Бөтә яңылыҡтар

Республика Башлығы "зәңгәр экран" геройҙарын ҡотланы

Халыҡ-ара телевидение көнө менән Республика Башлығы Радий Хәбиров был өлкәлә эшләүселәрҙе ҡотланы һәм улар хаҡында  үҙенең даими алып барған  #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында матур яҙмалар ҡалдырҙы.

Республика Башлығы "зәңгәр экран" геройҙарын ҡотланы

Светлана Мушкинаны "БСТ" телеканалында эшләүселәрҙең күбеһе үҙҙәренең "әсәһе" тип атай. Светлана Леонидовна - был өлкәлә иң  оҙаҡ һәм бай тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Ябай хәбәрсенән башлап, әҙәби тапшырыуҙарҙың баш мөхәриренә тиклем матур хеҙмәт юлы үткән. Уның  авторлығындағы йөҙҙәрсә телетапшырыуҙары телевидениеның "алтын фонды"н тулыландырған. Бөгөн дә Светлана Мушкинаның тапшырыуҙары Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының һәм "ОТР" телеканалында ҙур уңыш менән күрһәтелә. Бөгөнгө "зәңгәр экран" йондоҙҙарының күбеһе - уның уҡыусылары. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Светлана Леонидовна әле лә үҙенең коллегаларын  кәңәштәренән ташламай, улар менән һәр саҡ бергә.

Үҙенең яғымлы тауышы менән тотош дәүер легендаһына әүерелгән радио дикторы Нәйлә Ғәләүетдинованы белмәгән кеше юҡтыр. 55 йылдан ашыу уның "Өфө һөйләй, Өфө ваҡыты" тигән һүҙе генә күптәр өсөн иң яҡын һәм ҡәҙерле тауышҡа әйләнгән. Нәйлә Ғәләүетдинова һөнәре буйынса артист, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Радиоға ул йүнәлтмә буйынса эшкә килә һәм үҙенең тәүге эфирында концерт алып бара. Тынғыһыҙ эш көтә уны: тәүге тапшырыуы таңғы 6-ла башланһа, һуңғыһы 23.00 сәғәттә генә тамамлана. Бына шулай диктор үҙенең бар ғүмерен микрофон йәиһә камера артында үткәрә. Бөгөн уның эш графигы бер аҙ башҡасараҡ, әле ул радиола ғына эшләй, әммә эшкә ҡарашы һәм дәрте тап элеккесә.

Илдар Әбйәлилов - спорт трансляцияларындағы иң тәжрибәле режиссерҙарҙың береһе. Тап уның күҙҙәре менән беҙ "Салауат Юлаев" хоккей клубының матчтарын күрәбеҙ, ҡарайбыҙ. Режиссер эше, күп осраҡта "кадр артында" ҡалған профессияларҙың береһе. Әммә тап уларҙың үткер күҙе, етди ҡарашы һәм һалҡын аҡылы менән ундарса камера тура эфирҙа теүәл һәм тиҙ эшләй, иң кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы сюжеттарҙы оҫта итеп тотоп алыу һәләтенә эйә. Шуға күрә Илдар Әбйәлиловҡа Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы менән бер рәттән "Матч" һәм "КХЛ-ТВ" федераль каналдар ҙа спорт трансляцияларын тура алып барыуҙы ышанып тапшыра.

Алексей Агров - "Башҡортостан" ГТРК каналының Мәғлүмәт программаһының баш мөхәррире. Ике тиҫтә ашыу ғүмере телевидение менән тығыҙ бәйләнгән. Оҙаҡ йылдар федераль каналдың үҙ хәбәрсеһе булып эшләй, илдең төрлө төбәктәренән көнүҙәк репортаждар әҙерләй.

Вадим Семёнов – йәш, әммә бик тәжрибәле оператор. 2006 йылдан БЮТ каналында эшләй. Семеновтар ғаиләһенең телевидениела эшләүҙәре - үҙе бер матур традицияға әйләнгән. Вадимдың олатаһы Анатолий Петрович та оҙаҡ йылдар телеоператор булып эшләй. 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпия уйындарын төшөрөүҙә ҡатнашһа, уның ейәне 34 йылдан һуң Сочи ҡалаһында Ҡышҡы Олимпиада уйындарын трансляциялауҙа булыша.

Бөгөн мин телеиндустрияның бер нисә вәкиле менән генә таныштырҙым. Үҙ һөнәренә тоғро ҡалған, район һәм республиканың төрлө ҡалаларында эшләгән "зәңгәр экран" геройҙары хаҡында күп яҙырға мөмкин. Уларҙың һәр береһе иртәнән алып кискә тиклем телевизор ҡараусылар өсөн иң көнүҙәк һәм кәрәкле мәғлүмәттәр еткерә, контент тыуҙыра, республика яңылыҡтары менән таныштыра.

Бөтә телеканал хеҙмәткәрҙәрен Халыҡ-ара телевидение көнө менән ҡотлайым! Ә "БЮТ" телеканалы өсөн бөгөн икеләтә байрам, улар үҙҙәренең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уңыштар һеҙгә!

Фото: "Башинформ"дан.

 

 

 

Республика Башлығы "зәңгәр экран" геройҙарын ҡотланы
Автор:Карима Усманова