Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2021, 22:00

“Ҡурай даны” премияһын кемдәр алыр?

Был юлы милли телевизион премия өсөн көрәш туғыҙ номинацияла үтте.

“Ҡурай даны” премияһын кемдәр алыр?
“Ҡурай даны” премияһын кемдәр алыр?

“Ҡурай даны” милли телевизион премияһын тапшырыу 2018 йылдан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Ҡурай-ТВ” музыкаль-күңел асыу телеканалы башланғысында ойошторола.

Үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм халыҡҡа танытыу, башҡорт телен, милли мәҙәниәтте һаҡлау, популярлаштырыу, пропагандалау, халыҡ йолаларын, кәсептәрен үҫтереү маҡсатындағы телепремия “Ҡурай-ТВ” каналының иң әһәмиәтле проекттарының береһенә әйләнде, киң танылыу алды. Награда үҙ өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән, һөнәрендә абруй ҡаҙанған эшмәкәрҙәргә, ҡул оҫталарына, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижадсыларға, шулай уҡ төрлө яҡлап танылыу алған ғаиләләргә тапшырыла.

2020-2021 йылдарҙа телепремияға “Ҡурай” каналы тамашасылары тәҡдим иткән исемлектән 45 дәғүәсе һайлап алынған. Был юлы туғыҙ номинация булды: “Ер кешеһе”, “Һөнәр оҫтаһы”, “Эшлекле ханым”, “Ҡул оҫтаһы”, “Ижади ғаилә”, “Миһырбанлы ғаилә”, “Спорт ғаиләһе”, “Йыл тренеры”, “Йыл режиссеры”. Премияның төп принцибы – еңеүселәрҙе ғәҙел юл менән билдәләү. 2020-2021 йылда БЮТ һәм “Ҡурай-ТВ” каналдарында һәр номинант тураһында тапшырыу эфирға сыҡты. Дәғүәселәрҙе тамашасылар интернет тауыш биреү юлы менән һайланы.

Еңеүселәрҙең исеме 3 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ҡурай даны” милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан ителәсәк. Тантаналы саранан репортаж БЮТ һәм “Ҡурай-ТВ” каналдарында күрһәтеләсәк.

Фото: “Ҡурай-ТВ”.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: