

Йырлы Йылтырғаным! “Тауышыңды әллә нисә йылғасыҡтар, бәләкәй йылғалар араһынан айыра беләһеңме?” тиһәләр, һис шикһеҙ, шул бихисап гөрөлдәктәр араһынан һинекен эҙләп табыр инем… Һәм табам да!
Бәлки, минең шикелле арғы яҡ менән бирге яҡты бергә бәйләгән күпер аша йөрөгән ауылдаштарым таный белер. Ошо күпергә яҡынлашҡан һайын, һәр саҡ үҙеңә генә хас булған сихри сылтырау бер мөғжизәле моң кеүек тә ул. Был илаһи тауыш, ысынлап та, йырлай, үҙенә арбай, ниндәйҙер серҙәр һаҡлай…
Күгәрсен районында тыуып үҫкән ауылым Бикесемде, тәпәй баҫҡан Буранбай, боронғо Буранбайҙы бер ҡушып бәйләгән йылға бит һин! Буръяҡ ҡына һыулы булһаң да, бигерәк уңғанһың, Йылтырғаным! Беҙ бәләкәй саҡтарҙа тауышың да көрөрәк, ағышың да йылдамыраҡ ине лә бит, хәҙер иңе йүгереп, һикереп, аша атлап ҡына йөрөрлөк булып бараһың! Һинең ошо хәлгә ҡалыуыңа кемдәр генә ғәйепле һуң, йылғам?..
Ә бит һинең ауыл халҡын балығың менән туйҙырып, тәрән ерҙәренә һалабаш һалыр өсөн йүкә ағастарын ҡуйыныңа алған саҡтарың да бар ине. Мал-тыуарҙың һыу эсеп, ҡаҙ-өйрәктәрҙең кинәнеп йөҙгән мәлдәре – ниндәй матур күренеш! Ә инде ҙурыраҡ, олораҡ, киңерәк һыулы Наҡаҫыбыҙға ҡушылғас, һин тағы ла ирәбеләнеп китәһең, тағы көслө йырыңды һуҙаһың төҫлө. Яҙ булдымы, һине кисеп, аяҡ-ҡулдарын көсөкләтмәй ҡалған бер генә бала ла ҡалмағандыр, моғайын. Ҡышын туңып ҡалған саҡтарыңда боҙоңда шыуып, мәке уйып йөрөгән малай-шалайҙы ла ярата инең, үҙ итәһең, бер ҙә ватылмайһың, йырың кеүек ныҡлы кеүек тойолаһың. Бесән-һалам һөйрәткән саҡта күпер аҫтына күпме малыбыҙға ризыҡ һала ине, ә һин бер генә лә ауырһынмай боҙ ҡатламы аша ошо тормош тип, донъя йөгөн индәренә алып барған бәләкәй генә сос ҡыҙыңды ла үҙ иттең бит әле!
Ә ул ҡыҙсыҡ – мин, һиңә ғашиҡ хыялый бер ҡыҙ бала… Боҙ ҡатыш туңған һаламды, көс еткеһеҙ йөктө бәләкәй санаға һөйрәп, һыуланып ҡар менән уҡмашҡан бейәләйҙәрен сисә-сисә, алмаш-тилмәш ҡулдарын өрөп йылытып, арып, халыҡ телендә яратып, “Өс балта” тип аталған өс ай эргәһенән бирешмәҫкә тырышҡан ҡыҙың инем…
Ҡыш булһа, һинең яҙғы ташҡын-сараға сәләм биргән ярһыулы ағышыңды, йәйен хисле-моңло йырыңды көтә инем, йырлы Йылтырған! Һинең туғайыңда үҫкән хазинаны һөйләп тә бөтөрлөк түгел инде… Иртә яҙҙан – балтырғаны, ҡаҡыһы, көҙөн бөрлөгәне, хатта әле мин ябай ауыл балаһы таный белмәгән бәшмәге… Һиңә, һинең йырыңа башын эйеп, рәхмәт әйткән бөҙрә талдар, ергенәмә берегеп, ерегеп үҫкән ерек ағастары… Мөһабәт кәүҙәле, ҡосһаң, ҡолас етмәҫлек тирәктәрем!..
Хәҙер инде мин дә, олоғайыу ғәләмәте менән, һинең моңло йырыңа ҡушылып иларға, тип бала саҡта әллә нисә ҡат тапаған юлдарымдан атлайым. Көләс йөҙлө туғандарымды – Рәшит абзыйымды, Ғилмиямал еңгәмде эҙләйем, Сәмиғулла ағай менән Алмабикә еңгәйҙе, Әсҡәпъямал апайҙарҙы юҡһынам. Һәр береһе оло бер күңел йылыһын һиңә еткерә торғандыр, йылғам-серҙәшем.
Кис уйынға барғанда ла, ҡайтҡанда ла һин, беҙҙе ҡаршы алып, ай яҡтыһында ҡайтҡан саҡтарҙа фатихаң менән оҙата бараһың… Ҡайһы ваҡыт туфли, итектәребеҙҙе лә төшөп, йыуып алабыҙ, сөнки йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергебеҙ килмәй. Һин беҙгә һис кенә лә асыуланмайһың, аръяҡ ҡыҙҙарын матур итеп күрәһең килә…
Төрлө саҡтар булғандыр инде, Йылтырғаным! Мөхәббәткә сәсәп, күңелдәре тулышып, йөрәктәре тетрәгәндәр ҙә һиндә туҡтала ине, серҙәрен сисеп, күҙ йәштәрен дә йыуып китәләр, күңел түрҙәрендә һөйөү һүҙе ишеткән тилерткес минуттарын да иҫкә ала торғандарҙыр… Шулай бит, серҙәш-йылғабыҙ!
Ә һин тыйнаҡ ҡына, үҙ тауышың менән һәр беребеҙҙе күҙәтеп, күңелеңдә булған ауыр юшҡындарҙы юйырға тырышып, мөмкин тиклем һуйыр таштар, йылғасыҡтар араһынан сыҡҡан саф инештәрең менән күҙәнәктәреңде асырға тырышаһың, яныңда булған һәр бер серҙәш улыңдың, ҡыҙыңдың ҡайғы-хәсрәтен, шатлыҡтарын уртаҡлашаһың, үҙ ағышына һалып, ағыҙып ебәрәһең…
Рәхмәт һиңә, йылғабыҙ! Яуға киткән ауылдаштарыбыҙҙы ла, һалдат булып ил һағына баҫҡандарҙың да уй-эштәренә шаһитһың! Сит тарафтарға юлға сыҡҡан, атай йортон ҡалдырып, яңы тормош ҡорған ҡыҙҙарыңды ла оҙатаһың, ошо ауылыбыҙға ҡот-бәрәкәт өҫтәргә ашҡынған йәш килендәреңде лә ҡаршылайһың, ваҡыт үтеү менән һине һағынып ҡайтырлыҡ итеп әсир итәһең! Уҡыуға барған, әсә телендә һөйләшеп, мәктәпкә ашҡынған киләсәк быуын да һинең күҙ алдында үҫә. Оло һуҡмаҡҡа, яңы тормошҡа аяҡ баҫҡанда ла уға изге юл теләйһең! Тамырҙары ергә береккән оло быуын ауылдаштарым: ил – инәләре, ил ағалары, һинең мул һыулы булып ағыуыңды, ҡыуандырып, яҙҙар еткәндә шашып ташыуыңды күреү өсөн зар-интизар булған, яу яландарында ятып ҡалған олатайҙарыбыҙҙың, бабайҙарыбыҙҙың һағыштарын үҙ моңоңа һалғанһың бит, Йылтырғаным!
Бикесемдең йөҙөк ҡашы булдың, булырһың, рухлы, хисле, моңло йылғам. Йөрәк ауазымды донъя көткән һәр ауылдашыма еткергем килә, һаҡлайыҡсы йылғабыҙҙы! Бер-беребеҙгә ташлаған ауыр һүҙҙәр кеүек, сүп-сар өймәйек, таҙартайыҡ! Йырлы Йылтырғаныбыҙ, тағы ла тауышын асып, беҙгә рәхмәт әйтеп, ашҡынып-ашҡынып, алға йүгерер! Йәшәсе, йылғабыҙ! Һинең тынмаҫ моңоң беҙгә тағы ла кәрәк әле, тыуыр быуындар ҙа һинең йырыңа кинәнеп йәшәһен!
Тауҙар теҙмәһенә һөйөнгәндә,
Талдар ҡуйынына һыйынған.
Йылтырғаным, сихри
тауышҡынаң
Мәңге китмәҫ минең күңелемдән,
Мәңге китмәҫ ауылым күңеленән!
Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.