

Сибай ҡаалһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, талантлы музыкант - баянсы, һәүәҫкәр композитор Юлай Моратовтың хәтер кисәһе һәм шәхес исемендәге III асыҡ ҡала һәүәҫкәр композиторҙар конкурсының гала-концерты үтте.
Быйыл унда Мәскәүҙән, Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан 20-нән ашыу композитор ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе йыраҡтан һәм оло быуын вәкилдәре булғас, пандемия сәбәпле, гала-концертҡа килә алманы. Уларҙың бүләктәре, дипломдары тапшырыласаҡ.
Конкурсанттарҙы баһалаған жюри ағзалары: рәйес, республиканың Композиторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессионал композитор Айрат Ғайсин; Өфө "Нур" татар драма театрының музыка бүлеге мөдире, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Юлай Үҙәнбаев; Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры музыка бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Яхин; Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.
Шулай итеп, конкурстың еңеүселәре билдәләнде:
1-се урында - Әбйәлил районынан Вәғиз Сабитов һәм Салауат районынан Альбина Ғәйфуллина;
2-се урында - Сибайҙан Гүзәл Баянова, ошо уҡ ҡаланан Мәмдүҙә Илбаҡова, Өфөнән Флёра Шәрипова;
3-сө урын - Учалынан Элиза Ғәлимова, ошо уҡ ҡаланан Марсель Нәжметдинов, Мәскәүҙән Әлфиә Әһиева, Ҡырмыҫҡалы районынан Динә Молҡаманова.
Конкурстың дипломанттары Моратовтар ғаиләһе исеменән дәртләндереү призына лайыҡ булды: Алик Кайранов, Фәнил Яманаев, Сания Мортазина, Динә Аҡназарова, Насип Һаҡмаров, Венера Баймырҙина, Ильяс Аллаяров. Сибай башҡорттары ҡоролтайының махсус призына Нәсимә Ғайсина, Сибай сәнғәт колледжының махсус призына Рәйес Ханнанов, Сибай педагогия колледжының махсус призына Илдар Хәмиҙуллин, Сибай гимназия-интернатының махсус призына Урал Ғатауллин лайыҡ булды.
Фото һәм сығанаҡ: Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы сайты.