Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ноября 2021, 04:38

Яңыртылған клуб ишеген асты

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус пандемияһы сәбәпле, клубты асыу тантанаһы әлегә кисектерелде.

Мәҙәниәт йорто – һәр ауылдың йөҙөн билдәләгән усаҡ. Мәҙәни тормошо бай булған биләмәләрҙә кешеләрҙең төрлө боҙоҡлоҡ менән булышырға ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай.

Силәбе өлкәһе менән Башҡорт­остан сигендә урынлашҡан Урал бәләкәй ауылдарҙан һанала, бөгөн унда йөҙгә яҡын кеше көн күрә. Йәй айҙарында тыуған йорттарына ҡайтып ял итеүселәр байтаҡ. Ауыл халҡы йыр-бейеүгә маһирлыҡтары менән айырылып тора, әммә быға тиклем клубтарының авария хә­лендә булыуы иркенләп байрам саралары, концерттар ойошто­рорға форсат бирмәй. Уңайлыҡтар булмағас, бүтән төбәктән артис­тарҙы йәлеп итеү, театр тамашаларын ҡуйыу ҙа ҡыйынға төшә.

Ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән бинаның түбәһенән яҙын-көҙөн һыу тамсылап ыҙалата, тәҙрәләр, стеналар, иҙәндәр иҫкерә, утын яғып йылытыу ҙа әллә ни һөҙөмтә бирмәй – ҡышын бинаның эсе бик һыуыҡ була.

– Урал ауылына килен булып төшөүемә 33 йыл, шуға күрә мәҙә­ниәт усағының тарихын яҡшы беләм. Клуб 1970 йылда һалынған тип теркәлһә лә, уның бураһы икен­се яҡтан килтерелеп, “Коммунар” колхозы эшселәре көсө ме­нән бер нисә йыл алдараҡ ҡорола. 1977 йылға тиклем бинаны тимер мейес ярҙамында ғына йылыталар, һуңынан торбалар үткә­релә. Был осорҙа клуб мөдире тигән вазифа булмау сәбәпле, бинаны ҡарап тороусы кешеләр генә билдәләнә. Мәҫәлән, Солтановтар ғаиләһе. Ильинка яҡтарынан киномеханик Сәфәрғәли Әхмәт­йә­новты йылы хәтирәләр менән иҫкә ала ауылыбыҙ халҡы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужаһыҙ булғанғамылыр, клубыбыҙ ике тапҡыр янғынды ла кисерҙе. Күмәк көс менән генә ут һүндерелде, – тип белгәндәрен уртаҡлашты клуб мөдире Лилиә Шәрәфетдинова.

Лилиә Ғатуф ҡыҙын 2016 йылда ошо вазифаға тәғәйенләйҙәр. Учреждение мөдире мәҙәни тормошто ни тиклем генә йәнләндерергә тырышмаһын, уңайлы шарттар булмағас, эшләүе ауыр була.

Йыл башында берҙән-бер социаль объектты һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында ауыл халҡы муниципаль район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Уралдарҙың үтенесе ҡәнәғәт­ләндерелә – ошо көндәрҙә капиталь ремонттан һуң яңыртылған ауыл клубы файҙаланыуға тапшырылды.

– Мәҙәниәт усағында ремонт эштәре “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Аныҡ эштәр” программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырылды. Ошо маҡсатҡа 1 миллион 204 мең һум аҡса йүнәлтелде. Апрель айында тендер уҙғарылып, подрядсы ойошма билдәләнде. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ремонт ваҡы­ты бер аҙға кисектерелһә лә, “Урал-энерго” йәмғиәте бурыстарына яуаплы ҡарап, эштәрҙе сифатлы итеп башҡарҙы, – ти Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Сафиуллина.

Яңыртылған мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. Бинаның ҡы­йығы, тышҡы яғы заманса көплән­гән, тимер ҡойма менән уратып алынған. Стена, түшәм, иҙәндәр яңыртылған. Евротәҙрәләрҙә ҡояш нурҙары уйнай. Әйткәндәй, өҫтәмә ике тәҙрә ҡуйылғас, тамаша залы яҡтырып киткән кеүек. Яңы шаршауҙар эленеп ремонтланғас, сәхнә лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ҡеүәтле яҡтыртҡыстар, йыһаз ҡуйылғас, майҙаны шул уҡ ҡалһа ла, клуб эсе иркенәйеп ҡалғандай.

Бынан тыш, мәҙәни усаҡ 350 мең һум аҡсаға хәҙерге заман ап­паратураһы менән тәьмин ителгән. Ултырғыстар, шкафтар, өҫтәлдәр, сәхнә шаршауы һатып алынған.

Артистарға ла сығыш яһар алдынан әҙерләнеү, ял итеү өсөн шарттар тыуҙырылған – стенаға ҙур көҙгөләр эленгән, айырым мөйөш йыһазландырылған.

Әммә иң ҡыуаныслыһы шул: Урал ауылы халҡы инде клубта өшөп-ҡалтырап ултырмаясаҡ – бина электр уты менән йылытыла. Бының өсөн бәләкәй генә ҡаҙанлыҡ та булдырылған.

– Клубтың тиҙҙән асыласағына бөтә ауыл халҡы шатлана. Панде­мияға тиклем ҡатын-ҡыҙ өсөн “Тәмлетамаҡ” түңәрәге эшләй торғайны, балаларҙың ҡыҙыҡһы­ныуын иҫәпкә алып та төрлө саралар ойоштора инек. Әле оло йәштәге апайҙар “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йыйылырға план ҡора. Донъялар ғына имен булып, был зәхмәте үтеп китһен инде.

Үтенесебеҙҙе ишетеп, проблеманы хәл иткән республика, район етәкселегенә, төҙөүселәргә бары­һы исеменән дә ҙур рәхмәт, – тип шатлығын йәшермәне яңыртылған клуб мөдире.

Киләсәккә ынтылып заманса йәшәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫ­терергә, рухын нығытырға бу­лыш­лыҡ иткән мәҙәниәт усағының бик күп изге башланғыстарға нигеҙ һалырына шик юҡ.

Читайте нас