Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ноябрь 2021, 09:45

Юғалған мәсет аҡсаһы табыла

Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында бер йәшник аҡсаны һунар эте соҡоп сығара...

Юғалған мәсет аҡсаһы табылаЮғалған мәсет аҡсаһы табыла
Юғалған мәсет аҡсаһы табыла

Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы - бик тарихи урындарҙың береһе. Бәрәкәтле был ерҙә донъяға билдәле Рәмиевтәр, күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи үҙенең данлы эҙен ҡалдырған, Пенза губернаһы дворяндар нәҫеленән булған Чанышевтар - Ҡәһәрмән, уның улы Миҙхәт, ейәндәре Садиҡ, Әҙһәм төбәк мәғрифәтен, республика сәнәғәтен үҫтереүҙә үҙ өлөштәрен индергән. Шағир Шәйехзада Бабич та бында йыш булған, шағир-сәсәндең ялҡынлы һүҙҙәре Юлыҡ ауылы халҡын башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылырға өндәгән. Һәм ғүмеренең һуңғы төнөн Шәйехзада Бабич дуҫы Абдулла Әҙһәмовтың йортонда үткәреп, аҙаҡ Кананикольск яғына барғанда ҡулға алына һәм Йылайырҙа үлтерелә.

Бында һәр һуҡмаҡ, һәр таш, һәр йорт тарих һаҡлай, шанлы һәм данлы йылдарҙың тере шаһиты. Мәктәп музейында бик боронғо ҡиммәтле ҡомартҡылар һаҡлана. Шуларҙың береһе - ҡасандыр йәшерелеп, табылған тимер йәшниктәге мәсет аҡсалары. Был хаҡта Юлыҡ ауылы ҡыҙы Әлфиә Йомағужина түбәндәгеләрҙе һөйләне. 

- Әтейемнең дәү әтейе - мәхәллә муллаһы Саҙретдин Мөхәмәтйәров мәсет аҡсаһын коммунистарға эләкмәһен тип йәшерә. Был хаҡта килене Хәбибъямал әбей менән Шәрәф бабайҙың ҡатыны Миңлекәй әбейгә әйтеп ҡалдыра. Тормош рәтләнгәс, мәсет өсөн файҙаланырға ҡуша. Унда бабайҙың үз ҡулы менән яҙған запискаһы ла була. Мәсет хаҡы хәләл, шуға харамға китмәһен, бәндәләр гонаһҡа батмаһын өсөн йәшерә.

Был хәл 1933 йылдың йәйендә була. Саҙри муллаға 90 йәш була. Улы Миңлебай бөтә малын, техникаһын колхозға бирә, быны бабай оҡшатмай. Малын биргәс, ауылдан ҡыуылмай, кулак исемен күтәреп, бер һыйыры менән яңғыҙ донъя көтә. Биш балаһы булғас һәм ҡарт атаһын төрмәгә ебәрмәҫ өсөн ул шул юлды һайлай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Миңлебай бабай тыуыр балаһын да күрмәй һуғышҡа китә. Польшаны азат иткәндә батырҙарса һәләк була. Туғандар ҡәберлегендә исеме ҡала. Әбейебеҙ Хәбибъямал биш балаһын яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра. Бик бөтмөр, эшлекле булыуы тураһында халыҡ әле лә һөйләй. Колхоз эшенән тыш, кешенең өйөн йыуа, түбә таҡталарын гәрәбәләй итеп ҡыра белгәнгә, уны шул эшкә саҡыралар. 1969 йылда әтейем ҡарамағында вафат була. Был һандыҡты 90-сы йылдарҙа һунар эте соҡоп сығара. Хәҙер Юлыҡ музейында һаҡлана, - тип һөйләне Әлфиә Фәрит ҡыҙы.

Бәлки, һеҙҙең музейҙарҙа ла ғаилә тарихын сағылдырған ҡомартҡылар барҙыр. Уларҙың тарихын, фотоһын беҙҙең гәзит уҡыусылар менән дә таныштыра алаһығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас