

11 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Алтын битлек” фестиваленә ярашлы Өфөлә тәүге тамаша ҡуйылды.
Программа Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Музыкаль театрҙың заманса хореография кисәһе менән башланды. Тамашасылар өс ғәжәйеп балет менән танышты, улар төрлө ваҡытта Рәсәйҙең иң юғары театр наградаһын – “Алтын битлек”те алғайны: Акрам Хандың “Kaash”, Иржи Килиандың “Бәләкәй үлем” һәм Охад Нахариндың “Минус 16” әҫәрҙәре.
“Алтын битлек” Өфөлә тәүге тапҡыр үткәрелһә лә, фестивалде беҙҙең баш ҡала менән тығыҙ ижади бәйләнештәр берләштерә. “Башҡорт опера һәм балет театры күп йылдар инде “Алтын битлек”тең иғтибарын йәлеп итә ине: улар номинанттар ҙа, лауреаттар ҙа булды, – ти сараның президенты Игорь Костолевский. – Быйыл да театрҙың “Vita Nuova” постановкаһы фестивалдең алты номинацияһында ҡатнаша". Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Музыкаль театрҙың художество етәксеһе Лоран Илер әйткәненсә, сараны асҡан спектаклдәр бөгөнгө хореографтарҙың ижадына ҡараш ташлата. “Рәсәйҙә бай тарихлы һәм йолалы театрҙар күп, уларҙа беҙ ҙур классик спектаклдәрҙе ҡарай алабыҙ. Заманса балетты күрһәтә алыу ҙа ҡыуандыра”, – ти ул.
Фестиваль Башҡорт дәүләт опера һәм балет сәхнәһендә 17, 18 ноябрҙә “П.Н. Фоменко оҫтаханаһы” театрының “Йәйге төндә күргән төш” спектаклен тәҡдим итә. Ул йөҙәрләгән тамашасының һөйөүен яулаған да инде.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53379