Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2021, 17:45

Хөкүмәт етәксеһе мәшһүр музыкант менән осрашты

Андрей Назаров Владимир Спиваковҡа рәхмәт әйтте һәм уңыштар теләне.

Хөкүмәт етәксеһе мәшһүр музыкант менән осрашты
Хөкүмәт етәксеһе мәшһүр музыкант менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров мәшһүр музыкант, СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның “Тыныслыҡ артисы” Владимир Спиваков менән осрашты. Осрашыуҙа улар 22 ноябрҙә Өфөлә башланған III Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы тураһында фекер алышты.

Андрей Назаров әйтеүенсә, Владимир Спиваковтың конкурсы Башҡортостандың баш ҡалаһында 2016 йылдан уҙғарыла һәм уникаль сараны тәшкил итә. Уның еңеүселәре танылған оҫталарҙың музыка ҡоралдарына эйә булып, конкурстан һуң уңышлы музыкаль карьера төҙөй.

– Ябай булмаған, хатта ҡатмарлы шарттарҙа быйыл да сит илдәрҙән етди конкурсанттарҙы йыя алыуыбыҙ ҡыуаныслы. Белеүемсә, конкурста Япониянан, Көньяҡ Кореянан, Германиянан һәм Рәсәйҙән 10 скрипкасы ҡатнаша. Иртәгә конкурстың гала-концерты юғары кимәлдә, тантаналы үтер, тип көтәбеҙ. Яҡташыбыҙ булыуығыҙ - беҙҙең өсөн айырым мәртәбә. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм халыҡ-ара музыка сәхнәһендә уңыштар теләйбеҙ, – тине Андрей Назаров.

Владимир Спиваков, Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисадты һәм йәмғиәтте үҫтереүҙә мәҙәниәттең әһәмиәтен айлай, тип билдәләне.

– Бөгөн беҙ киләсәк, оркестрға ярҙам, беҙҙең өсөн музыка ҡоралдары һатып алыу мөмкинлеге тураһында һөйләштек. Был мәсьәләлә үҙ-ара аңлаштыҡ. Беҙҙең өсөн был бик мөһим, – тине Владимир Спиваков.

Осрашыу аҙағында Андрей Назаров Владимир Спиваковка Өфөлә III Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсын ойошторған өсөн рәхмәт әйтте һәм гала-концертты үткәреүҙә уңыштар теләне.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53700

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: