Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ноябрь 2021, 08:00

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА

Күбәләктәр менән китәм... Хикәйә

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВАГөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА
Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА

...Мин ҡайҙа әле ул? Ҡайһылай ҡыҫыҡ...  

Һауа етмәй! Юҡ, былай булмай, бынан нисек тә сығырға кәрәк. Ыһһһ! Шыуышып ҡарайым әле. Ҡалай рәхәт булып китте.  Мин сыҡтыммы әллә? Мин иректә, ахыры. Ниһайәт, иркенлек!

Туҡта! Ә  бында кем ята? Бәй, ул миңә оҡшап тора! Текләберәк ҡарайым әле: мин дә инде! Хәҙер икәү булдыммы ни?! Мөғжизә! Был нисек була инде?

Ә ниңә ярты битем ҡаплаулы, ауыҙымда, танауымда әллә ниндәй шлангтар? Был аҡ халатлылар ни эшләп тора? Врачтармы әллә? Ана, бер йәш ҡыҙ беләгемә ниҙер ҡаҙаны. Йүгерешә башланылар.

– Эййй, мин бит бында! Ишетәһегеҙме?! Миңә ҡарағыҙ әле! Мин өҫтән һеҙгә ҡарап торам бит.

Аппараттарҙы һүндерҙеләр, ситкәрәк алдылар. Врачтар сығып китте.

– Ни эшләп мине ташланығыҙ?

Туҡтаманылар. Һы. Ҡолаҡ та һалманылар. Бөтәһе лә мине ҡалдырҙысы. Яңғыҙыма ҡурҡыныс. Өшөтөп китте. Ҡалтырата. Әле мин ни эшләп торам, йөрөп киләйемме икән? Ә ҡайҙа барам?

– Эй-й-й, ишекте асығыҙ, мин дә сығам!

Ҡысҡырам, ҡысҡырам, бер кем дә килмәйсе! Ҡана, әле нисек торам һуң? Бәй-бәй, оса беләм икән дәбаһа!

Әллә ҡайҙан алыҫтан яҡты нур килә. Йылы. Шунда барғым килә. Стена аша үтәнән-үтә осоп сыҡтым да киттем. Ҡыҙыыыҡ! Элек төштә генә оса инем, ҡалай йәтеш икән. Фантастика! Ә үҙе рәхәәәт!

Ирем, балаларым юғалтҡандыр инде, осоп ҡына эргәләренә барайым әле.

Ана бит, ирем машинала баҡсаға китеп бара. Эргәһенә килеп ултырҙым, иғтибар ҙа итмәй. Бигерәк ҡыҙыҡ кеше лә инде, миңә ҡарамай ҙа, елдерә генә. Телефоны шылтыраны. Алды. Төҫө боҙолдо. Машинаһын ҡапыл туҡтатты.

– Ипләп, саҡ башымды бәрмәнең дәбаһа!

Ауыр итеп тын алды. Башын рулгә һалды. Күҙҙәре йомоҡ. Көрһөнөп ҡуйҙы.

Машинаһын урынында килеш зыр әйләндереп, кирегә борҙо. Ҡалаға ашыға.

– Нишләйһең?! Шумахер булдыңмы әллә?

Өндәшмәй. Ҡара янып сыҡты.

– Ярар, һөйләшмәһәң һөйләшмәйһең инде, ҡыҙҙарым янына осайым.

– Әсәйем янына дауаханаға барайым, – тип ҡыҙым тауыҡ һурпаһы бешереп йөрөй. Маладис та инде, асыҡҡайным шул.

Йөрәкте өшөтөп, ҡапыл телефон шылтыраны, аш сүмесе ҡулынан төшөп китте.

- Юҡ! Булмаҫ!

Илай башланы.

Сәстәренән һыйпайым, тик, ни эшләптер, миңә хатта боролоп та ҡарамайсы.

– Мин өйҙә бит, ҡыҙым. Еҫенә лә туйҙым инде, ашағандай булдым. Рәхмәт, балам!

– Ниңә улай ярһып илайһың?! Нимә булды? Ҡысҡырма улай! Баланың ҡотон осораһың бит!

– Эй, ейәнсәремде, бәләкәс кенәмде, иҙрәп йоҡлап ята бит әле ул! Ҡана, одеялыңды рәтләп ябайым әле.

Ниңә береһенең дә кәйефе юҡ? Килеп тороп илашаларсы...

Туғандарҙы ла күптәнән күргән юҡ ине, барып етәйем әле. Ҡыҙыҡ! Былай осоуы еңел икән, тиҙ арала әллә күпме ер үтәһең. Рәхәт!

Һеңлемдең дә күҙҙәре ҡыҙарып бөткән.

– Ай, туғаным, йөрәгең уҫаҡ япрағындай дерелдәп тора. Сеү, тыныслан, йоҡла, йоҡла! Ҡулдарыңдан тотоп бер аҙ яныңда ултырып торайымсы.

Тағы осам. Төнгө тын һауа. Иркенлек. Күктә йондоҙҙар ниндәй! Ҡала, ауылдарҙа уттар балҡып яна.

 (Дауамын иртәгә сайтта ошо ваҡытта уҡығыҙ).

Фото: www.pinterest.ru.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас