Бөтә яңылыҡтар

Йәшлектән ҡунаҡ

Өй эштәре менән булып, ихатала йөрөгән тауыҡ себештәренә ара-тирә тәҙрә аша булһа ла күҙ һалғылаған Маһинур ҡарсыҡ, урам яҡлап өй тапҡырына килеп туҡтаған ҡара автомобилде күреп, һағайып ҡуйҙы. “Миңә килделәрме икән ни, тигән уй йүгереп үтте уның башынан. Кем йөрөй икән?” Тәҙрә ҡор­ғанын күтәрә биреп, хужабикә йылдан-йыл тоноҡлана барған күҙҙәре менән машина эсен иңләргә тырышты, ләкин бер ни ҙә күрә алманы. Машинаны таный ул, силсәүит персиҙәтеле Йәүҙәттеке. Күрәһең, берәйһен алып килгән. “Ҡана, сығып ҡарайым әле”, – тине лә Маһинур ҡарсыҡ, яулығын төҙәтеп бәйләп, иңенә камзулын ташланы ла соланға йүгерҙе. Ул арала шығырҙап бәләкәй ҡапҡа асылғаны ишетелде. Солан аша сыҡҡас, күрҙе хужабикә: Йәүҙәт үҙе генә, имеш.

– Нихәл, Маһинур инәй? – ауыл советы рәйесенең йөҙөнә уңайһыҙ йылмайыу ятты. – Һиңә мәшәҡәт арттырып йөрөйөм бит әле. – Йәү­ҙәт кәрәкле һүҙ эҙләне, ахырыһы, туҡтап ҡалды. – Ней бит әле…

– Ней бит әле? – Эсендә нин­дәйҙер көсөргәнешле уйҙар ҡайнай башлауға ҡарамаҫтан, хужабикә йылмайғандай итте. – Әйт һуң!

– Ҡунаҡтар алып килдем үҙеңә. – Йәүҙәт ҡәҙимге хәленә ҡайтты, ахырыһы, йөҙө асыла төштө. – Йәшлегеңдән булыр улар, инәй!

– Атаҡ, атаҡ! Уныһы ниндәй һүҙ була тағы? – Маһинур ҡарсыҡтың кәйефе бер аҙ ҡырыла биреп ҡуйҙы. – Машинаңдамы ни улар?

– Эйе. – Йәүҙәт йылмайҙы ла аңлашылмаған телдә ни өсөндөр  ҡысҡырып ебәрҙе. – Ди Гэстен! Коммен зи цу мир! (Ҡунаҡтар! Былай килегеҙ! – авт.)

Һе, берәү немецса белә, имеш. Йәүҙәт Сафиндың ҡасандыр мәктәптә сит телдәрҙән дәрес биреп йөрөгәнен онотмағайны хужабикә. Шуның менән маҡтанып алырға булдымы икән ни? Бәй, туҡта әле, немецса һөйләшкәс, ҡунаҡтары ла немец була түгелме ни? Ҡарсыҡтың һорау бирергә асылған ирендәрен машина ишеге сыйылдауы һәм бер-бер артлы күренгән эшләпәле ир һәм ялбыр сәсле ҡатын баштары яптырҙы.

– Вилкоммен һайзен! (Рәхим  итегеҙ! – авт.) – тип һаман немецса хәбәр һатыуында булды Йәүҙәт. Шунан ғына хужабикәгә табан боролоп:

– Ней, инәй, һин уларҙы рәнйемәй генә ҡунаҡ ит инде, – тине. – Теге Ғилметдин бабай, хәтерләйһеңдер, һинең йәштәрҙәге кеше, Германиянан ҡайтып килә бит. Ҡарсығы ла бар.

– Ғилметдин? – Маһинур ҡарсыҡтың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

– Ғилметдин?! Хоҙайым, ни саҡлы ғүмер үтте! Ҡасан булған хәл! Ул егет, ә мин еткән ҡыҙ инем дә баһа! Хоҙайым! Бәй, уны ни...

Ул һүҙен әйтеп бөтөрөргә өлгөр­мәне, ҡапҡаның был яғына инеп баҫҡан оло йәштәге ир менән ҡа­тынды күреп, тынып ҡалды. Өҫтөнә әллә һоро күлдәк, әллә джемпер кейеп, бер ҡулына, ахырыһы, пинжәген элгән, икенсеһенә ҙур сум­ка тотҡан, һаҡал-мыйығы ярай­һы етешкән, ҡарсыға танаулы эшлә­пәле ирҙе ул теләһә-теләмәһә лә таныр ине – Ғилметдин. Бында­ғы­лар ише арҡаһы ла көмөрәй­мәгән, йөҙ-битен дә йыйырсыҡтар сыйғыламаған кеүек. Икенсеһенең етендәй сәстәре бөҙрәләнеп, яурынына етә яҙып тора. Йәш булмаһа ла, төҫ ташламаған, һылыу ғына күренә, дуңғыҙың, ирендәре бөрөлә биреп, күҙҙәре ихлас йылмайған ише һынап ҡарай.

Бер-береһенә ҡарашып бер аҙ торғандан һуң Ғилметдин:

– Нихәл, Маһинур? – тип ҡатынына бер генә ҡарап алды ла хужабикәнең ҡосағына ташланды. Бөтә тәне менән ҡалтырай ине ул. – Күпме көттөм мин был көндө, – тип көсһөҙ генә бышылданы.

Маһинур ҙа, быуынһыҙланып, үҙен-үҙе онотто. Күпме ваҡыт үт­кәндер, беренсе булып Ғилметдин аңына килде. Ғәйепле төҫ менән тағы ла ҡатынына ҡараны ла:

– Был фрау минең ҡарсыҡ була инде, – тине. – Марта исемле.

– Эйе шул, фрау Марта. – Ҡатын, ап-аҡ тештәрен күрһәтеп, Маһинурға ҡарап йылмайҙы.

Ни өсөндөр был йылмайыу Маһинурға яһалма тойолдо, унан бигерәк ят ҡатындың башҡортсаһы ғәжәпләндерҙе. Беҙҙеңсә лә белә икән.

Һуңғыһы Ғилметдингә йүнәлтел­гәйне. Быны шунда уҡ аңлаған ир:

– Эйе шул, – тип асыҡлыҡ индерҙе. – Үҙем өйрәттем.

– Маһинур инәй, – тип һүҙ ҡатты бығаса барыһын да шым ғына күҙәтеп торған Йәүҙәт, – ҡунаҡтарҙы ишек алдында тотма инде!

– Эйе лә баһа, – тип өтәләнде ху­жабикә. – Әйҙәгеҙ, өйгә үтегеҙ! – Онотолоп китеп булһа кәрәк, ул аяғындағы калоштарын да һалмай тупһа аша атланы. – Хәҙер сәй ҡу­йырмын. – Һуңғы һүҙҙәр көйләп әйтелде.

Район үҙәгендә йомошо бар­лығын әйтеп, Йәүҙәт китеп барҙы. Ҡунаҡтарын диванға ултыртып, телевизорҙы ҡабыҙҙы ла хужабикә сәй табыны әҙерләргә тотоноп китте. Ара-тирә ҡунаҡтарына күҙ һалғыларға ла онотманы. Тегеләр ҡулдарын бер тегеләй, бер былай йөрөтөп, үҙҙәренсә ниҙер һөй­ләнде. Телде аңламаһа ла, һи­ҙенде Маһинур, уның донъяһы тураһында фекер алышалар. Ғил­метдиндең ара-тирә ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарағанда, ҡатынына бында ниҙер оҡшамай.

Хужабикә бар булған һыйын өҫтәлгә ҡуя башлауға, Ғилметдин дә, сумкаһын асып, күстәнәстәрен сығарырға кереште.

– Был кофе була, – тине ул, төрлө һүрәттәр менән сыбарланған быяла банканы асып, – тегендә күберәк шуны эсәләр. – Ҡулдарын етеҙ йөрөтөп, ҡунаҡ өҫтәлгә ялтырауыҡлы ҡағыҙҙарға төрөлгән ҡупшы күстәнәстәрен дә теҙҙе. Иң аҙаҡ ҡулы ҙур ғына шешә һөйрәп сығарҙы. – Шнапс, немец араҡыһы, – тип йылмайып аңлатма индерҙе үҙе. – Эсербеҙҙер бит, Маһинур?

– Үҙегеҙ ҡарағыҙ. – Ҡоро ғына яуапланы хужабикә. Ул был тиклемен үк көтмәгәйне. – Миңә ярамай. – Һуңғыһы йомшағыраҡ яңғыраны.

– Беҙгә ярай. – Ғилметдин Мар­та­­һына ҡарап йылмайҙы ла, ше­шә­не асып, шәшкеләргә эсемлек ҡойҙо. – Юлдан арып килгәс, мот­лаҡ кәрәк ул. – Форвертс, Марта! (Алға! – авт.).

Ауыл ирҙәре кеүек, ауыҙына тейһә, иҫермәйенсә туҡтамаҫ, тип эстән генә хафаланыуы бушҡа булғанын тойҙо Маһинур. Ғилмет­дин шәшкегә һалғанын икегә бүлеп эсте лә ҡабат шешәгә үрелмәне.

Төшкө сәйҙе, ара-тирә һүҙ ҡуш­ҡылап, өндәшмәй тиерлек эстеләр. Тамаҡ ялғағандан һуң, Марта бер аҙ серем итеп алыу уйы менән диванға һуҙылды. Шуны ла самаланы Ғилметдин, бер ниндәй тартыныу йәки оялыу тойғоһо һиҙмәй, үҙен өйөндәге кеүек тота ине Мартаһы. Маһинур ҙа, быларҙы өнһөҙ генә күҙәтеп, немканың ире менән артыҡ иҫәпләшеп бармауын һиҙмәй ҡалманы. Хәйер, быға ғәжәпләнмәне лә ул, Ғилметдин бит Германияла үҙ кеше түгел, ә әсир. Ана бит, исемен дә үҙҙәренсә ҡушҡандар: Гельмут. Әсир менән ни теләһәң, шуны ҡылып була торғандыр.

Ниндәй генә тарафтарға һуҡтыр­һалар ҙа, һүҙ берекмәй ҙә ҡуя. Ә бит ниндәй татлы хыялдар менән ҡайтҡайны Ғилметдин! Күрәһе ауылдаштар, тыуған нигеҙ, һөйләшеп бөтмәй торған һүҙ юҫыҡтары. Ни булған уға? Уларға? Әйтерһең дә, сит кешеләр тап булышҡан да улар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ.

Түҙмәне Ғилметдин, пинжәген иңенә һалды ла, ишек алдына сығып, шундағы бер түмәргә терәлеп, тирә-яғына күҙ һалды. Ана, ҡояш сығышы яғында бәләкәй генә халыҡ телендә “түмәләс” тип атап йөрөтөлгән ҡалҡыулыҡ. Ҡыш етһә, шунда тирә-яҡтағы бала-саға эркелешеп сана һәм саңғы шыуҙы. Гөр килеп торор ине тирә-яҡ уларҙың шат тауыштарынан. Күҙ бәйләнеп, өйҙәргә ут алмай тороп, береһе лә ҡайтырға ҡуҙғалмай, хатта ашау ҙа онотола.

– Ултыраһыңмы? – тигән та­уышҡа ныҡ итеп тертләне Ғил­метдин. Башын күтәрһә, бер яҡ ситтәрәк ҡулына буш биҙрә тотоп хужабикә тора.

– Эйе, – тип һүҙ ҡушҡанға шатланып, йылмая биреп өндәште ҡунаҡ. – Анауы түмәләстә сана шыуған саҡтарҙы иҫләп ултырам. Харап күңелле саҡтар булған.

– Ә хәҙер шыу­майҙар, – Ма­һинур көрһөндө лә, биҙрәһен бағанаға элеп, солан ишегенә табан атланы һәм, күп тә үтмәй, ҡулына бәләкәй генә бүкән тотоп, кире әйләнде.

– Ниңә хәҙер шыумайҙар? – Һорау үтә лә бер ҡатлы яңғыраны. – Әллә?..

– Бала-саға ҡалманы, Ғилмет­дин, шуға. – Маһинур бүкәнен бер яҡ ситкәрәк ҡуйып ултырҙы ла бер аҙҙан ҡунағы күптән көткән һорауын сығарҙы. – Ҡарсыҡ булғас, тим, ба­ла-сағаң да барҙыр, ә, Ғил­метдин? – Хужабикә, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, иргә ҡараны. Был үтә лә ҡыҙыҡһыныусан, хатта талапсан һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырыу мөмкин түгел ине.

– Минән бала булмай, тинеләр. – Ғилметдин башын түбән эйҙе. Күңелен йыш ҡына ғазаптарға дусар иткән, артабан бер аҙ баҫыла төшкән хәл-тойғо ине был. – Күрә­һең, Хоҙай Тәғәлә минең ниместе арттырыуымды теләмәгән, – тип урынһыҙ ғына шаяртҡан булды ир. Ә үҙенең ике күҙе тулы йәш ине.– Ә һинекеләр күпме? Ҡайҙалар? – тигән һорау үҙенән-үҙе яралды.

– Минекеләр …юҡ. – Маһинур­ҙың да тауышы төшөнкө ине. – Мин кейәүгә барманым бит. Һине көттөм…

Ғилметдиндең йөрәген уртаға ярҙы был хәбәр. “Мине көткән. Ә мин?” Уның башы тағы ла нығыраҡ эйел­де. Йәшлек мөхәббәтенең кү­ҙенә тура ҡарарға сикһеҙ дәрәжәлә оят ине. “Кисер мине!” тип әйтһенме? Был бит буш хәбәр”.

Шул саҡ өй ишеге асылып китте лә тупһала Марта күренде, әммә ары атларға ҡыйманы ул. Эстән генә көнләшеү кеүек тойғо күңеленә шом һалыуға ҡарамаҫтан, ишекте эс яҡтан ябырлыҡ көс тапты үҙен­дә. “Һөйләшһендәр, ҡамасау­ла­майым, ә бит ҡабат улар бер ҡасан да осраша алмаясаҡ”, тигән уй килде.

Өйгә инеп, диванға ултырҙы ла Марта, тәрән көрһөнөп, ҡараштары менән урамды иңләргә кереште. Был ике бәхетһеҙҙең ошо көнгә ҡалыуына беҙ, немецтар, ғәйепле. Ана бит, атайым да Сталинград янында ятып ҡалды. Ни ҡалғайны уға бында, урыҫ донъяһында? Беҙҙекеләр һуғышты башламаһа, ул да, моғайын, үҙенең бәхетен немец кешеһе менән бәйләр ине.

Ә тыштағылар был минуттарҙа тирә-яҡта ниҙәр булып ятыуын шәйләрлек хәлдә түгел ине шул. Тулыһынса күп йылдар элек үтеп киткән дәүерҙә сәйәхәт итә ине шикелле улар. Тик был хис-тойғо оҙаҡҡа һуҙылманы, ысынбарлыҡ тарафынан ҡыҫырыҡланды.

– Һинең ҡапыл ҡайтып күре­неүең минең һушты алды әле, – тип һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа күсерҙе хужабикә. – Һаман иҫкә килә алмай йөрөлә, ахырыһы. – Артабан ихлас көлөү яңғыраны. – Нисек улай ҡайтаһы иттең?

– Көтмәгәндә булды шул. – Ғилметдин хәбәрен ҡыҫҡараҡ тоторға була, пауза яһаны. – Мартаға Сталинград янындағы һуғышта үлеп ҡалған атаһының зыяратын күреп ҡайтырға мөмкин, тигән хәбәр еткергәндәр. Ул сат йәбеште лә ҡуйҙы: “Барам да барам!” Китер көнө яҡынлашҡас, мине лә өгөтләргә кереште: “Әйҙә, тыуған яҡтарыңды күреп ҡайтырһың!” Баш тартыу гонаһ булыр, тинем дә тәүәккәлләнем. – Бер аҙ тынып торғас, – ҡартая килә, бала саҡ, йәшлек хәтирәләре шундай иҫкә төшөп йонсота, хатта... – Тауышы ҡалтырап, ҡунаҡ тынып ҡалды.

– Бер башлағас, әйт әле, нимес еренә нисек барып эләктең һин? – Маһинур ҡунағына текләп тигәндәй ҡараны.

Ишетер ҡолаҡҡа килешһеҙ яңғыраһа ла, уға ла яуап бирергә кәрәк ине. Бер аҙға ғына ҡаушаны Ғилметдин, ни рәүешле яуапларға? Һуғышта төрлө хәлдәр була, яраланып, иҫтән яҙаһың да, һушыңа килгәндә, эргәңдә ҡораллы дошман баҫып тора, тиергәме? Юҡ, был ҡәнәғәтләндермәҫ, сөнки әсирлеккә бирелгәнсе, үлеп ҡалғаның яҡшыраҡ, тигәнде генә аңлайҙар бит бында. Тәрбиә шулай, бер ни ҙә ҡыла алмайһың.

– Оҙон һәм бик күңелһеҙ хәбәр ул, Маһинур. – Ғилметдин көр­һөндө. – Һөйләй башлаһаң… – Ул һүҙен бөтөрмәне, дөрөҫөрәге, дауам иткеһе, йәғни аҡланғыһы килмәне. – Уны белеүҙән һинең бер ерең дә артмаҫ!

– Ә мин беләм. – Бала саҡтан тура һүҙле хужабикә был юлы ни өсөндөр ситкә ҡараны. – Тик үҙең­дең ауыҙыңдан ишетке килгәйне…

– Беләһең? – Ғилметдин үҙ тауышына үҙе аптыраны. Кем һөй­ләне уны һиңә, тип һорарға иткәйне лә тыйылды. Һүҙ көрәштереү китәсәк, ҡунаҡҡа ҡайтҡан кешегә был килешмәй.

 

Тимер ЮРМАТИН.

 

(Дауамы бар).