

Баҫҡыстан күтәрелә башлағанда уҡ өсөнсө ҡаттағы дәррәү көлөү ҡолағыма салынды. Яҡынайған һайын был ауаздар көсәйә барып, төрлө тауыштар айырым-асыҡ ишетелде. Аяғымды саҡ һөйрәп менеп килһәм дә, ирекһеҙҙән йылмаям. Унда, аш бүлмәһендә, бик тә күңелле икәнлеген белгәндән, кемдең ҡатындарҙы улай көлдөргәнен дә аңлағандан күңелем күтәрелә. Раузахал! Кем булһын башҡа? Ул ғына шулай ҡыҙыҡтары менән тәү күргән кешене лә, илап торған әҙәмде лә көлдөрә, көлдөрөү генә түгел һынын ҡатыра ала.
Аш бүлмәһе тәңгәленән үтешләй башымды һоноп эскә һүҙ ырғытып үтәм:
— Осоп китмәгеҙ!
Сәсәп көлөшкән ҡатын-ҡыҙ “ин” тип миңә ҡул иҙәй, үҙҙәре һаман быуылышып хахылдай.
— А-ай, Роза!
— Үлтерәһең инде! Ну, Роза!
Уртала балаунигын күтәреп кемделер эләкләп күрһәтеп йөрөгән Раузахал, мине күреп, артымдан коридорға уҡ йүгереп сыға:
— Апа, эшеңде бөт тә миңә ин! Бер нәмә бешерәм.
Боролоп баш һелкәм. Көләм, сөнки артабанғы һөйләгәндәрен аңламайым. Ул иһә мине аңлай тип уйлай, хәбәрен русса башлай ҙа, үҙенсәгә күсә лә китә. Бары бармаҡ остарын үбеп-ялап күрһәткәненән генә бик тәмле аҙыҡ бешереүен төшөнәм.
Мәскәү аҫтындағы был ҡалала командировкаламын. Ике айлыҡ сәфәремдең ике аҙнаһы ла үтмәгән әле, ә шундай арытҡан. Хәрби архивта ултырам көндәр буйы, ижадҡа кәрәкле мәғлүмәттәр эҙләйем, яҙмалар алып барам. Ҡыҫҡаһы, былары уҡыусым өсөн артыҡ ҡыҙыҡ булмаған күңелһеҙ генә мәғлүмәт ул. Бары аңлайышлы булһын өсөн генә әйтәм.
Йәшәп тороуға урынды эргәләге ятаҡтан бирҙеләр. Элекке, ябылған бер завод торлағы икән. Шуны ҡунаҡхана кеүегерәк итеп үҙгәрткәндәр ҙә, артыҡ ҡиммәт булмаған хаҡҡа йәшәүселәр ҡабул итәләр. Минең иһә һайлау мөмкинлегем юҡ, хөкүмәт кешеһе, ниндәй мөйөш бирәләр, шуға риза булдым.
Шау-шыулы булып сыҡты йәшәгән ерем. Бында эш эҙләп килгән йәки эшләп йөрөгән халыҡ, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ күп булып сыҡты. Аҫта ашхана булһа ла, күптәр дөйөм аш бүлмәһендә үҙҙәре бешеренеп ашауҙы хуп күрә. Шул арала танышып-һөйләшеп тә китәләрҙер. Һәр хәлдә, барыһы ла бер-береһен белә, бер ауыл кешеләреләй булып ҡайнашып йөрөп ята. Мәрйә төҫөндәге һарылы-аҡлы ҡыҙ-ҡырҡын ятаҡ алдында теҙелешеп ултырып тәмәке көйрәтә, буйлы халат-ыштандағы үзбәк ҡатындары туҡтауһыҙ йыуып-йышыу менән мәшғүл, минең кеүек тәүлегенә бер генә күренеп ҡала торған “командировочник”тар ҙа танылып тора.
Душта йыуынып алып, сәс киптерергә ултырғайным ғына, ишек асылып китте лә, Раузахалдың сөм-ҡара сәсле башы килеп тә инде.
— Туҡ-туҡ! Мин шаҡыным, һин ишетмәнең!
Тертләп боролоп ҡарауыма яуабы ла әҙер. Фен менән дыжылдап ултырып ишетмәгәнемде әйтә инде. Шуҡ йылмайып тора, уртала ҡушылған ҡыйғас ҡаштарын һикертеп-һикертеп ебәрә әле. Йәнәһе, ғәйебе юҡ, ә былай минең тәртиптәремде белә. Ишек шаҡып инергә саҡ өйрәтеп алдым үҙен. Юғиһә, шаҡымай-нитмәй аса ла ебәрә ине башта.
— Әйҙә, минең барыһы ла әҙер.
Шулай башлай ҙа артабан тағы үҙенсә теҙә.
— Раузахал, ҡарале... Ашханаға ғына төшөргә ине.
— Ниңә? – бар кисерештәрен йөҙ-битендә уйнатҡан йоморо ҡатын, кәүҙәһенә килешеп торған тулы беләкле ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп ебәреп, ризаһыҙлығын белдерә.
— Ураған һайын һиндә ҡунаҡ булып йөрөү килешмәҫ...
— Ниндәй ҡунаҡ, ти? Ҡунаҡты беләһеңме нисек саҡырам мин?
Тағы ла шау хис-тойғонан торған оҙон телмәр теҙелә, улай ғына ла түгел, был ҡатын мине терһәгемдән тотоп, ишек яғына этәреп ебәреүгә лә аптырамай. Ҡыҫҡаһы, Раузахал килеп ингән икән, ул һине үҙе теләгәнсә эшләтмәй ҡуймай. Быны инде тамам төшөнгән мин, кибеп етмәгән сәсемде йомарлап беркетәм дә саҡырыусының артынан эйәрәм.
Шыр ғына ла шәрбәт итеп нимәләрҙер бешергән. Хатта ҡулға тотоп ашауы ауыр, балы бармаҡтар буйлап ағып төшә. Буяла-буяла ике киҫәген ашап, үҙемсә яһап сәй эсәм. Раузахалдың сәйе тоҙло. Ул үҙ сәйен шөрпөлдәтеп, бешергән тәғәмен һоғоноп ҡына ултыра. Үлтереп ҡыҫтай килеп:
— Аша! Ҡап әле тағы бер киҫәк, - тип ҡулындағын һона. Алырға итһәм, баш сайҡай, һоғондормаҡсы. Уй, шулайтып аптырата бит ул!
— Етте, башҡаса булмай.
— Ҡатын кеше тәмлене күп ашай. Унан үҙе лә тулы ғына, йомшаҡ ҡына була. Ҡатын бер урындыҡ булһын ул, һөйөп туйғыһыҙ булһын, тиҙәр беҙҙә, - тип һамаҡлай. Минең ябыҡ, бәләкәс булыуымды шелтәләп ултырыуы инде. Йәнәһе, мин тәм-том ашамағандан шулай.
Шулайтып “ғарҡ” иткәнсе һыйлап ташлай Раузахал. Минең уйламағанда табышып, яҡынайышып киткән әхирәтем. Тажикстандан килгән төркмән ҡыҙы. Бөгәренә төшөп торған толомло, һинд әртистәренеке кеүек томора ҙур күҙле, оҙон керпекле, ҡыйғас ҡашлы. Был ҡаш һәм күҙҙәрҙе күргәндән, уларға бер күтәрелеп ҡарағандан һуң, артабан, биттең бер аҙ яҫыраҡ булыуы ла, танауҙың йоморораҡ икәнлеге лә, хатта ҡатындың үҙенең дә ярайһы киңлеген күрмәйәсәкһең. Һимеҙ түгел ул, биле лә уйһыулы, янбаш-осалары уйпатлы, түштәре ҡалҡыу, әммә былар барыһы ла уңған ҡамырҙан әүәләп яһалған кеүек йомшаҡ һәм мул. Ә инде күҙ-ҡашы, бая әйткәнсә, ҡара ла онотолоп тор.
Бында килеп йәшәй башлап, коридорҙан телефонымдан башҡортса һөйләшеп килһәм, әлеге сибәр ҡатын осрап, артымдан боролоп-боролоп ҡарап ҡалды. Унан икенсе көн һүҙ ҙә ҡушты:
— Һеҙ кем ул? Ҡайҙан килдегеҙ?
Был шау-шыулы, бер үҙе лә ҡайнап, тауышланып, аш бүлмәһендә лә, йыуыныу бүлмәһендә лә йырлап йөрөгән ҡатынды мин дә аңғарғайным инде. Үҙенә лә һәр береһе хәбәр ҡуша, барыһы менән дә һөйләшә, нимәлер әйтеп көлдөрә, ҡушылып шарҡылдарға ла аптырамай.
— Башҡортостандан.
— Ә милләтегеҙ?
— Башҡорт.
Ҡатын башын ҡырын һалып уйланған булды ла:
— Белмәйем ундай милләтте, ә үҙем һөйләшкәнегеҙҙе аңлайым, - тине.
Мин дә яурындарымды ғына һикерттем дә китеп барҙым. Тик кискә ҡайтып инеүем булды, артымдан мине гөрөп ишек асылып та китте. Теге ҡатын икән. Арҡама ишек бәрелеүҙән дә, туҡылдатыуһыҙ-ниһеҙ улай килеп инеүенән дә аптырап киттем.
— Аб-ба! Туҡылдаталар башта.
— Һин мосолман бит?
“Һин”ен йотоп ебәрҙем шулай ҙа.
— Әлбиттә.
— Күрше-тирәм гел тәреләр, ялҡып киттем, - минең бүлмәне байҡап һауыт-һаба юҡлығын аңғарҙы ла өҫтәне, - әйҙә, миндә сәй эсәйек.
Артабан минең баш тартыуымды, был ҡатындан ҡотолорға теләп сәбәләнеүемде яҙып та тормайым, сөнки ун минуттан Раузахал мине елтерәтеп алып ҡайтып та киткәйне инде. Шулай башланды беҙҙең дуҫлыҡ.
Уның эш сменаһы һәм минең буш булыуым тура килгәндә, беҙ өс-дүрт көнгә бер кистәрен бергә үткәрҙек һәм бер-беребеҙҙең тормош юлын, яҙмышын тыңлап, һөйләшеп, серләшеп кинәндек. Раузахалды ун дүрт йәшендә ун һигеҙ йәшлек иренә йәрәшкәндәр икән дә, ун алты йәше тулыуға иренең ғаиләһе уға ҡалым түләп, күсереп алған. Ике-өс йылдан йәмәғәте Рәсәйгә эшкә сығып киткән. Бер нисә йылға бер ҡайтып киткән генә осрашыуҙарынан бер ҡыҙ һәм өс малай тапҡан. Үҙ еренең башҡа күп ҡатындары кеүек йәшәп ятыр ине лә, һуңғы биш-алты йылда ире бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Ирен көткән-көткән дә эҙләп сыҡҡан. Тәбиғәте менән ҡыйыу һәм үткен бит ул. Ярай балаларын ҡарарға ата-инәһе, ҡайны-ҡәйнәһе бар икән. Килеп тапҡан ирен. Уныһының бында ғаиләһе, йәш ҡатыны, ике балаһы бар икән. Раузахалға ҡайтып китергә ҡушҡан. Тик был, үтә ғәрләнеп һәм саяланып, тороп ҡалған, ошонан бүлмә алған, баҙарға йәшелсә һатыуға урынлашҡан. Ҡала ҡатыны булып йәшәп ятыуына өс ай икән.
Уйлап ҡарағанда, был тупһыҙыраҡ баҙарсы бисә менән уртаҡ тел табыу ҙа булмаҫ хәл һымаҡ. Әммә уның ниндәйҙер эскерһеҙ берҡатлылығы, яһалма булмаған хис-тойғолары, эсендәгеһен тышҡа сығара һалып барыуы, туралығы һәм тағы ла бихисап ҡыҙыҡ ҡылыҡтары арбай, әүрәтә ине. Үҙе лә миңә тартыла, ваҡытың бармы-юҡмы тип тормай, ҡайтҡанымды күрһә, килә лә инә. Инә лә, ашатырға теләй икән – ашата, һөйләштерергә теләй икән – һөйләштерә, көлдөрөргә теләһә – ҡолағансы көлдөрә. Уға ҡаршы торорлоҡ түгел.
(Аҙағын иртәгә уҡырһығыҙ).
Фото: Яндекс.Дзен.