

Красноярск ҡалаһында XV “Мисс Азия-Себер-2021” халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсы булды.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Өфө дәүләт педагогия университетынан 21 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова Башҡортостан данын яҡланы. Бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, башҡорт һылыуы беренсе вице “Мисс Азия-Себер-2021” титулына лайыҡ булды.
Мәртәбәле бәйгелә Тыва, Яҡут, Татарстан, Хакас, Алтай, Бүрәт һәм Башҡортостан республикаларынан, Монголиянан конкурсанттар ҡатнашты. Улар, туған һәм рус телдәрендә үҙҙәре менән таныштырып, тыуған яҡтары һәм үҙ халҡының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары тураһында һөйләгән, милли кейемдә ижади номер менән сығыш яһаған. Шулай уҡ һәр гүзәлкәй киске күлдәктәрҙә дефилела үткән.
Кәримә УСМАНОВА.