

Красноярск ҡалаһында XV Халыҡ-ара "Мисс Азия-Себер -2021" матурлыҡ һәм талант конкурсы үтте. Башҡортостан данын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Өфө дәүләт педагогия институтынан 21 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова яҡланы. Бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, башҡорт һылыуы 1-се вице "Мисс Азия-Себер-2021" титулына лайыҡ булды.
Мәртәбәле бәйгелә Тыва, Яҡут, Татарстан, Хакасия, Алтай, Монголия, Бүрәт һәм Башҡортостан республикаларынын конкурсантар ҡатнаша. Улар туған һәм рус телендә үҙҙәре менән таныштырып, тыуған яҡтары һәм бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары тураһында һөйләгән. Милли костюмда ижади номер менән сығыш яһаған, шулай уҡ һәр гүзәлкәй үҙҙәренең милли кейемдәрендә һәм киске күлдәктәрҙә дефиле үткән.
Афарин, Илүзә!
Фото: "Башинформ"