Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Ноябрь 2021, 12:27

Ижадына бик етди ҡараны

Гәрәй Исхаҡовтың тыуыуына – 90 йыл.

Гәрәй Исхаҡов үткән быуаттың 70-се йылдарында, йәш драматургтар өсөн театр ишектәрен асыу ауыр булған мәлдә, сәхнәгә килеп менде.

 

Талантлы драматург

 

Ул осор пьесаны ҡуйҙырыу еңелдән түгел ине. Беренсенән, театрҙар аҙ булды, тимәк, йылына ҡуйылырға тейеш әҫәрҙәр­ҙең иҫәбе һанаулы ғына. Ул урындарҙы алдан уҡ билдәле драматургтар үҙ-ара бүлешеп ала. Шуға ла театр репер­туар­ҙа­ры оҙаҡ йылдар бер үк автор­ҙар исемдәренән торҙо. Яңы автор күренһә, ул инде бүленгән бәлештең бер өлөшөнә дәғүә итә. Был танылған драматургтарға оҡшап етмәй. Йәш драматургка үҙенең йомшаҡ әҫәрен (ә тәүге пьеса бер ҡасан да етлеккән булмай) ҡуйырға рөхсәт алыу мөмкин түгел ине. Ни өсөн тигәндә, ул рөхсәт ҡағыҙын, әлеге лә баяғы, Яҙыусылар союзының тәжрибәле драматургтарҙан торған драма секцияһы бирә торғайны.

Ни өсөн был хаҡта оҙаҡ итеп һөй­ләйем? Сөнки Гәрәй Исхаҡов­тың Өфөнән ситтә, Сибайҙа, йәшәгән көйө (ул осор баш ҡалаға Силәбе аша барыу – өс көндө, ҡайтыу тағы өс көндө ала ине) бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп, тәүге пьесаларын сәхнәгә ҡуйырға рөхсәт алғаны һәм ҡуйҙырғаны үҙе бер оло ҡаһарманлыҡҡа тиң булды.

Әле лә хәтеремдә, Сибайҙа ла, Өфөлә лә бик ғәжәпләнә торғайнылар: “Был Гәрәй нисек итеп пьесаһын ҡуйҙыра алды икән?” Ә инде Исхаҡовтың тыныс, сабыр һәм итәғәтле холоҡло, һис тә кабинеттарға аяҡ тибеп ингән кеше түгеллеген белһәң, тағы бер аптырайһы ғына ҡала.

Ә был һорауға яуап бик ябай. Гәрәй тыумыштан талантлы драматург булған. Ана шуға ла уның тәүге әҫәрҙәре үк сәхнә ҡанундарын тойоп яҙылыуы, конфликтлы һәм хәрәкәтле булыуы менән айырылып торған, сағыу образдары менән сәхнәгә юл ярыуға өлгәшкән. Ысынлап та, әҙиптең “Бөркөт ҡанаты”, “Әсә күңеле балала” исемле мелодрамалары бик оҫта яҙылған ине, ошо сәбәпле улар тыуҙырған кисерештәрҙе Сибай театры артистары ла, тамашасылары ла әлегәсә яҡшы хәтерләй.

 

Ябай кеше

 

Гәрәй Исхаҡовты беренсегә күргәндә ныҡ аптырағайным. Уйымса, театрҙа шаулап барған, тамашасылар яратҡан пьеса­ларҙы яҙған кеше мотлаҡ оҙон буйлы, аҡ сибәр йөҙлө, бөҙрә сәс­ле, гел шат йылмайып торған шәхес булырға тейеш. Ә Гәрәй Исхаҡов тәбәнәк буйлы, йыуан­тыҡ кәүҙәле, ҡарағусҡыл йөҙлө ябай ғына кеше икән.

Уға яҙыусы тигән исемдең ҡапыл йәбешеп бармауы гел генә фотоаппарат тағып йөрөүенә, тәү­ге мөмкинлек тыуыу менән шу­ны ҡулына алыуына бәйле бул­ғандыр. Эйе, ул мәктәпте тамамлағандан алып оҙаҡ йылдар “Совет Башҡортостаны”, аҙаҡ “Сибайский рабочий” гәзиттә­ре­нең фотохәбәрсеһе булып эшлә­не. Һуңғараҡ “Башфото “Нур” берекмәһенең Сибай бүлеге етәксеһе вазифаһын үтәне. Шуға бер ҡасан да фотоаппаратынан айырылманы, һәр ваҡыт бер юлы икәү-өсәүһен яурынына аҫып йөрөр ине. Фотоға төшөрә баш­лаһа, тәүҙә береһен һиңә төбәй, шунан икенсеһен тоҫҡай, шул ваҡытта үҙенә генә хас юмор менән ниҙер һөйләнә, билдәле шәхестәрҙе төшөргәндә, булған көлкөлө хәлдәрҙе иҫкә алып, кеткелдәп көлә торғайны.

Хәҙер архивтарымда һаҡлан­ған 70 – 80-се йылдарҙағы фото­ларҙы ҡараһам, уларҙың бөтәһе лә Гәрәй ағайҙың эше икәнен күрәм. Ул ҡыҙыҡ өсөн генә төшөр­мәгән, ана шул күҙгә ташланмаған эше менән тарих өсөн, киләсәк өсөн тырышҡан. Уның архивында Сибай, Баймаҡ ҡалаларының тарихына әүерелгән бик күп фотолар бар ине. Ә билдәле шәхес­тәрҙең рәсемдәре! Уларҙың иҫәбе-һаны юҡ.

Хәтеремдә, 1977 йылдың башында Гәрәй Исхаҡовтың “Аҫыл­таш” исемле пьесаһы буйынса Сибай дәүләт драма театры ҡуйған спектаклдең премьера­һын­да булғайным. Театрҙағы мөхит, тамашасыларҙың артис­тарға, бигерәк тә әҫәрҙең авторына һоҡланып ҡарауы, оло ихтирам күрһәтеүе, спектакль бөткәс, уға аяғөҫтө тороп оҙаҡ ҡына ҡул сабыуы, ҡала һәм комбинат етәкселәренең сәхнәгә күтәрелеп ҡотлауы, ҡыйбатлы бүләктәр биреүе миңә бик көслө тәьҫир иткәйне. Ана шунда драматургтың тормошо шағир, прозаиктыҡынан ҡырҡа айырылғанын күрҙем. Ысынлап та, прозаик булараҡ, күпме хикәйә, повесть яҙғанмын, әммә мине бер кем дә белмәй, ҡотламай, бүләктәр бирмәй. Ә драматургка бер пьесаһы өсөн ана ниндәй хөрмәт күрһәтелә. Ошо тойғолар драматург булып китеүем сәбәптәренең береһе булғандыр ҙа, тип уйлайым.

Гәрәй Исхаҡов, 1979 йылда ойошторолоп, Урал аръяғы ра­йон­дарында йәшәгән йәш яҙыу­сыларҙы йыйған “Ирәндек” әҙәби берекмәһенең тәүге етәксеһе лә булды. Әммә ғүмер буйы, фотограф булараҡ, фәҡәт үҙ бурыс­тары менән мәшғүл кешегә ойоштороу эштәре ауыр бирелде, был мәшәҡәттәрҙе яратып та етмәне. Тантаналы ултырыштар мәлендә ул, етәксе булараҡ, алда йөрөргә, президиумдарҙа улты­рырға, тел­мәр һөйләргә тейеш икәнен онотоп, ошо байрамды та­рихта ҡал­дырыр өсөн фотоға төшөрөргә тотонор, ә сығыш яһау­ҙы урын­баҫарына, йәғни миңә ҡушыр ине. Шуға ла бер нисә йылдан был вазифаны ҙур ҡыуаныс менән бөтөнләйгә миңә тапшырҙы ла инде. Шунан һуң “Ирәндек” берекмәһенең ултырышына ла һирәк килә башланы. “Шиғырҙы аңламайым мин, үҙегеҙ генә тикшерегеҙ”, – ти торғайны.

...Гәрәй Исхаҡов әҙәбиәткә 60-сы йылдарҙа килде. Тәүге әҫәре “Әсә күңеле балала” тигән драма ине. Ул Сибай халыҡ театрында ҙур уңыш менән ҡуйылды һәм авторға драматургия менән ныҡлап шөғөлләнергә этәргес булды. Гәрәй ағай дәртләнеп “Бөркөт ҡанаты”, “Аҫылташ” драмаларын ижад итте. Уларҙың Сибай драма театры сәхнәһендә ҡуйылыуы авторҙы ысын драматург итеп танытты.

Үҙ ижадына Гәрәй Исхаҡов бик етди ҡараны, шуға ла пьесаларын ауыр һәм оҙаҡ ижад итте, ҡайһы берҙәренә бишәр-алтышар йыл тормошон бағышланы, улар­ҙың алты-ете вариантын яҙҙы. Был, әлбиттә, әҙиптең үҙ әҫәр­ҙәренә оло талапсанлығынан килде.

80-се йылдарҙа Гәрәй Исхаҡов тамашасыларҙы “Етеле шәм”, “Авария” тигән пьесалары менән ҡыуандырҙы. Был әҫәрҙәр Сибай­ҙа, шулай уҡ күп кенә халыҡ театрҙарында ҡуйылды. Аҙаҡҡы йылдарында Гәрәй Исхаҡов һуғышҡа арналған “Аманат” драмаһы өҫтөндә эшләне.

 

Яҙмыш һынауҙары

 

Ғүмеренең һуңғы осоронда яҙмыш уға ауыр һынауҙар кил­терҙе. Яратҡан улының фажиғәле үлеме Гәрәй Исхаҡовты тәүге ғаиләһенән китергә мәжбүр итте. Ул өйрәнгән, күнеккән Сибайҙы ташлап, Баймаҡ ҡалаһына күсте, ҡатмарлы боролош заманында ирекле фотографҡа ниҙәр яҙған, шуны күрҙе, шуға ҡарамаҫтан, ижадты ла онотманы. Ошо мәлдә “Һайра, һандуғасым” пьесаһын яҙҙы. Ул профессиональ һәм халыҡ театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды.

90-сы йылдар башында драматург яңы ғаиләһе менән йәнә Сибайға күсеп килде. 1994 йылда, мин һуңғы тапҡыр күргәндә, Гәрәй Исхаҡов оло ижади пландар менән яна ине. Һуғыш темаһына арналған яңы пьесаһын яҙып бөткәне хаҡында шатланып һөйләне, пьесаларын бергә туплаған китабы сығып килеүен әйтте, яңы һатып алған япон фотоаппаратын күрһәтеп ҡыуанды. Беҙ элекке “ирәндек”селәрҙе йыйып, Өфөлә, Сибайҙа, Баймаҡта ижади кисәләр үткәрергә хыял­ландыҡ. Әммә Гәрәй Исхаҡов, тормошта артыҡ шауламай, күренмәй, баҫалҡы ғына йәшәгән кеүек, арабыҙҙан да һиҙҙермәй генә, ҡапыл китеп барҙы...

Уның әҫәрҙәре, китабы ҡалды. 2000 йылдар башында мин, жю­ри ағзаһы булараҡ, Халыҡ театр­ҙары фестивален ҡарағанда, күп кенә коллективтың Гәрәй Исхаҡов ижадына әйләнеп ҡайтыуын кү­реп, оло ҡыуаныс кисерҙем. Күп­тән түгел Әлмәт татар драма театры драматургтың “Һайра, һандуғасым” пьесаһын сәхнә­ләш­тергәнен ишеттем. Тимәк, яҙыу­сы­ның ижады йәшәй. Беҙҙе, ҡә­ләм­дәштәрен, иң ҡыуандыр­ғаны ошо.

Наил ҒӘЙЕТБАЙ.

Читайте нас: