Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн - Бөтә донъя телевидение көнө

Үҙҙәрен бар яҡлап асҡан, заман менән йәнәш атлаған, креатив, уңышлы һәм маҡсатлы телевидение хеҙмәткәрҙәренә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Бөгөн - Бөтә донъя телевидение көнө

Баймаҡ телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡараған һәр кем оҙаҡ йылдар “Ихлас күңелдән” рубрикаһын даими алып барған яғымлы тауышлы, көләс йөҙлө Рүзилә Ғүмәрованы танып ҡына түгел, хатта үҙ итеп, яратып та өлгөрҙө.

”Зәңгәр экран”ға бер килеп индеңме, ул һине ғүмерлеккә ғашиҡ иттерә. Рүзилә Рәшит ҡыҙы менән дә тап шулай була. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡып йөрөгән сағында Баймаҡ телевидениеһында практика үтергә килгән ҡыҙ артабанғы яҙмышын тап ошо өлкә менән бәйләүен күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын. Әммә телевидениела сюжет эшләү, геройҙар табыу, диктор булыу – Рүзиләгә шул тиклем оҡшай. Етмәһә уҡыу йортонда өҫтәмә алған “Журналистика” һөнәре лә ярап ҡала. Студент йылдарының һуңғы курсында ул үҙенең хеҙмәт юлын Баймаҡ телевидениеһында башлай, ул саҡта эшләп килгән “Юлдаш” радиоһында тауыш режиссеры булып эшкә төшә. Артабан ҡотлауҙарҙы уҡый, аҙаҡ телевидениела режиссер булып эшен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта аҙна һайын сыҡҡан “Ихлас күңелдән” ҡотлауҙар рубрикаһына хаттар ҡабул итеп, текстарҙы үҙе төҙөй һәм һәр ҡотлаусыға йырҙар һайлай. Тәү ҡарашҡа бик ябай кеүек күренһә лә, ҡотлауҙарҙы эшләү, уны эфирға алып сығыуға ла үҙенә күрә ижади ҡараш талап ителә.

Оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре яңылыҡтар менән ваҡытында таныштырыу, төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм тәрбиәүи тапшырыуҙар әҙерләүгә бар тырышлығын һала. Рузилә Рәшит ҡыҙы ла үҙенең “Оҫта ҡулдар” тип аталған авторлыҡ программаһында төбәктә йәшәгән һәм халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөл-кәсептәрен тергеҙеп, улар менән шөғөлләнгән ҡул оҫталарын эҙләп табып, улар хаҡында бик матур һәм йылы тапшырыуҙар әҙерләп сығара. Шулай уҡ тележурналистың “Милли ризыҡ” тип аталған тапшырыуын да район халҡы йылы ҡабул итте. Үҙен бар яҡлап асҡан, заман менән йәнәш атлаған, креатив, уңышлы һәм маҡсатлы Баймаҡ телевидениеһының иң уңған хеҙмәткәренә артабан да уңыштар юлдаш булһын! Байрамығыҙ менән, “зәңгәр экран” хеҙмәткәрҙәре!

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова