

Баш ҡалабыҙҙа "Рус йыры" VIII асыҡ фестивале үтте. Уны "Башҡортостан рустары соборы" төбәк ижтимағи ойошмаһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо.
Сараның төп маҡсаты – рус халыҡ традицияларын сағылдырған үҙенсәлекле халыҡ художество ижадын тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү.
Йылдағыса, фестивалгә рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр һәм профессиональ ижади коллективтар, йыр, бейеү, вокал, фольклор ансамблдәре, хор коллективтары, солистар саҡырылды.
Сара йылдан-йыл үҙенең географияһын киңәйтә. 2021 йылда ойоштороу комитетына төрлө райондарҙан 500 кешене туплаған 80 коллективтан заявка килгән.
Халыҡ оҫталары һәм декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһендә физик һәм юридик шәхестәр, һөнәрселәр, ижади берләшмәләр ҡатнашты. Бында ағастан һырлап эшләнгән, үҫемлектәрҙән үрелгән әйберҙәр, сигелгән, һуғылған ҡул эштәре, нәфис керамика өлгөләре һәм башҡалар тәҡдим ителде.
Рус халыҡ традицияларын сағылдырған бай концерт программаһы ла һис кемде битараф ҡалдырманы. Вера Прыжанкова режиссерлығында ойошторолған гала-концертта республиканың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаны.
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.