Бөтә яңылыҡтар

“Ҡыҙыл йәйләүе” һүҙ ҡәҙерен белгәндәрҙе йыйҙы

Фото: М. Сәйетғәлиндең архивынан.

Әбйәлил районының Байым ауылында өсөнсө тапҡыр республика кимәлендә башҡорт халыҡ ижады буйынса үҙенсәлекле сара – “Ҡыҙыл йәйләүе” бәйгеһе үтте. Ул онлайн алымда ойошторолдо. Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Силәбенән һүҙ ҡәҙерен белгән сәсәндәр сығыштарын, видеояҙма итеп төшөрөп, конкурсҡа ебәрҙе. Улар “Ҡыҙыл йәйләүе” бәйгеһенең өс баҫҡысында көс һынашты. Һөҙөмтәлә 40-тан ашыу ҡатнашыусының туғыҙы төп алышҡа – әйтешкә сыҡты.

Сәсәндәр тәүге турҙа халҡыбыҙҙың алтын мираҫы булып һаҡланған эпостарҙан өҙөктәр тәҡдим итте.  Үлемһеҙ “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе – алты, “Ҡуңыр буға”ны – ике, “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙы бер кеше һөйләп ишеттерҙе. Тормоштан алынған лаҡаптар ҙа ифрат төрлөлөгө менән күңелдәрҙе арбаны, үткән заманды хәтергә төшөрҙө, көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла. 

  Зирәклек, тел байлығы талап иткән әйтештә лә анһат булмағандыр. Тәүҙәрәк бәйге тотоусылар, смартфондарында хәрефтәрҙе бутап, шиғри юлдарҙы яҙа алмай ҡаңғырып алды. Әммә онлайн-бәйгене алып барған Байым күп функциялы мәҙәниәт үҙәге директоры Марс Сәйетғәлиндең тыныс тауышы, яңы технологияны яҡшы үҙләштергән булыуы, оҫта алып барыуы сәсәндәрҙе тынысландырҙы. Ул тәҡдим иткән ике юллыҡтарҙы дауам итеп, бәйгеселәр тел байлығы, тапҡыр яуаптары менән һоҡландырҙы. Шуны ла әйтеп үткем килә: конкурстың һуңғы этабы булған әйтеш тамамланһа ла, сәсәндәр үҙ-ара телефон аша шиғри юлдар менән аралашыуын дауам итте, пандемия шарттарында республика кимәлендә ошондай бәйге ойошто­роусыларға рәхмәт яуҙырҙы, ҡыҫҡаһы, сара бик йәнле барҙы.

  Ниһайәт, ай буйына дауам иткән бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм ошоға бәйле Байым ауылы күп тармаҡлы модель китапханаһында “Халыҡ эпосы хәҙерге заманда. Сәсәндәр мәктәбе” тип аталған семинар ойошторолдо. Уның барышында “Ҡыҙыл йәйләүе” сәсәндәр бәйгеһенең хөрмәтле баһалама ағзалары, онлайн алымда һәр ҡатнашыусыны иғтибар менән тыңлап, еңеүселәрҙе билдәләне.

Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, үҙәктең фольклор буйынса әйҙәүсе белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, бәйгегә тулы анализ яһап, еңеүселәрҙе иғлан итте, сараны ойоштороуға ҙур көс һалған, Әбйәлил сәсәндәр мәктәбен етәкләгән Марс Сәйетғәлингә уңыш теләне. Шулай уҡ ҡатнашыусылар иғтибарына Ғафури районынан Алтынбикә сәсән (Фәүзиә Ҡотлогилдина) етәкләгән сәсәндәр мәктәбе тураһында мәғлүмәт еткереп, ҡыҫҡаса уларҙың эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар.

“Ҡыҙыл йәйләүе”нең Гран-прийын Әбйәлил районынан ошо район сәсәне И. Мырҙаҡаевтың вариҫы С. Әхмәтова яуланы. Беренселеккә – Бөрйән райо­нынан М. Хәйбуллина, икенсе урынға Әбйәлилдән Г. Нурғәлиева, Г. Әхмә­ҙиева, Бөрйәндән Р. Исхаҡова сыҡты. Өсөнсө дәрәжәләге дипломға Әбйәлил районынан З. Бәшәрова, Хәйбулланан Ф. Арыҫланова, Силәбе өлкәһенән Р. Хисмәтуллина, Бөрйән районынан Р. Баймырҙина лайыҡ булды. Әбйәлилдән Әҙилә менән Даян Байгилдиндар, Ф. Ни­замова, Һ. Нә­ҙершина, Г. Ниғмә­туллина, Г. Ғафа­рова сәсәндәр үҙәге­нең махсус бүләген алып ҡыуанды.

Тасуири һөйләү оҫталығын, тел байлығын асыҡ сағылдырған, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпостарын өйрәнеүҙе һәм йәш быуынға еткереүҙе бурыс итеп алған “Ҡыҙыл йәйләүе” бәйгеһе был юлы ла шаулап-гөрләп үтте, үҙ маҡсаттарына өлгәште. Беҙҙең төбәктә Марс Мөҙәрис улы ойошторған сәсәндәр мәктәбе тулыланыр, яңынан-яңы халыҡ ижады гәүһәрҙәре яңғырар тигән өмөттәбеҙ. Борон-борондан сәсәндәр халыҡ араһында йөрөп, аң-белем таратҡан, халҡын хаҡлыҡҡа, азатлыҡҡа әйҙәгән, кәрәк саҡта яуға күтәргән, ырыуҙаштарын йыйынға йыйған. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ “Сәсән – дауҙа, батыр яуҙа һыналыр”, “Сәсән барҙа телең тый”, “Сәсән һүҙе ҡылыстан үткер, ҡынды ла ҡырҡыр” тимәгән.

 

Зөһрә БӘШӘРОВА.

 

Әбйәлил районы,

Теләш ауылы.