Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда – классик музыка байрамы

Өфөлә донъяға танылған маэстро Владимир Спиваковтың Скрипкасыларҙың III халыҡ-ара конкурсы башлана

Башҡортостанда – классик музыка байрамы

Ноябрҙең өсөнсө ун көнлөгө Башҡортостанда юғары мәҙәниәт билдәһе аҫтында үтә: Өфө ере инде өсөнсө тапҡырға доъяның иң билдәле музыка бәйгеһен – маэстро Владимир Спиваковтың Скрипкасыларҙың халыҡ-ара конкурсын ҡабул итә. Был сара тамамланғас та, икенсеһе – “Владимир Спиваков саҡыра...” тип аталған V Халыҡ-ара фестиваль – башлана. Ике мәҙәни сара ла Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторола.  

Донъяның данлыҡлы профессиональ музыка конкурсында 300-ләп иң яҡшы йәш скрипкасы ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһынан ойоштороу комитеты Япония, Бразилия, Германия, Көньяҡ Корея һәм Рәсәйҙән 11 яҡшыларҙан-яҡшы музыкантты һайлап алған. 

Йәш скрипкасыларҙың оҫталыҡ кимәлен донъя мәҙәниәтенең сағыу эшмәкәрҙәре баһалай. Жюри рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Копельман, ағзалары – СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы Владимир Спиваков, Австриянан профессор Борис Кушнир, Япониянан профессор Дзёдзи Хаттори һәм арҙаҡлы скрипка оҫтаһы, АҠШ вәкиле Джулия Рид.

Конкурстың приз фонды бик бай һәм зауыҡлы: 1-се премияға лайыҡ музыкант Италия оҫтаһы Джузеппе Педраццини эшләгән (1918 йыл), 2-се һәм 3-сө урындарға – Франция оҫтаһы Николя Коссендың (1860 – 1870 йылдар), Рәсәй оҫтаһы Игорь Улицкий яһаған (2019 йыл) скрипкалар менән бүләкләнәсәк.

Конкурс өс турҙан тора. Уларҙы “Культура.РФ” порталында, “Орфей радиоһы”нда һәм сараны ойоштороусының – Башҡортостандың Милли симфония оркестры сайтында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.

1-се тур иртәгә, 23 ноябрҙә; 2-сеһе – 24-дә; 3-сөһө – 25-дә үткәрелеп, йома көнө, 26 ноябрҙә, еңеүселәрҙе ҡотлау һәм гала-концерт ойоштороласаҡ. Конкурстың бар этаптары ла  “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙғарыла. Бында инде маэстро Спиваков етәкселегендә һәм Рәсәйҙең Милли филармония оркестры солистары ҡатнашлығында республиканың Милли симфония оркестры сығыш яһаясаҡ.

Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы быйыл да матур йолаға тоғро ҡала: Рәсәйҙең Милли филармония оркестры солистары республиканың музыка учреждениелары уҡыусыларына оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк.

Алдараҡ әйтелгәнсә, конкурс тамамланғандың иртәгәһенә, йәғни 27 ноябрҙә, “Владимир Спиваков саҡыра...” V Халыҡ-ара фестивале башланасаҡ. Тамашасылар В. Спиваков дирижерлығында Рәсәйҙең Милли филармония оркестры башҡарған донъя классик музыкаһы шедеврҙарын тыңлай аласаҡ. Фестиваль өс көн бара.

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залының Бәләкәй залында конкурста ҡатнашыусы йәш скрипкасылар йәрәбә ярҙамында сығыш яһау сиратын билдәләне. Уларҙы Башҡортостан Милли симфония оркестрының генераль директоры Артур Нәбиуллин тәбрикләп, уңыштар теләне. “Башҡортостан таланттарға бай. Был ерҙең Владимир Спиваков, Илдар, Асҡар Абдразаҡовтар һәм башҡа билдәле артистарҙың тыуған яғы икәне ошо турала һөйләй. Донъяның төрлө илдәренән йыйылған сағыу талантлы йәш скрипкасыларҙы үҙебеҙҙә тәбрикләй алғанға шатбыҙ”, – тине ул.

Рәүилә Ғатауллина.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Башҡортостанда – классик музыка байрамы
Автор:Равиля Гатауллина