

14 ноябрҙә "Тамға"ның йомғаҡлау туры үтәсәк. Унда милли кейем оҫталары үҙ эштәрен биш номинацияла - "Башҡорттарҙың милли кейеме – реконструкция", "Заманса автор костюмы", "Балалар кейеме", "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре", "Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары" - тәҡдим итәсәк. Сараны Республика халыҡ ижады үҙәгенең ютуб-каналында (https://youtube.com/c/РЦНТРБ) тура трансляцияла ҡарарға мөмкин. Ул көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
"Тамға"ның баһалама комиссияһында Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы директоры, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратова; Рәсәйҙең Дизайнерҙар, ЮНЕСКО-ның Рәссамдар союздары ағзаһы, милли кейемдең юғары модаһы буйынса "Этно Эрато" Евразия конкурсында Гран-при алған Александр Кирдякин; тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты Археология һәм этнография музейы этнография бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода; "Ағиҙел" башҡорт художестволы кәсептәре" предприятиеһы етәксеһе Гүзәл Кәримова; Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, проекттың координаторы Гөлгөнә Баймырҙина; "Мәргән уҡсы" ойошмаһы етәксеһе, былтыр үткән I "Тамға"ла Гран-при яулаған Юлай Ғәлиуллин; республика Милли музейы этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, рәссам Сәлимә Усманова; Өфө художество-гуманитар колледжында ювелир эше һөнәре буйынса уҡытыусы Миңлегөл Дәүләтова эшләй.
Онлайн тәртиптә баһалама комиссияһы эшенә Польшанан рәссам-иллюстраторсы, реконструкциялаусы, "Любизар" 1-се Башҡорт атлы полкы" клубы ағзаһы Азат Ҡужин; Германиянан реконструкторлаусы, эшҡыуар, шулай уҡ "Любизар" клубы ағзаһы Ирек Байышев; Үзбәкстандан милли кейем дизайнеры Гөлнара Ембергенованың ҡушылыуы көтөлә.
Быйыл конкурс сентябрь башында башланды. 1–2 ноябрҙә онлайн һайлап алыу туры уҙҙы. Жюри ике көн дауамында 200-ләп ҡатнашыусының эштәрен ҡараны. Конкурсанттар Италиянан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Башҡортостандан ине.
Билдәле булыуынса, тәүге "Тамға" конкурсы былтыр уҙғарылды. Проект традицион милли кейемдең уникаллегенә, этник үҙенсәлектәренә, заманса мода менән ҡатнашлыҡтағы төрлөлөгөнә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Ойоштороусылары – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Милли китапхана.
Сығанаҡ: Республика халыҡ ижады үҙәге сайты.