Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Ноябрь 2021, 05:00

Йырсы егеттәр ниңә бергә йыйылған?

Улар бик яуаплы ла, ҡыҙыҡлы ла, маҡтауға лайыҡ яңы башланғысты тормошҡа ашырмаҡсы...

Йырсы егеттәр ниңә бергә йыйылған?Йырсы егеттәр ниңә бергә йыйылған?
Йырсы егеттәр ниңә бергә йыйылған?

Был фотола башҡорт йыр сәнғәтендә исемдәрен танытып өлгөргән егеттәрҙе – Хәсән Усмановты, Сәйет Билаловты, Марсель Ҡотоевты һәм Ян Лираны күрәһегеҙ. Улар нимә хаҡында әңгәмә ҡора тиһегеҙме? Йырсы егеттәр яңы башланғысты тормошҡа ашырмаҡсы.

“Хөрмәтле йыр-моң һөйөүсе дуҫтар! Бөгөн иҫтәлекле ваҡиға булды. Башҡорт сәнғәтендә композиторҙар, яҙыусылар, ҡурайсылар союздары бар, әммә йырсылар союзы юҡ, шуға күрә беҙ йырсылар союзын барлыҡҡа килтерергә булдыҡ. Был союзда башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалау, башҡорт эстрада йырҙарын яңы кимәлгә күтәреү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ хәйриә концерттары ла буласаҡ”, - тип хәбәр ителә яңы барлыҡҡа килгән Башҡортостан йырсылар союзының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә.

Егеттәр үҙҙәре белдереүенсә, был идея менән тәү башлап йырсы Сәйет Билалов сыҡҡан, дуҫтары уны күтәреп алған. Әле тәүге аҙымдарын яһап торған берләшмәгә – Башҡортостан йырсылар союзына уңыштар, аҡ юл, халҡыбыҙ һәм сәнғәтебеҙ мәнфәғәтендә матур эштәр теләйек.

Фото: “Бәйләнештә”ге “Башҡортостан йырсылар союзы” төркөмөнән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас