Бөтә яңылыҡтар

ТӨШ

ХИКӘЙӘ (Аҙағы. Башы иртән сыҡты)

ТӨШ

(Аҙағы. Башы иртән сыҡты)

...Ҡолағына бер төрлө көй ишетелә. Уң яғынан. Ул шул яҡҡа ҡулын һуҙҙы һәм кеҫә телефонын алып, уянып ките. Кистән ҡуйып ятҡан  телефонының күңелле, дәртле көйө уятты уны.

…Уй, төш, бары төш күреп ята икән ул…

Әллә ниндәй хафалы уйҙарға сорналып килеп торҙо ҡатын. Иң башта  әсәһенә шылтыратты. Гудок бара, тик телефонды бер кем дә алманы.

“Әллә  ысынлап… Юҡ, юҡ. Барыһын да яҡшыға юрайым… бер кемгә әйтмәйем…. “

Ул  кейенде, бигудиҙарын алып тормай ғына яулыҡ ҡына ябынды ла йән-фарман әсәһенә йүгерҙе. Бәхетенә күрә, улар бер ауылдың  төрлө урамдарында йәшәй. Аралары яп-яҡын ғына. Тулы кәүҙәле ҡатынҡай тиҙ йүгереп хәлдән тайҙы. Килеп етергә ике-өс өй ҡалған ине. Туҡтап, хәл йыйып алды.

Ҡатын ҡапҡанан инде. Бер мәлгә туҡтап ҡалды. Иҫән- һау әсәһе эткә ашарға һалып тора ине.

–  Уй, әсәй! – Әлфинә йүгереп килеп әсәһен ҡосаҡлап алды. Бер нисә йыл күрмәгән, тиерһең.

–  Һаумы, балам! –  Әсәһе аптырап ҡалды. Аҙ  һүҙле, бик асылып бармаҫ төпсөк ҡыҙы бөгөн бигерәк алсаҡ. Күҙҙәрендә шатлыҡ, һағыш, тағы әллә ниндәй хистәр сағыла…

– Хәлең  нисек? Йөрәгең ауыртмаймы, әсәй?

–  Аллаға шөкөр, зарланмайым.  Ә һинең хәлдәр?

Әлфинә яңынан әсәһен ҡосаҡлап алды.  Борсолоуын  һиҙҙермәҫкә тырышты.

Улар  өйгә инде. Йыйнаҡ, ентекләп йыйыштырылған  өй шундай йәмле, күңелле ине. Аш бүлмәһендә тәмле  ҡоймаҡ еҫтәре таралған. Уның  әсәһе аш-һыуға бигерәк оҫта бит. Элегерәк берәйһенең туйы йә башҡа байрамы булды иһә, уға үтенеп киләләр ине. Хәҙер ул олоғайҙы. Кешеләр ашхана, кафеларға заказ  биреп бешертә. “Гөлгөнә  апай бешергән бәлештәрҙе һағынабыҙ", – тип иҫкә алыусылар бар.

–  Иртүк тороп ҡоймаҡ ҡойҙом.   Бәлешем  мейестә әле. Балам, үт,  икәүләшеп сәй эсәйек!

 Әлфинә сәй  яһаны. Ҡапма-ҡаршы ултырып,  хуш еҫле мәтрүшкә сәйе эстеләр.  Һаман тыныслана алмай, гел генә төшөн уйлап ултырған ҡыҙы ҡапыл илап ебәрҙе,  әсәһен  ҡосаҡлап үкһене.

–  Нишләнең, ҡыҙым?  Әйт  инде. Минән  башҡа кем аңлай һине. Һөйлә, еңелерәк булыр…

–  Юҡ, юҡ, барыһы ла яҡшы. Күңелем тулды, ҡыҙғаныс кино ҡарағайным.

 –  Нервыңды бөтөрөп  кино ҡарама, балам. Эшең дә тынғыһыҙ бит. Сабыйҙарың хаҡына  үҙеңде һаҡла, –   шундай яғымлы тауыш менән әйтте әсә,  ҡыҙына яратып ҡараны.  

    Һауыт-һабаны йыйыштырғас, төп яҡҡа сығып  ултырҙылар. Әсә ҡыҙының  башындағы поролон бигудиҙарын алды, сәс бөҙрәләрен  наҙлап һыйпаны.  “Ҡыҙым үҙен ҡарарға ваҡыт таба, бына бит хатта керпек йәбештергән, биҙәнеп кенә  йөрөй. Һәр саҡ шулай матур, бәхетле  генә булһын инде”, –тип  уйланы  ул, ҡәнәғәт йылмайып.

 Әсәһе янында шундай  рәхәт ине  Әлфинәгә. Тыныс, һил ине. Нисә йәштә булһаң да, һин  донъялағы иң яҡын кешең янында кескенә  сабыйһың… Һәр хәлдә үҙеңде шулай тояһың.  Ҡасандыр шулай  сәстәрен  тарай, сағыу  таҫмалар менән үрә ине бит әсәһе.

–  Иҫләйһеңме, ҡыҙым, һин Пеппи оҙон ойоҡ булып кейендең. Яңы йылда. Бик ҡыҙыҡ булғайның.

–  Эйе шул. Сәсемде  ҡыҙыл һәм йәшел таҫмалар менән үрҙем. Уң аяғыма зәңгәр, һулына йәшел гольфылар кейеп ҡыланып йөрөгәнем иҫемдә. Битлек кейгәс, башта бер кем таныманы. Бик ҡыҙыҡ булдым шунда. – Әлфинә бала саҡ шуҡлыҡтарын иҫләп көлөп ебәрҙе.

– Бер саҡ эштән ҡайтыуыма  апайың менән һинд ҡыҙҙары булып кейенеп ҡаршы алдығыҙ. Кәйефһеҙ йөрөгән сағым ине. Матур итеп йырлап-бейеп күңелемде күтәрҙегеҙ. Штораларҙы сари итеп урағайнығыҙ.

– Ә беҙ кинола Скарлетт О Хараның портьерҙан күлдәк теккәнен күрҙек тә шулай кейенеп ҡарарға булдыҡ.  –  Әлфинә көлөп ебәрҙе, уға әсәһе ҡушылды. Рәхәтләнеп, күҙ йәштәре сыҡҡансы,  күңелдәре булғансы көлдө  улар. Диванда йәнәш кенә ултырып, бәхетле мәлдәрен иҫләнеләр. Әлфинә алыҫта, бик алыҫта  ҡалған бала сағына  бер мәлгә генә  булһа ла ҡайтҡандай  тойолдо.

   Ул  төшөн бер кемгә лә һөйләмәҫкә булды. Тора-бара онотор, бары яҡшыға юрарға,  хәтеренән юйырға тырышыр. Уйламаҫҡа тырышыр.

Ҡурҡыныс төшөн донъялағы иң яҡын кешеһенә нисек һөйләһен инде ул. Былай ҙа һәр балаһы өсөн борсолоп,  оло йөрәге аша уларҙың шатлығын да, ҡайғыһын да берҙәй үткәреп  йәшәй бит әсәһе. Һуңғы арала  йөрәге ауыртып, дауаханала ятып сыҡты.  Битендә һырҙары артҡан, аҡ сәстәре күбәйгән. Тик  күҙҙәрендә һөйөү, шул  уҡ  эскерһеҙлек, наҙ  сағыла.

– Оҙағыраҡ йәшә, әсәй! –  Әлфинә  әсәһенең  битенән  үбеп алды,  шат, вайымһыҙ  булып  күренергә тырышты.

– Һеҙҙең  бәхеткә  оҙағыраҡ йәшәргә ине шул… Көнө-төнө теләйем, Хоҙайымдан һорайым.

Әлфинә  тынысланып ҡайтырға  сыҡты. Тышта  иҫ киткес хозурлыҡ: ҡыйыҡтан тамсы тама, йомарт март ҡояшының  йылы  нурҙары ҡыш буйы йыйылған  ҡарҙарҙы  йомшарта, иретә. Хатта турғайҙар күңелле сырҡылдаша, әйтерһең дә,  яҙға  дан йырлай. Тын алыуҙары шундай рәхәт, саф һауаны һулап туймаҫлыҡ. Эшең  булмаһа, бындай матурлыҡҡа һоҡланып тик тор ине лә  бит.  “Тик ыңғай уйҙар ғына уйларға кәрәк тә, ә мин юҡҡа үҙемде ашайым шул ”, –   тип өйөнә ҡайтты ул. Йорт эштәре  менән булышты.

Бер аҙна  үткәс, әсәһенең  тыуған көнөнә йыйылдылар. Әлфинә  алдан  алып  ҡуйған яулығын  бүләк итте. Ҡыҙыл, күк сәскәләр төшкән  Павловопосад  яулығы бигерәк матур ине.  Эй, шунда ныҡ ҡыуанды әсәһе. Уның хыялын  бойомға ашырған  ҡыҙы  ҡыуанысынан  осоп-талпынып   йөрөнө.

 Әлфинә  район үҙәгенә барғанында  мәсеткә инеп, әсәһенең  иҫәнлегенә доға ҡылдырып, хәйер бирҙе.

Ваҡыт үткәс, төшө лә онотола төштө, был хаҡта ҡатын  уйламаҫҡа тырышты. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя  мәшәҡәттәренә  сумған саҡта борсоулы уйҙарға ваҡыт та ҡалмай. Әлфинә әсәһенә көн һайын шылтырата, ваҡыт табып инеп сығырға тырыша ине. Улы менән  ҡыҙы ла өләсәләренә көн һайын инде, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итте.

 …Тағы өс йылдан, Әлфинә кесе ҡыҙы менән шифаханала ял иткәндә, етмеш ете йәшлек Гөлгөнә апай  вафат булды. Әлфинәһе бүләк иткән шау сәскә биҙәкле яулыҡты йыуып кер бауына элеп инеп, диванға ял итергә ултырғас ҡына йөрәге тибеүҙән туҡтағайны. Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем әсә үҙ донъяһын үҙе көттө. Балаларына бәлә һалманы, мыжыманы.

  Ҡот осҡос яңылыҡты ишеткәс тә, Әлфинә   ҡайтырға сыҡты. Әсәһен һуңғы юлға оҙатырға  өлгөрҙө.

Төшө  яҙмыш  иҫкәртеүе булған,  күрәһең. Быны Әлфинә йылдар үткәс, әсәһенән мәңгегә айырылғас, ҡәҙерле кешеһен һағынып әрнегән, юҡһынған саҡтарында иҫкә ала торғайны. Ҡулына әсәһенең яулығын тотоп уйланыр, хәтирәләр  иленә  китер булды ул...

ТӨШ
Автор:Равиля Гатауллина