Бөтә яңылыҡтар

“Байлығым юҡ. Шатланам мин Күңелем бай булғанына…”

 “Мин тормошта үҙ урынымды оҙаҡ эҙләнем”, – тип яҙа Зәйтүнә Ғәлиева автобиографияһында. Сығышы менән Бишбүләк районының Айыт ауылынан. Ул яугир шағир Фәтих Кәримдең тыуып үҫкән ауылы булараҡ донъяға билдәле. Аҙаҡ Бөрө педагогия институтының физика-математика бүлегендә уҡып сыҡҡас, Иҫке Балтас ауылына барып эшкә урынлашҡан. Математика фәненән балаларға белем биргән. Хәҙер пенсияға сыҡҡас, Өфө ҡалаһында йәшәй. Журналист һәләте лә көслө булған. Район гәзиттәрендә мәҡәләләре сығып торған, “Пионер” журналында ребустар баҫтырған. “Ғүмерем юлдары” китабынан бер нисә шиғырын башҡортсаға тәржемә итеп, һеҙгә тәҡдим итәм.

 

В. УРАҠСИНА, тәржемәсе.

Мин – ябай бер уҡытыусы

 

Мин – ябай бер уҡытыусы,

Белем бирҙем балаларға.

Бик яратып теүәл фәнгә

Юлдар ярҙым мин уларға.

Тыңланылар дәресемде,

Ҡарап минең күҙҙәремә.

Мине хөрмәт иткән өсөн

Рәхмәтлемен үҙҙәренә.

Балаларҙың ышанысы

Ҡанат ҡуйҙы иңдәремә.

Әсәләрҙең рәхмәт һүҙе

Дауа булды йөрәгемә.

Рәхмәтлемен хеҙмәт юлын

Бергә үткән дуҫтарыма.

Улар һипте яҡты нурҙар

Минең барыр юлдарыма.

Байлығым юҡ. Шатланам мин

Күңелем бай булғанына,

Һис үкенмәм ябай ғына

Уҡытыусы булғаныма.

 

 

Өфө – беҙҙең баш ҡала

 

Тыуған илем – Башҡортостан,

Өфө – беҙҙең баш ҡала.

Ҡалабыҙҙың тарихы бай,

Килгән кеше таң ҡала.

 

Их, Өфөм, баш ҡалам,

Һин тиеп ашҡынам.

Ҡайҙа ғына китһәм дә,

Мин һиңә ҡайтырмын,

Һау булһын башҡынам.

 

Өфө ҡалаһы йыраҡтан

Нур сәсеп балҡып тора.

Ҡай тарафтарҙа булһам да,

Күңелде тартып тора.

 

Заман менән бергә атлай,

Өфө үҫә көн һайын,

Ҡалабыҙҙы бер килеп күр

Һин, дуҫҡайым, тап яйын.

 

Өфө ҡалаһының даны

Йыраҡтарға таралған.

Өфө ҡалаһынан йәмле

Башҡа ҡала табалмам.

 

 

Өйҙә торһон әсәйҙәр

 

Беҙҙең әсәй эшкә китә

Иртән иртүк таң менән,

Икебеҙ генә ҡалабыҙ

Өйҙә туғаным менән.

 

Әсәй сығып китеү менән

Өйөбөҙҙә йәм бөтә.

Әсәйем эштән ҡайтҡанын

Көтә-көтә хәл бөтә.

 

Бүлмә тулы уйынсыҡтар,

Уйындан тиҙ туябыҙ.

Бик аҙ ғына уйнайбыҙ ҙа

Йыйыштырып ҡуябыҙ.

 

Йәнһүрәт ҡыҙыҡ булһа ла,

Оҙаҡ ҡарай алмайбыҙ.

Юлға ҡарап тәҙрәнән

Күҙебеҙҙе алмайбыҙ.

 

Телефонды шылтыратып

Әсәйебеҙ хәл белә.

Беҙҙең бик-бик һағынғанды,

Бик көткәнде ул белә.

 

Туғаным да көйһөҙләнә

Икәү генә сағында.

Әсәй өйҙә торһон ине

Беҙ бәләкәй сағында.

 

 

Атайым өйрәтте

 

Йәй яратам атай менән

Һыу инергә йылғала.

Балыҡ кеүек оҫта йөҙәм:

Атай өйрәтте мине,

Ҡурҡып тормайым шуға ла.

 

Ҡыш яратам атай менән

Тауҙа саңғы шыуырға.

Саңғыла йөрөү серҙәрен

Атай өйрәтте миңә,

Оҫта шыуам шуға ла.

 

Улай ғына түгел әле:

Тимераяҡта йөрөргә

Өйрәтәм, тине атай.

Киләсәктә мин спортсы

Булырмын әле, бәлки.

 

Зәйтүнә ҒӘЛИЕВА.

 

Бишбүләк районы.