

* * *
Архивтан күсереп алып ҡайтҡан иҫке гәзит күсермәләренә, бер кискә генә теләнселәп алған китаптарыма күҙ йүгертә лә баш сайҡай:
— Мөғәллимә апа.
Мин көләм:
— Түгел.
— Кем улайһа?
— Кем тип әйтәйем икән? Китап яҙам мин...
— Һы... – ҡатын өҫтәлдәге ҡалын ғына китапты ҡулына ала, — ошондаймы ни?
— Әллә инде, нисек килеп сығыр. Бәлки, ошондайыраҡ та булыр.
Күҙҙәрен генә көлдөрә:
— Ҡулыңдағы телефоныңды яҡшылап аңламайһың, нисек китап яҙаһың ул һин?
Теле ҡыҙыл борос инде. Ә бер яҡтан дөрөҫ әйтә. Ҡатмарлы телефон алғайным, аңламай аптыранам. Кондиционерҙың пультын төшөнә алмай йөҙәнем бер нисә көн. Уларҙан башҡа ла Раузахал күҙ ситтәре менән көлөп күҙәткән ҡылыҡтарым аҙ түгел. Ә ул үҙе шундай сос, тапҡыр һәм осҡор ҡыҙ. Әлеге телефондарҙың, минең ноутбугымдың ниндәй генә мөмкинлектәрен белмәй! Үҙ яғында бындай әйберҙәр менән булышып өйрәнмәгән, ошонда нисә ай ғына белгәнен дә шулай һеңдергән. Унан, ул – шәп математик. Бергә магазинға сыҡһаҡ, тауарҙың хаҡын кассаға етмәҫ борон һанап сығарып килә. Әйберҙе ҡарап теп-теүәл итеп самалай ала. Тауар һатып алып ҡайта ла, күҙе менән генә үлсәп, бесә лә ташлай. Һәм шул ҡырҡҡандары туп-тура килеп ултыра ла ҡуя! Әйткәндәй, телдәрҙе лә тиҙ ота. Ҡолағына салынған бөтөн төрлө төрки телдәрҙе лә аңлай. Ят телде бер нисә тапҡыр ентекле генә тыңлаһам, аңлай башлайым, ти үҙе. Телевизорҙан сит ил каналдарын ҡуям да, шуларҙы бер арауыҡ тыңлаһам, ни хаҡында һүҙ барғанын белә алам, ти. Шунлыҡтан минең тажикса ла, төркмәнсә лә, үзбәксә лә аңлай алмағаныма ышанып етмәй. “Улары хаҡында һүҙ ҙә юҡ, татарса аңламай ҡалам әле”, - тигәнемдән хайран ҡала. Ә үҙе хатта алыҫтараҡ торған кешеләрҙең ни һөйләгәнен ирендәренең ҡарап уҡый алам, тип ебәрә. Ысын булһа инде? Бына шундай кирәмәт ҡатынҡай ул минең яңы әхирәтем – Раузахал.
— Китабыңа минең турала ла яҙ, — тип һаман был минең менән булыша. Ун йәштән ашыуырыҡҡа олораҡ булһам да, күҙемә тура ҡарап “һин” тине лә ҡуйҙы инде. “Беҙҙә ололар менән “һеҙ” тип һөйләшәләр” тип аҡыл өйрәтеп маташҡайным да, “Һин ир кеше түгел дә инде “һеҙ” тиергә”, - тип ҡолағына ла элмәне. Уға шулай үҙ туҡһаны туҡһан, бала сағынан ниндәй тәртипкә ултыртҡандар, шуларҙы ғына үтәй. Икенсе төрлө тәрбиәгә лә, төшөнсәләргә лә күнмәй ҙә, ят ғәҙәттәрҙе ҡабул итмәй ҙә.
— Нимә тип яҙайым? Баҙарҙың иң оҫта һатыусыһы типме? – мин дә төрттөрәм.
— Мөхәббәтем хаҡында яҙ.
Ысындан! Әллә нимәләргә әүрәп, иң мөһимен онотоп ултырам. Раузахал ғашиҡ бит беҙҙең. Ошонда килгәс, телефонлы булып, интернет селтәрҙәрендә йөҙә торғас, бер азербайжан ир менән танышып, шуға күҙе төшкән. Уныһы үҙ илендә, үҙ ҡалаһында ултыра. Быныһы – бында. Экран аша күрешеп сутылдашалар ҙа, шуны ауыҙ тултырып “мөхәббәт” тип һөйләй быныһы.
— Шул мөхәббәт буламы ни? – нисәнсе тапҡыр әйтәмдер былай тип.
— Ә нисек була? Минең бер ваҡытта ла, берәүҙе лә улай яратҡаным булманы.
— Телефон аша танышҡан кешегә улай әүрәргә ярамай. Һин уны әллә күрәһең был ғүмерҙә, әллә юҡ.
— Уныһы мотлаҡ та түгел. Иң мөһиме - мин уның ҡайҙалыр барлығын, мине яратҡанлығын беләм.
— Бик фәлсәфәүи ҡараш һинең мөнәсәбәттәргә, - ысынлап уйлана биреп ҡуям, беҙҙең йәмғиәткә, беҙҙең психологияға ят булғанса бит.
— Бына, мәҫәлән, һин Аллаһты яратаһың, уның һине ҡайғыртҡанын беләһең, ышанаһың, тик уны эҙләп табырға һәм яныңда тоторға ынтылмайһың бит.
— Әллә... Кеше менән Аллаһты сағыштырып буламы ни?
— Булмай, әлбиттә, әммә минең хистәрем бит уларҙың икеһенә лә ҡарата таҙа. Миңә уларҙың барлығын белеү етә.
— Ә ирең? Ул бит һиңә талаҡ бирмәйем тигән.
— Әлегә шулай, әммә закон буйынса алты ай уның ризығын ашамаһам һәм елкәһендә йәшәмәһәм, мин уның ҡатыны тип иҫәпләнмәйәсәкмен. Хәҙер инде, бындай хистәрҙе белгәндән һуң, уны ҡабул итә лә алмайым. Балаларым менән йәшәрмен әле, ҡарашыр, моғайын, уларын, ташламаҫ...
Шул ике айҙа Таир тигән исем минең башыма шул хәтлем һеңеп китте, хатта инде уны беләм һымаҡ була башланы. “Таир шулай ти, Таир былай ти, Таир әйтте, Таир ҡушты, Таир һораны...”
— Раузахал, етәр, буш менән булма! Һиңә утыҙ өс йәш, дүрт балалы ҡатынһың, мәктәп уҡыусыһы кеүек ҡыланаһың.
— Ҡыланмайымсы, - оҙон керпектәрен үпкәле елпетеп ебәрә.
— Әҙерәк кенә ултырып уйлап ҡара үҙең. Ни өсөн ул утыҙға еткәнсе өйләнмәгән? Ҡырҡ бисәле булып, һине алйытып ултыралыр әле. Һеҙҙең халыҡтарҙа бит ун һигеҙ-ун туғыҙҙа ирле-ҡатынлы итеп бөтәләр.
— Шулай, өйләнмәгән. Ун балалы булһаң да, ун йылдан һуң булһа ла, һине хужабикәм итеп күргем килә, ти.
— Ай Алла! Раузахал, аҡыллым, һин бөтөнләй кешеләрҙе белмәйһең... Мөнәсәбәттәрҙең нимә икәнлеген белмәйһең... Һин бикле, сикле йәмғиәттә йәшәп өйрәнгәнһең. Әле килеп ҡапыл иреккә сығып, телефондан беренсе күргән иргә әүрәгәнһең. Аралашыуҙа бит... күп осраҡта бер-беребеҙҙе алдайбыҙ.
Раузахал бер килке һүҙһеҙ ултыра. Унан бәхәс тағы ялғана:
— Ул алдамай, апа.
Мин дә ҡыҙып китәм:
— Шулаймы? Ҡана күрһәт әле миңә ул геройыңды? Ҡарайым әле шуның алдаҡсы күҙҙәренә һәм ауыҙын йырғандай бер-ике һорау бирәйем. Шундуҡ таҙа һыуға сығарасаҡмын мин уны.
Күҙҙәренә йәш алып тороп һөйгәнен яҡлашҡан Раузахал да ҡарышып торманы. Шунда уҡ планшетын килтереп сығарып, видеошылтыратыу яһаны. Экранда кемдер пәйҙә булды. Бәрхәт тауышлы ир сәләм бирҙе. Былар үҙҙәренә генә аңлайышлы телдә һөйләшеп алдылар ҙа, ҡатын экранды миңә борҙо.
— Сәләмәлейкум.
— Сәлә...м... – артабан нимә әйтергә тейеш икәнлегемде оноттом шул саҡ. Теге яҡтағы күренештәргә күҙ йүгерткәс, әсе һүҙҙәрем телемә уралып көрмәлде. Унда ғәриптәр коляскаһында ябыҡ ҡына ҡара ир ултыра ине. Шаңҡып ҡалыуым йөҙөмә сыҡҡандыр, күрәһең, ир йылмайып баш ҡаҡты:
— Иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
— Р-рәхмәт... һеҙгә лә.
Бөтөн һөйләшеүем ошо булды. Шул саҡ миңә бер хәҡиҡәт барып етте. Ҡапыл ғына, ошо бер ҡараштан был ике әҙәм балаһынан аҡыллыраҡ та, белемлерәк тә, тәжрибәлерәк тә түгел икәнлегемде аңланым. Бигерәк тә Раузахалдан. Хатта ки уның алдында үтә лә наҙан, сикләнгән, амбициялар менән генә йәшәгән йән булып ҡалдым. Уға нимәлер тип вәғәз уҡырға ла, тикшерергә лә, ҡылыҡ-тойғоларын баһаларға ла хоҡуғым юҡ ине минең. Серләшеүселәрҙе ҡалдырып, шым ғына сығып киттем.
Мәлем еткәс, мин үҙ яғыма юлландым. Айырылышыуыбыҙға тағы ла ике ай тирәһе үткәс, ул үҙе шылтыратты һәм:
— Апа, хушлашайыҡ, мин ҡайтам... бөтөнләйгә, - тине.
— Ни булды?
— Ҡыҙыбыҙҙы кейәүгә һоратҡандар, олатайҙары ризалыҡ биргән. Беҙгә ирем менән ҡайтырға ҡуштылар.
— Нисек?.. Ҡыҙың бәләкәй ҙә инде?
— Ун алтыһы тула. Хәл ителгән инде. Бөгөн осам.
— Ә Таир?!
— Таирҙы мин йөрәгемдә алып китәм... Бәлки, икенсе донъяла осрашырбыҙ. Ә бында ҡыҙымды оятҡа ҡалдыра алмайым, матур итеп кейәүгә бирергә кәрәк.
— Нимә тип кенә әйтәйем икән һиңә, Раузахал? Үҙәгем өҙөлә һинең өсөн...
— Китабығыҙға мине лә яҙырмын тигәйнегеҙ... Мөхәббәтемде, - трубканан һағышлы ғына көлөү ишетелде.
— Эйе, әйткәйнем... яҙырмын, әлбиттә.
— Хуш, мөғәллимә.
— Хуш, Раузахал...
Әлеге мәлдә, эҫе ҡояш аҫтында ирегән йылы илдә, емеш-еләге, гөл-сәскәһе баҙырашып ултырған баҡсалы ихатала, сағыу япмаларҙағы иркен урындыҡ өҫтөндә йәш өләсәй Раузахал кескәй ейәнен “һоп” итәлер, тип уйлайым. Маңлайына төшөрөп бәйләгән сағыу яулығы аҫтынан оҙон керпекле матур күҙҙәре тонйорап көләлер, ҡарағусҡыл йөҙөндә нур балҡыйҙыр, һамаҡлаған ыңғайы йоморо яурынбаштары бейеп, ауыр толомло башы ҡупшы уйнаҡлап, тоташҡан ҡаштары һикерешеп торалыр. Башҡаса итеп күҙ алдына килтерә алмайым уны. Йылмайып, балҡып, эргәһендәгеләрҙе шатландырып, бәхетле итеп йөрөйҙөр. Ә йөрәгенең иң төбөнә һөйөүе йәшерелгәндер... Шундай бит ул Раузахал...
Фото: turbina.ru