Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Ноябрь 2021, 06:12

Асылар “Ай ҡыҙы”н онотмай

Зинаф Әхмәтшин: “Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы булмаһа, бәлки, был кино төшөрөлмәҫ тә ине”

Фото Ш. Ғилманованың архивынан. “Ай ҡыҙы”н төшөргән ваҡыт.Фото Ш. Ғилманованың архивынан. “Ай ҡыҙы”н төшөргән ваҡыт.
“Ай ҡыҙы”н төшөргән ваҡыт.Фото:Фото Ш. Ғилманованың архивынан.

Белорет районы – кино төшөрөүселәрҙең яратҡан урыны, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. “Юғалған экспедиция”, “Алтын йылға”, “Мәңгелек саҡырыу” кеүек бөтә илгә билдәле фильм­дар нәҡ Иҙел башында төшөрөлә. “Өс таған”дағы ваҡиғалар ошо матур тәбиғәтле Белорет ерендә сағылыш тапты.

Бынан 20 йыл элек “Ай ҡыҙы” исемле күп сериялы фильм да Асы ауылында төшөрөлдө. Флорид Бүләков сценарийы буйынса 2001–2002 йылдарҙа “Баш­ҡорт­остан” телера­диокомпанияһы төшөргән “Ай ҡыҙы” тәүге башҡорт телесериалы булып тарихҡа инде. Был проекттың инициаторы һәм продюсеры – Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова.

Бынан биш йыл элек “Ай ҡыҙы” эҙҙәре буйынса Асыла ойошто­ролған осрашыуҙар, йылы хәтирә булараҡ әле лә иҫтә һаҡлана. Ул саҡта ошо фильмды  төшө­рөүгә тос өлөш индергән яҡта­шым Зинаф Зиннур улы Әхмәт­шин менән бергә Асыға барғайныҡ. 

Тауҙар ҡосағында, йәмле Инйәр буйында урынлашҡан Асы ауылы һәр миҙгелдә лә матур­лығын юғалтмай. Һуңғы йылдарҙа ауыл күҙгә күренеп үҫә, бере­һенән-береһе матур йорттар ҡалҡып сыға. Ә тау итәгендә урын­лашҡан “Асы” шифаханаһы әкиәт һарайын хәтерләтә. Ситтән килгәндәргә, тоҙло һыу сыҡҡанын иҫкә төшөрөп, ауыл уртаһында шишмәләр урғылып, болан мө­гөҙөн һындырырлыҡ һыуыҡтарҙа ла туңмай ята.

Ауыл хакимиәте алдына барып туҡтаныҡ. Зинаф Зиннур улын та­нып: “Зинаф ағай килгән дәһә”, – тип ихлас ҡаршыланы асылар. Эйе, таныйҙар, сөнки ул 1998 – 2001 йылдарҙа яңы төҙөлә башлаған “Асы” шифаханаһы директоры булып эшләгән һәм, тәүге корпустарҙы төҙөп, фай­ҙаланыуға тапшырған, шуға ла уға ауыл һәм асылар яҡын. 2001 йылда Асыла кино төшөрөү эшендә лә әүҙем ҡатнашып, ижад төркөмөн аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән. 

Тәүҙә ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булған теш табибы Марат Сәхәүләт улы Сәлимйәнов менән күрешеп һөйләштек.

– Ул саҡта Асы ауылы хаки­миәте башлығы булып Ғәтиә Кинйәбай ҡыҙы Сәлимйәнова эшләй ине. Артистар килә тип, юлдарҙы таҙарттыҡ, ауылды тәртипкә килтерҙек. Стела ҡуй­ҙыҡ. Был эштә ауыл халҡы ихлас ҡатнашты. Ҡыҙыбыҙ Линара фильмда Ғәҙиләнең бала сағын уйнаны, ә күмәк күренештәрҙә мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, – ти Марат Сәхәүләт улы. 

– Ул ваҡыттағы район хаки­миәте башлығы Евгений Яковлевич Карепанов: “Кино төшө­рөргә киләләр. Ярҙам итеп ебә­регеҙ”, – тип миңә шылтыратты. Шулай итеп, кино төшөрөүселәр менән эшләй башланым. Ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, ярҙам күрһәтәбеҙ. Казбек Муллайән улы Ғәлиев мәктәп директоры ине ул саҡта, – тип һүҙҙе дауам итте Зинаф Зиннур улы, – уның фильмды төшөрөүҙә ярҙамы ҙур булды. Мәктәптә туҡланыу ойошторолдо, кино төшөрөү төркөмөнөң бер өлөшө шунда йәшәне. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы булмаһа, бәлки, был кино төшөрөлмәгән дә булыр ине, тип уйлайым. Ул килеп тыуған проблеманы хәл итеү өсөн үтте һытып алып бара ине. Үлене торғоҙа торған кеше. Ул саҡта ла илдә көрсөк, аҡса юҡ, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ. Беҙ шифахананан мәктәпкә һыуытҡыс алып барып ҡуйҙыҡ, аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин иттек. Ауыл халҡы ла кино төшөрөүҙе ҡыуанып ҡабул итте. 

– Ямғыр, ҡояшлы көн, япраҡ ҡойолған ваҡыт кеүек мәлдәрҙе тура килтереп, киноны йәй буйы төшөрҙөләр, – тип һүҙгә ҡушылды Марат Сәхәүләт улының тормош иптәше Зилә Мазғар ҡыҙы. 

Асы ауылының иң осонда урынлашҡан Розалия Рим ҡыҙы һәм Салауат Исламетдин улы Сөнәғәтовтар йорто был ваҡиғаның уртаһында була, сөнки кино төшөрөүселәр уларҙың йортон – Айһылыуҙың, күршеләре Гөлнара Хисмәт ҡыҙы һәм Радик Дәүләт улы Янбаевтарҙың йортон Ғайсарҙың өйө итеп һайлай. 

– Зинаф ағай килгән икән. Беҙҙә кино төшөрөүселәр менән хушлашыу кисәһендә төшкән фотоғыҙ ҙа бар, – тип йылмайып ҡаршыланы Сөнәғәтовтар. 

– Ике йыл рәттән төшөрҙөләр. Улар беҙгә тиклем күп район­дарҙа йөрөп ҡарап сыҡҡандан һуң, Асы ауылының тәбиғәтен, йорттарыбыҙҙың ҡаршы ултырыуын оҡшатып, һайлап алды. Беҙ ҡыуанып риза булдыҡ. Кино төшөргән саҡта операторҙар беҙҙә йәшәне, ә әсәйемдәрҙә (Гөлфинә Фәхретдин ҡыҙында) режиссерҙар торҙо. Илфат Йомағолов, һыбай бесәнгә барып, ярҙамлашып ҡайта торғайны, – ти Салауат Исламетдин улы. 

– Күп ваҡытта үҙем бешерҙем. Бер ай буйы 40-лап кеше өйөбөҙҙә мәж килде. Кистәрен йыйылышып, һөйләшеп, йырлап ултыралар. Бик күңелле йәшәнек. Көн дә мунса яғабыҙ. Артистар мунса, ҡаймаҡ менән ауыл икмәген ярата. Ул саҡта беҙ йәш инек. Икенсе йыл сентябрҙә операторҙар тыуған көнөмә лә килеп ҡайтты. Ул саҡта Хәлимә Ғәббәсова администратор булып эшләй ине. Улар әле лә беҙҙе онотмай, юл төшкәндә килеп китә.

Сара Буранбаева бер нисә тапҡыр булды. Рива Исхаҡова ике йыл рәттән тоҙ һыуына килеп ҡайтты. Әнүәр Нурмөхәмәтов 2008 йылда килде, ә икенсе йыл ул мәрхүм булып ҡалды. Ҡайһы саҡта өйҙә булмаһаҡ, күстәнәс­тәрен ҡапҡаға элеп китәләр. Әле лә күптәре менән аралашып тора­быҙ, туған кеүек булып киттеләр, – ти Розалия Рим ҡыҙы. 

Сөнәғәтовтарҙың ҡунаҡсыл йортонан кеше өҙөлмәй. Әле лә ауылға концерт килһә, артистар уларҙа туҡтала. Вәлит Илем­бәтов, Сәғиҙулла Байегетов, Сулпан Хөсәйенова, телевидение алып барыусылары Рита Шәм­сет­динова, Айнур Кәбиров һәм башҡа билдәле шәхестәр баш­ҡорт киноһына инеп ҡалған йортта – Айһылыуҙың “өйөндә” ҡунып сыҡҡан. 

Розалия балалар баҡсаһында ашнаҡсы, Салауат шифаханала һыу йыйыу операторы булып эшләй. Улар ике бала үҫтерә: Айгизәр һәм Айгүзәл.

Ғайсарҙың атай йорто итеп киноға төшкән өйҙөң хужалары Гөлнара Хисмәт ҡыҙы менән Радик Дәүләт улы Янбаевтар ҙа ул саҡта йәш ғаилә була. Ҡыҙҙары Эльмира, алты айлыҡ бәпес булараҡ, һуңғы күренештә фильмға төшә. Янбаевтарҙа кос­тюмер Динә Ғимранова Розалия Шәйәхмәтова, администратор Хәлимә Ғәббәсова торған. 

Кино төшөрөү төркөмөнөң ҡайһы берәүҙәре фатирға инеп йәшәй. 

Улар менән бергә нисек йә­шәүҙәре тураһында Асы мәҙәниәт йорто директоры Йәмилә Әб­делғәни ҡыҙы Сәлимйәнова уртаҡлашты:

– Ул саҡта мин мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе инем. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булғас, тәү сиратта беҙгә мөрәжәғәт итә­ләр. Йәй булғас, үҙебеҙ аласыҡта йәшәйбеҙ, ә өйгә артистарҙы индерҙек. Беҙҙә Эльвира Юнысова, Рива Исхаҡова, Заһир Вәлитов йәшәне. Эльвира Юны­сованың ире менән ҡыҙы ла килә торғайны. Көн һайын мунса яғабыҙ. Шулай уҡ Азат Йыһан­шин, Сара Буранбаева, Гүзәл Маликова менән дә дуҫлашып алдыҡ. Режиссер Әнүәр Нур­мөхәмәтов килеп йөрөнө. Улар үҙебеҙҙең кешегә әйләнде.

Ауыл халҡы ихлас ярҙам итте. Роль башҡарғанда Рива Исха­ҡова Мәйәсәр инәй Ғарипованың күлдәктәрен кейҙе. Башҡа кәрәк-яраҡты ла ауыл халҡы биреп торҙо. Ирем ябай, яҡшы кеше ине, ул ихлас ярҙам итте. Ҡыҙыу бесән мәле булһа ла, һиҙелмәне. “21 көн буйы ике өй араһында, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса кино төшөрөү уңайлы булды”, – тине актерҙар.

Беҙҙең ауыл халҡы ла фильмда төштө. Ерләү – шулай уҡ ысын булған ваҡиға, ул да кадрға эләкте. Мөҙәрис Алсынбай улы Түлебаевтың ейәнсәре Ғәлиә Түлебаева каникулға килгәйне. Уға Айһылыуҙың бала сағын уйнау бәхете йылмайҙы. Ауыл­дашыбыҙ Владик Ғәлләмов Ғайсарҙың бала сағын уйнаны. Ауылдашыбыҙ Йомабикә апай Һиҙиәтова көн һайын беҙҙең урамдан бесәнгә китә. Ул да ошо рәүештә киноға эләкте. Шулай уҡ күрше-күләндең балалары ла фильмда бар. Ҡыҙым Гөлдәриәгә алты йәш ине. Уны Илшат Йомағоловтың улы менән күперҙә Айһылыу менән Ғайсар ултырған урында төшөрҙөләр. Икенсе килгәндә Рива Исхаҡова менән Гөлшат апай йәшәне. Кино төшөрөүселәрҙе тәүге килгәндә ауыл хакимиәте алдында (хәҙер музей урынлашҡан бина) икмәк-тоҙ һәм йыр-таҡмаҡ менән матур итеп ҡаршы алдыҡ. Кастинг ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Дәрес ваҡыты күренешен дә ауыл мәҙәниәт йортонда төшөрҙөләр. Актерҙарҙы оҫта һайлағандар, улар, үҙебеҙҙең ауыл кешеһе кеүек, үҙҙәрен бик ябай итеп тотто, – ти Йәмилә Сәлимйәнова.

Ҡайтышлай Утар урамында йәшәгән Тәғзимә Әхмәҙей ҡыҙы Хисмәтуллинаға туҡталдыҡ, ул да фильмды төшөргән ваҡыт­тарҙы иҫкә алды: “Киноны бигерәк тә матур саҡта төшөрҙөләр. Унда эшләгән кешеләр мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ауыл халҡы ныҡ ярҙам итте. Артистарҙы күреү ҡыҙыҡ ине. Уларҙы, өҫтәл әҙерләп, ауылда көтөп алалар. Әле лә “Ай ҡыҙы”н телевизорҙан яратып ҡарайбыҙ. Ҡарағандан ҡарағы килеп тора. Әле генә булған кеүек тойолған ваҡиғалар – “Ай ҡыҙы” киноһын төшөрөүгә лә арыу уҡ ваҡыт үткән”.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәләлә телгә алынған күп кенә кешеләр арабыҙҙа юҡ инде. Әммә улар, ошо фильмды төшөрөүгә ҙур ярҙам күрһәтеп, башҡорт кино сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереп, яҡты хәтирәләр ҡалдыр­ған. Беҙҙең мәҡәләбеҙ ҙә асы­ларҙы, унда ҡатнашҡан кеше­ләрҙе, артистарҙы бынан 20 йыл элек булған ваҡиғаларға алып ҡайтҡандыр, тип ышанабыҙ.

Рәмилә МУСИНА.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.
Читайте нас