

– Ҡайтып ет, әсәйҙең хәле бик хөрт. Бер ҙә яҡшырмай, насарая ғына бара. Кардиологияла дауалауҙарының рәте-сираты булманы. Баш врачҡа инеп һөйләштек. Реанимацияға күсерҙеләр, – тине апаһы.
“Эй, Аллам, әсәйем хәл өҫтөндә ятҡанда ял була тиме ни". Шулай ҙа апаһының хәбәрҙе арттырып һөйләй торған холҡо барлығы иҫкә төштө. Бәләсник тә инде, күпертеп, шаштырып ебәрергә тиһәң, уны ҡуш.
Ике көн үтте. Ул тағы апаһына шылтыратты.
– Һуң инде. Әсәй үлеп ҡалды бит. Һин ял итергә киткәс, мәшәҡәтләп торманыҡ. Үҙебеҙ генә ерләнек тә ҡуйҙыҡ.
– Нисе-е-ек? – Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәс, хәле бөттө, Әлфинә быуынһыҙ булып иҙәнгә ултырҙы, хатта илай ҙа алмай ҡатып ҡалды. Ҡот осҡос яңылыҡтан шаңҡығайны, иҫенә килә алмай байтаҡ ултырҙы ул.
“Их, ниңә генә киттем мин, әсәйем янында була алмай ҡалдым бит… Шундай хәбәрҙе әйтмәй ҡалалармы? Эй, туғандарым, бигерәк…"
Иҫенә килгәс, “Һеҙ мәғәнәһеҙҙәр, ҡәбәхәттәр", – тип ярһып, әрләп бөттө уларҙы. Әсәһенең тыуған көнөнә сағыу биҙәкле, шундай матур, суҡлы яулыҡ алғайны. Бүләк итергә өлгөрмәй ҡалды шул… Мәңгелек үкенес булыр инде. Ғүмере буйы үҙен ашар, ҡайғыға күмелеп йәшәр хәҙер. Әсәһе ғәфү итмәҫ, төштәренә керер…
Ҡатын иҙәнгә ятты, әрнеп-ярһып үкһене. Хәлдән тайып, тора алмай ятты. Оҙаҡ, бик оҙаҡ ятты ул шулай.
(Дауамы бар)
Римма ӘХМӘТЙӘНОВА