсән был шиғырға комментарийында: “Мәүлит ағайҙың ошо шиғырын уҡығас, йөрәк “семм” итеп ҡалды”, – тигән. Ғәҙилә үҙенән дә өҫтәп ҡуйған: “Мәүлит ағайға меңдән-мең рәхмәт баҡыйлыҡҡа күскән әсәйҙәребеҙҙең мәңгелек яҡты рухын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөргән, улар рухына бағышлап тағы ла аят-доғалар уҡырға этәргән был шиғыры өсөн. Мең йәшә, шағир!”

Бынан тағы алдараҡ, 13 апрелдә “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ашҡаҙар” – моңло радио” төркөмөндә минең “Аттың ярты көсө – дағаһында, кешенеке – бала-сағаһында...” тип башланған дүрт юллыҡ шиғырҙы баҫтырғандар. Уға 369 кеше лайыҡ ҡуйған. Ә бит был шиғыр минең беренсе китабымда 1978 йылда баҫылып сыҡты, 42 йыл үткәс, ул көнүҙәк булып сыҡты, тип әйтеп буламы икән? Мин шулай алдан күргәнменме икән? Бик сәйер...

Уйлай китһәң, унан алдараҡ – 2019 йылда “Башҡорт” төркөмө минең “Тел” шиғырының “Туған телде күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡсы, ҡыҙҙар, егеттәр! Ҡарғалар күп, ә беҙ һирәкбеҙ тип, ҡарҡылдауға күсмәй бөркөттәр”, – тигән дүрт юлын диуарына ҡуйғайны. Ошо дүрт юллыҡ шиғырға 873 кеше лайыҡ ҡуйған. Урыҫса әйткәндә, абсолют рекорд! Тел проблемаһының ҡырҡыулашыуын 32 йыл элек һиҙгәнмен булып сыға түгелме?

2020 йыл, 21 июнь”.

Шағирҙың бер ҡайҙа ла баҫылмаған өр-яңы шиғырҙары ла ҡалған икән. Уларҙы ҡыҙы Зөбәржәт Ғәлишина баҫмаға әҙерләне.

 

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

Онотмағыҙ шуны: ул йырҙарҙа

Шат балалыҡ, данлы Ватан ине...

Йәш дуҫҡа

 

Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,

Рухыңа тат өҫтәйәсәк телдә күрәм;

Ниндәй генә ауыр көндәр тыуғанда ла

Үҙ балаһын үгәйһетмәҫ илдә күрәм.

Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,

Йән-тәнеңә ҡеүәт өҫтәр диндә күрәм;

Башҡорт торған һәр бер өйҙөң

тәҙрәһендә

Иман нуры балҡып торған көндә күрәм.

Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,

Һин тигәс тә, унар, йөҙәр меңдә күрәм.

Әгәр үрҙә әйткәндәргә ғәмһеҙ булһаң,

Тормошоңдо дөм-ҡараңғы төндә күрәм.

 

 

Шаңдау

 

Бәғзе берәү теле менән ҡуша

Динен һатҡан саҡта, көнөм, тип,

Илкәйем, тип илауланы күңел,

Телгеләнде йәнем, телем, тип.

Тыуған илем әгәр йәйә булһа,

Атам-әсәм теле – осҡор уҡ.

Янһыҙ уҡтан файҙа булмағандай,

Уҡһыҙ йәйәнән дә толҡа юҡ.

Әлмисаҡтан бында милләтемдең

Барыр ере, батыр күлдәре;

Урал таштарына һеңгән хатта

Башҡорт моңо, башҡорт телмәре.

Илкәйем, тип илаулаһа күңел,

Телгеләнһә йәнем, телем, тип,

Урал ҡаяһынан шаңдау килә:

“Илдән, телдән ҡалыу – үлем!..” – тип.

 

 

Виртуаль шиғыр

 

Айҡалғанда Ваҡыт тигән

Ҡәҙимге даръяларҙа,

Аңғармаҫтан килеп индек

Виртуаль донъяларға.

Барыһы виртуаль хәҙер –

Уйыбыҙ, хыялыбыҙ.

Әллә донъя һантый, әллә

Үҙебеҙ хыялыйбыҙ?

Ысын тормош тәҙрәһенә

Элеп ҡараңғы пәрҙә,

Йөҙөп сәйәхәт итәбеҙ               

Виртуаль киңлектәрҙә.

Ә унда көллөһө о,кей:

Бүре туҡ, һарыҡ теүәл.

Был уйҙырма донъяларҙа

Хатта дуҫтар виртуаль.

Ул ғынамы һуң?

Вәһемгә

Ҡоролған был донъяла

Виртуаль йәштәр үҙ-ара

Виртуаль ғашиҡ була.

Инһәң, сыҡҡы килмәй торған

Уйындары – әкәмәт.

Мәғлүмәт күп – бер ысынға

Ҡушылған йөҙ әкиәт.

Бына бер ролик: урыҫҡа

Туптан ата украин.

Был виртуаль уйындарҙың

Береһелер, моғайын.

Доллар үҫә, һум тәгәрәй...

Был да ысын түгелдер –

Әлеге шул, кемдер уйлап

Сығарған бер уйындыр.

Һум тәгәрәй, хаҡтар үҫә...

Шул булдымы шаярыу?

Уйын тигәс тә, унда ла

Сама белеүең арыу...

Их, был уйҙырма донъяла

Йәшәүҙәре күңелле! –

Ултыраһың, айыҡ көйө

Бер иҫерек шикелле.

Ҡыҫылыш юҡ Тормош тигән

Ҡәҙимге даръяларҙа –

Ҡыуанып йөрөп ятабыҙ

Виртуаль донъяларҙа...

 

 *  *  *

 

Август һуңы.

Сентябрҙең башы.

Йән тулыҡһый ошо миҙгел етһә;

Гүйә, мине мәктәп тупһаһында

Мин уҡытҡан уҡыусылар көтә.

Ишетәмен саф ҡыңғырау сыңын...

Был бит Белем көнө!

Хәҙер – дәрес!..

Күңел елкенеүен көскә тыйып,

Мин класҡа инәм – йәш мөдәрис...

Ай-һай, ғүмер! –

Үтте-китте барҙы,

Тотторманы хатта ҡойроғон да.

“Өн булдымы, әллә төшмө?” – тигән

Уй ҡалдырҙы үҙе тураһында.

Мин уҡытып киткән мәктәптәрҙә

Белем алған малайҙар һәм ҡыҙҙар,

Иҫегеҙҙә һеҙҙең ҡалды микән

Дәрестәрҙә мин өйрәткән йырҙар?

Ә мин хәтерләйем.

Ул йырҙарҙа

Шат балалыҡ, данлы Ватан ине;

Көйҙәренең рухы күтәренке,

Моңдарының төҫө аҡтан ине.

И, ҡәҙерле ҡыҙҙар, малайҙар!

Һеҙ

Ер шарының ҡайһы нөктәһендә?

Мин ҡартайҙым.

Һеҙҙе лә был тормош

Йөрөтмәгәндер гел елкәһендә.

Ғүмер үткән һайын йәш ваҡыттар

Иҫкә төшә.

Тынғыһыҙлай уйҙар:

Тормош көткән саҡта һеҙгә юлдаш

Булды микән мин өйрәткән йырҙар?

И, балалар!

Инде мәңге кире

Бороп булмаһа ла бөгөнгөнө,

Онотмағыҙ шуны: ул йырҙарҙа

Шат балалыҡ, данлы Ватан ине...

 

 

Доға ҡылдым

 

(Үҙ-үҙемә әйтелгән һүҙ)

 

Заманында йәшәнең һин уйнап,

Был ғүмерҙе мәңгелек, тип уйлап,

Донъя – фани, тиһә, йөҙөң сирып,

Дөрөҫлөктән башың ситкә бороп.

Йыл артынан йылдар үтте һеүләп,

Торманылар һис тә һинән һорап.

Улар, һинең ҡеүәтеңде һурып,

Ҡыу таяҡҡа китте таяндырып.

Инде хәҙер йөрөйһөң һин ҡаръяп,

Аяныслы хәл-әхүәлгә тарып –

Берәй ергә килмәк булһаң барып,

Урыныңдан тормаҫ борон арып.

Тәнтерәкләп атлауыңдан һынап,

Уйлайҙарҙыр, эскәндер, тип шарап.

Эйе, шулайтырһың!

Эсмәй ҡарап,

Был тормошҡа булмай әле ярап.

Эй, елдертә беҙҙе, тулҡын ярып,

Ике атамалы бер үк карап:

Бер исеме – “Ҡартлыҡ”, береһе– “Харап”.

Ғүмеремдең ҡиссаларын барлап,

Киләсәкте хәйерлегә юрап,

Доға ҡылдым, сабырлыҡтар һорап.

 

 

Үтмәгән дә кеүек күп йылдар

 

Әсәй әйтте бер көн: “Еләк бешкән,

Ат күҙендәй булып, эреләр.

Тиреп, һатһаҡ, аҙ-маҙ аҡса булыр,

Еләк яраталар мәрйәләр.

Әйҙә, улым.

Ике биҙрә алам,

Айран яҙып алам һыуһынға.

Кей фуражка, оҙон еңле күлдәк –

Серәкәй төшә торған быуынға...”

Тау итәге – ҡылған араһында

Түшәлеп тә ятҡан еләклек!

Алғыш әйтә әсәй: “Уй, алай ҙа

Тейелмәгән ергә эләктек!..

Ун биш саҡрым ара атлағандан

Аяҡ төшөп ҡалмаҫ, моғайын;

Таңдан сыҡһам, баҙар асылыуға

Барып етермен, тип уйлайым...”

Тал ҡалаға* илткән ҡырсын юлдан,

Йоҡоларын артҡа күсереп,

Нисә тапҡыр әсәй үтте икән,

Бер көйәнтә еләк күтәреп?

Иртәгәһен: “Тағы төш етте!” – тип

Сәләм биргәс ҡояш һауанан,

Арып-талып, әммә көндәй балҡып,

Әсәй ҡайтып инде ҡаланан.

Бер биҙрәһе – төрлө кәрәк-яраҡ,

Икенсеһе тулы күстәнәс:

Ҡағыҙ уралмаған йомро кәнфит,

Бөтнөк яҡҡан прәник, аҡ ҡалас.

Ашъяулыҡта – баҙар күстәнәсе,

Урындыҡта йырлай самауыр.

Күктә ҡояш, янда – атай-әсәй,

Донъялар ҙа түгел болғауыр.

...Урындыҡ юҡ хәҙер.

Самауырҙар

Йырлау түгел, хатта шыжламай.

Күп кешеләр утыҙ саҡрым түгел,

Өс саҡрымлыҡ юлға сыҙамай.

Һин дә юҡһың, әсәй.

Мин ауылда.

Үтмәгән дә кеүек күп йылдар:

Нисә ҡараһаң да, шул уҡ тауҙар,

Шау-шыу итә шул уҡ ҡайындар.

Иҫмәгән дә кеүек хәтһеҙ елдәр,

Аҡмаған да кеүек күп һыуҙар.

Элеккесә һаман ашҡыныуҙар,

Ауылым тип, ил тип яныуҙар.

Тауҙар итәгендә еләк бешкән –

Ат күҙендәй булып, эреләр.

Бына-бына еләк апкилә тип,

Көтә төҫлө һине мәрйәләр.

*Тал ҡала – Верхнеурал.

 

 

Йәйге буран

 

Йәй уртаһы.

Иртә таңдан алып

Ҡоторона буран.

Шомло шаулап,

Ҡат-ҡат башын сайҡай

Яҡындағы урман.

Нимәнелер аңлатырға теләп,

Үрһәләнә буран.

Күккә оса сүп-сар – ҡый-ғыпырҙан

Таҙарына урам.

Нимәгәлер ҡаты нәфрәтләнеп,

Ойоҡһота буран.

Юлындағы көсө еткән шәйҙе

Итә пыран-заран.

Кемдәрҙеңдер ҡылығына әрнеп,

Өҙгөләнә буран.

Үҙе генә белгән шартлы телдә

Һала төҫлө оран.

Көн кисләне.

Иртә таңдан алып

Ҡоторона буран.

Әллә ниндәй үҙгәрештәр көтөп,

Көйһөҙләнеп торам.

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН

Читайте нас