Бөтә яңылыҡтар

"Ҡот тамғаһы" ҡотло булһын!

Күренекле шағирә Гөлназ Ҡотоеваның яңы китабының исем туйы булды.

"Ҡот тамғаһы" ҡотло булһын!

Башҡорт шиғриәтендә үҙ тауышы һәм ижады менән сағыу балҡыған  Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ижадташ дуҫтарын һәм үҙ уҡыусыларын яңы китабының исем туйына йыйҙы. 

«Ҡот тамғаһы» шағирәнең алтынсы китабы. Шағирә әҙәбиәткә мәктәп йылдарынан уҡ аяҡ баҫа. Тәүге йыйынтығы Башҡорт дәүләт университетының 5-се курсында уҡып йөрөгәндә үк донъя күрә. Шағирәнең яңы сыҡҡан "Ҡот тамғаһы»нда шиғырҙар һәм поэмалар урын алған, унда әсә, ғалим, ҡатын-ҡыҙ һәм етәксенең хис-тойғолары, йәшәү рәүеше, ата-бабаларының аяныслы үткәне, яҡындарына оло мөхәббәте сағылдырылған. Шуныһы ҡыуаныслы: Гөлназ Ҡотоеваның күп кенә шиғырҙарына әле халыҡ яратып тыңлаған бик күп йырҙар яҙылған. Был юлы ла китаптың исем туйында уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Шағирәне ҡотларға уның яҡташы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина, Хәйбулла тарафтарынан йырсы, һәүәҫкәр композитор Гөлфиә Хәләфетдинова, ижадташ дуҫтары, коллегалары һәм уның ижадын үҙ итеүселәр йыйылды.

Шиғриәт байрамында Гөлназ Ҡотоева  үҙ шиғырҙарын уҡыны, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. "Ҡот тамғаһы" шағирәгә киләсәктә лә ҡотло ижад алып  килһен, тормошо ҡотло һәм нурлы булһын!

Фото: Гөлназ Ҡотоеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова