

– Ә ниңә иң бәләкәй һеңлем балконында һыҡтап тора?! Кил миңә, тубырсығым, йомшаҡ йылы ел булып ҡосаҡлайым, арҡаңдан бер наҙлап ҡына яратайым! Илама, туғаным, илама, иртәгә бит яңы көн тыуа.
Һыҙылып ҡына таң ата. Ҡояш ҡалҡа. Иртәнге сафлыҡ. Ә мин осам!
Йә Раббым, беҙҙең донъя шулай киң, матур икән! Ниндәй хозурлыҡ!
Ай, үҙемдең һеңлекәштәр, егәрлеләр ҙә инде! Бына бит, быныһы таң һарыһынан бәрәңге күмеп йөрөй. Ҡулына ҡул эйәрмәй. Ҡояш ҡыҙҙырғансы эшен тамамлайым, тип тырышыуылыр инде.
– Туғаным, исмаһам, күккә бер ҡараш ташла әле. Әсәйем, мәрхүм, кеше үлгәс тә өс көнлөк эше ҡала, тиер ине. Бер аҙ ғына тын алсы... Ҡара инде! Бынау төйлөгән менән ҡушарлап һинең баҡса өҫтөнән инде өсөнсөгә яйлап ҡына әйләнәм. Аҫҡараҡ төшәйем әле.
– Апай! Һинме?! – тәпкеһенә таянып, ҡатып ҡалды. Шаңҡыны.
-– Ай Алла, әллә ҡурҡҡыттым инде! Мин һине шундай һағынғайным шул. Бар, һыу эсеп ал! Йөрәгең урынынан ҡупмаһын.
– Йыһандарға ос, апай!
Ҡул болғаны. Ә мин ары осам.
Урман-тауҙар, йылға-күлдәр аша осам. Икһеҙ-сикһеҙ иркенлек. Ҡайҙа ҡарама – йәшеллек, аллы-гөллө сәскәләр. Иҫ киткес гүзәллек!
– Йә-сиин.. Үәл-Ҡуръәәнил-хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин. Ғәләә сыйраатыим-мүстәҡиим. Тәңзиләл ғәзиизи-рраахиим...
Ҡайҙан килә был шундай яҡын моңло тауыш? Тирә-яҡты байҡайым. Тыуған өйҙән, атай нигеҙенән сыға икән был ғәзиз көй.
Бына тыуған урамымда баҫып торам. Тышта бөгөн иҫ киткес ғәжәп күренеш: урамыбыҙ, беҙ яратҡансы, төрлө күбәләктәр менән тулған. Торғаны бер мөғжизә!
– Эй, туғаным, һөрт күҙ йәштәреңде! Мин шул тиклем сәхрәлә йөрөп ятам бит. Әйҙә, сыҡ һин дә. Ҡара әле, күбәләктәр тигәнем – ете быуын мәрхүм булған ҡартатай-өләсәйҙәр, әбей-бабайҙар икән, әсәйем менән атайым да йылмайышып тәҙрә янында баҫып тора. Мине күреүгә барыһы ла инде шатлана, инде шатлана! Әле береһе, әле икенсеһе килеп ҡосаҡлап яратып китә. Йылмаялар.
– Ҡыҙыбыҙ ҡайтҡан, оло ҡыҙыбыҙ ҡайтҡан! Ҡаршы алығыҙ! Апайығыҙ беҙҙең янға килде бит!
Йүгереп йөрөп урамға табын ҡора башланылар. Ә ҡустымдар шарҡылдашып көлөп, тотош уйнай.
– Апай, әйҙә, ҡушыл! Үҙебеҙҙең ғәзиз урамыбыҙ кинәнгәнсе уйнап ҡалайыҡ. Тота алмайһың, тота алмайһың! Ҡыуып ет, апай!
– Ай, шилмалар, өйәңкене уратып тик йөрөйһөгөҙ бит! Йә, етеп торор инде, арыныҡ. Әйҙәгеҙ, бынау яратҡан күтәрмәбеҙгә килеп ултырып, күләгәлә ял итеп алайыҡ әле.
“Дөп-дөп-дөп!” Сабыр бул, туғаным, йөрәгең атылырҙай булып тибә. Түшеңә ҡулымды ҡуйып, еңеллек бирәйем, аяҡтарың һыҙламаһын, ыуыштырып алайым.
- Көнө буйы бар туғандарҙы күреп, осрашып, бергә булыу шундай рәхәт! Мин уларҙан ҡалмайым инде, бергә осам... Күбәләктәр менән китәм...
Туғандарым, ғәзиз балаларым,
Һеҙҙе тағы бер күрһәң ине.
Тыуған ауылым, атай нигеҙе,
Һеҙгә тағы бер ҡайтһаң ине...
– Йәсиин.. Үәл-Ҡурьәәнил-хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин. Ғәләә сыйраатыим-мүстәҡиим. Тәңзиләл ғәзиизи-рраахиим...
Ҡанға һеңгән доғаны көн дә яратып тыңлайым. Күңелгә рәхәт булып китә. Өйөм нурлана, яҡтыра, киңәйә...
Фото: wallpapers.99px.