

Һәр замандың – үҙ йыры, үҙ моңо. Дәүер ағышын һүҙ сәнғәтендә сағылдырыу, уның бар нескәлектәрен һәм проблемаларын художестволы юғарылыҡҡа күтәреү – әҙәбиәттең төп маҡсаты. Башҡорт әҙәбиәтендә һәр дәүер бар төҫтәрҙә лә һынлана, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Ә бына заман яҙыусыһы, тормоштоң, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡыйыш-мыйыш, күҙгә бәрелеп тә, әйтергә ҡыймаған яҡтарын күргән Нажиә Игеҙйәнова ижады һәр йәһәттән үҙенсәлекле.
Яҙыусы ижады хаҡында филология фәндәре докторы, профессор Г. Гәрәева, ҡәләмдәштәре – Башҡортостандың халыҡ шағиры Х. Назар, А. Ғирфанов, Ә. Әминевтең тикшеренеүҙәре, төплө ҡарашлы күҙәтеүҙәре Нажиә Заһир ҡыҙының әҙәбиәттәге ролен баһаларға мөмкинлек бирә.
Н.З. Игеҙйәнова Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ҡыйғы районының Абзай ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын фабрикала башлап ебәрә. Әҙәбиәткә, сәнғәткә булған һөйөү уны уҡыусылар яратып уҡыған, республикабыҙҙа популяр булған “Һәнәк” журналына килтерә. Ситтән тороп БДУ-ны тамамлай. Артабан хеҙмәт юлын Башҡортостан Яҙыусылар союзында, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдары редакцияларында дауам итә.
Бала саҡтан уҡ халыҡ ижадына, әҙәбиәткә һөйөү күңелендә урғылһа ла, үҙе ҡәләм тирбәтергә йөрьәт итмәйерәк тора. “Һәнәк”тә эшләгән мәлдәрҙә ҡыйыулыҡ табып, ижад һуҡмағына аяҡ баҫа. Билдәле, журнал тәьҫире лә булмай ҡалмағандыр, һуҡмаҡ сатира тигән ҡатмарлы йүнәлештә башлана. Ир-ат ҡына эшләгән был өлкәлә ҡатын-ҡыҙ ниндәй яңы һүҙ әйтә алыр икән, тигәнерәк ҡараштар ҙа булмай түгел. Әммә үҙ-үҙенә талапсан, тырыш һәм донъяны үҙ күҙҙәре менән генә бағып, баһаларға өйрәнгән йәш кеше баштан уҡ йүнәлеште дөрөҫ һайлай. Башҡорт әҙәбиәтендә берҙән-бер сатирик роман яҙған Агиш Ғирфановтан ҡеүәтләү һүҙҙәрен дә ишеткәс, иңдәренә ҡанат үҫкәндәй була.
Әҙәбиәткә ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла осорҙа – XX быуаттың 80-се йылдарында килгәс, тема тип баш ҡаңғыртмай Нажиә. Заман үҙе үк уның сатирик хикәйәләренең төп темаһына әйләнә. Шуға ла “Таныш булайыҡ” (1986) менән “Еҫле һабын” (1991) тигән сатирик һәм юмористик хикәйәләр тупланған йыйынтыҡтары уҡыусылар араһында тиҙ таралды, әҙәбиәткә осло ҡәләмле сатирик яҙыусы килгәнен раҫланы. “Көндәш” (1996) исемле китабында әҙибә драматик яҙмышлы замандаштарыбыҙҙың образын тыуҙырҙы.
Һәр әсә – үҙе үк ижадсы. Бала тәрбиәләгәндә бишек йырынан башлап, әллә күпме әкиәттәр ҙә сабый күңелен яулай бара. Шуға ла Нажиә Заһир ҡыҙы өсөн балалар донъяһы ла ят түгел. Ни тиһәң дә, өс бала тәрбиәләп үҫтереп, ике ейән, ике ейәнсәр һәм бүләһенә нәфис һүҙ ярҙамында күпме өндәшкән ул. “Исемем матур икән” (1993), “Яҡты хыял” (2004), “Һандуғас моңо” (2018) һәм “Балалар әҙәбиәте антологияһы”на ингән әҫәрҙәре сабыйҙар күңелен күптән яулап алған. Ябай ҙа, серле лә хикәйәләрҙә яҙыусы балалар донъяһының ғәжәп яҡтарын теүәл, үҙенсәлекле һәм бай телмәр менән аса бара. Шуға ла һәр китабы тиҙ генә тарала. Нажиә Игеҙйәнованың сираттағы “Тәҡдир”, “Йәшәп ҡалырға кәрәк”, “Алтын сылбыр”, “Һуңғы осрашыу” тигән китаптары ла уҡыусылар һөйөүен яуланы.
Ә үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын Нажиә Заһир ҡыҙы З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Ҡиммәтле кейәү” исемле китабы менән ҡаршыланы.
Йыйынтыҡҡа авторҙың дүрт тиҫтәгә яҡын хикәйәһе тупланған. Шулай уҡ ҡәләмдәштәренең фекерҙәре урын алыуы ла китаптың бәҫен күтәрә. Яҙыусы үҙ йүнәлешенә тоғро ҡала, тупланған хикәйәләр, юморескалар, монологтар – барыһы ла сатирик планда.
Прозаик йәшәйеште яҡшы белә, уның һәр ваҡиғаһына ҡараш ташлай, үҙенсәлекле тема һайлай. Шуға ла әҫәрҙәрендә тормош үҙе ҡайнай, һәр образдың характеры динамикала бирелә.
Китапҡа исем биргән “Ҡиммәтле кейәү” сатирик хикәйәһендә тәү ҡарашҡа киң таралған күренеш һүрәтләнә. Бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән бихисап ауыл ирҙәре. Тормоштан ваз кисмәһәләр ҙә, иҫерткес эсемлек һаҙлығына батҡандар. Бынан ҡотолоу юлы – ғаилә ҡороу. Яҙыусы замандың актуаль социаль мәсьәләләрен төрлө яҫылыҡтарҙан баһалап, әсе көлә. Шулай ҙа Мөжәйеп менән Хәшшим, “йәшел йылан” менән дуҫ булһалар ҙа, күңел түрендәге матурлыҡты юғалтмаған...
“Сәйер кәсеп” хикәйәһендә лә яҙыусы эскеселәр темаһын “бахырлыҡ” йәһәтенән үҫтерә. Хәжәр ҡарсыҡ магазинға барғанда баш төҙәтергә йөрөгән ирҙең “татлы теле”нә ышанып, һуңғы аҡсаһын тоттороп ебәрә. Эскесе “әсәйем мәрхүм булды” тип, гел шулай баш төҙәтергә ғәҙәтләнеп киткән икән. Эскесенең Хәжәр ҡарсыҡтан шоколад һаттырып алған ҡыҙы: “Өләсәйем юҡ ул беҙҙең, эсер өсөн көн һайын шулай итә”, – ти. Баш төҙәтер өсөн албаҫты үле йәндәр менән һатыу итә.
Нажиә Игеҙйәнова тормошобоҙҙоң төрлө яғына күҙәтеүсе, ижадсы булып баға. “Бай әфәнде” хикәйәһендә баш ҡала һатыусыларының Йәғләмүндең үтә бер ҡатлы, балаларса ихласлығынан файҙаланып, “тишек кәмә”гә ултыртыуы көлкөлө лә, йәлләү тойғоһо ла тыуҙыра. Шуға ла уның “Йәғләмүн – мәғәнәһеҙ мәлғүн” тип үҙ-үҙенә өндәшеүе сәйер түгел.
Сатирик әҫәрҙәр араһында өлкән йәштәге кешеләрҙең тормош-йәшәйеше сюжет итеп алыныуы йыш осрай. Нажиә апайҙың “Дандар таралған инде”, “Хәтерһеҙҙәр”, “Шауҡымлы шаярыу”, “Аҙаплы юл”, “Ҡалмайым ҡалағыҙҙа”, “Ҡәҙерле бала”, “Мәжит ҡарт мәшәҡәттәре”, “Өфөлә йәшәһәм ине” тигән хикәйәләрендә лә уларҙың ҡыҙыҡлы яҡтары тормошсан итеп һүрәтләнә. Яҙыусының ижадында “Был донъяның кеме юҡ”, “Өфөлә йәшәһәң ине” кеүек сәхнә өсөн монологтар ҙа урын ала.
“Һыпа туй” хикәйәһендә Фәнғәт менән Фәнғиә ҡыҙҙары Алтынайҙың туйын эскеһеҙ генә үткәрергә була, ләкин был сара бөтөнләй икенсе төрлө килеп сыға, йәғни “әҙәм көлкөһө”нә ҡалалар. Эйе, алкоголһеҙ туйҙар – заман шауҡымы, ләкин яҙыусы уның икенсе яғын да бик яҡшы күҙаллаған. “Кем ғәйепле” хикәйәһендә Гөлбиҙәктең һәр көн эшкә яңы кейемдә килеүе башҡаларҙы аптырауға һалһа ла, әҫәрҙең кульминацияһы рәхәтләнеп көлөргә мәжбүр итә.
Көлөү, йылмайыу, күҙ йәше аша йәлләү ҙә етерлек әҫәрҙәрҙә. Уларҙың һәр береһендә яҙыусы-сатириктың донъяға ҡарашы, тормоштоң мәғәнәһен аңлау һәм аңлатыуҙағы донъясыл һәм фәлсәфәүи фекерҙәре ижади фантазия аша үҙ-үҙебеҙгә, күршебеҙгә, заманыбыҙға саҡ ҡына булһа ла икенсерәк бағырға, уйҙарҙы үҙгәртергә мәжбүр итә. Ни тиһәң дә, Нажиә Игеҙйәнованың геройҙары кәмселектәрҙән азат булмаһа ла, көҙгөгә бағырға ҡурҡмай. Кәкрегә түгел, ә төҙ көҙгөгә. Яҙыусының ижади көсө тап шунда ла инде.
Зәки ӘЛИБАЕВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты.