Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Ноябрь 2021, 13:36

Ҡурайсы һәм ҡумыҙсының ҙур уңыштары

“Башҡорт ҡумыҙ сәнғәтен күтәреү мөһим”, – ти Илнур Хәйруллин.

Фотолар – геройҙың шәхси альбомынан.
Фото:Фотолар – геройҙың шәхси альбомынан.

Быйыл көҙ Мәскәүҙә “Музыканың тылсымлы һулышы” төбәк-ара милли ҡоралдар фестивале булды. Ул варганға (ҡумыҙ) бағышланғайны. Гран-приға республикабыҙ вәкиле –          Х. Әхмәтов исемендәге филармонияның ҡурайсы-солисы Илнур Хәйруллин лайыҡ булды. Уның еңеүе, конкурс тураһында сайтыбыҙҙа яҙғайныҡ. Илнур менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатынан һөйләшеүҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

 

– Илнур, моңға ғашиҡ күңе­легеҙ ҡайҙарҙан инеш ала?

– Ишембай районының Этҡол ауылында Дамира менән Радик Хәйруллиндар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым – оҫта гармунсы, әсәйем дә йыр-моңға ғашиҡ. Ул ниндәй генә эшкә тотонмаһын, күңеленән йыр урғыла. Бишектә ятҡан сағымда уҡ моңға ғашиҡ булғанмындыр, моғайын.

Йыр-моңдо яратыуыма артабан балалар баҡсаһында музыка уҡытыусыһы Нурия Әбүбәкерова апай ҙа сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Ул, мине айырым алып ҡалып, йыр дәресе бирә торғайны. Өфөгә “Тамыр” балалар студияһына алып барырға ла тәҡдим итә ине, ә  мин, ҡурҡып, ризалашмай торғайным.

Мәктәп йылдарым да Нурия апай янында үтте. Ул биргән дәрестәр ижадыма башланғыс бирҙе. Ошо йылдарҙа Этҡол мәҙәниәт йортонда, мандолина ансамбленә ҡушылып, тәүҙә ҡумыҙҙа, һуңынан ҡурайҙа уйнай башланым.

Бер саҡ ауылға Өфө филар­монияһы артистары килеп төштө. Азат Айытҡолов тураһында ишетеү менән, клубҡа йүгерҙем. Уның сығышы миңә бөтөнләй икенсе донъяны асты. “Ҡурайҙа шулай көслө, моңло уйнап буламы икән ни?” тигән һорау күңе­лемә оҙаҡ ҡына тынғы бирмәне.

11-се класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына индем. Ҡу­рай серҙәренә мәшһүр Ришат Рә­химов ағай өйрәтте. Артабан – сәнғәт академияһы, унда ла ике курс Ришат ағайҙа белем алдым.

 

– Уҡыуҙы тамамлағас та фи­лармонияға эшкә килдегеҙме?

– Студент сағымда уҡ эшләй башлағайным. Ә сәнғәт акаде­мияһын тамамлағас, Өфө районы Авдон ауылының мәҙәниәт йорто директоры булдым. Тап шул саҡта урыным сәхнәлә икәнен яҡшы аңланым. Әмәлгә ҡалған­дай, Азат ағай Айытҡолов, мине үрләтәләр, урыныма филармо­нияға кил, тип саҡырып алды.

Шөкөр, күп кенә Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа беренсе урындар яуланды. Ми­неңсә, иң ҙур уңышым – 2015 йыл­да үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында Олег Лундстрем исемендәге джаз музыкаһы дәү­ләт камера оркестры менән соло уйнау. Һуңынан Төркиә, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Болгария, Германия, Франция, Голландия, Чехия, Азербайжан, Канада, Австрия кеүек илдәрҙең сәхнә түрҙәрендә сығыш яһарға насип итте. Олег Ҡасимовтың джаз оркестры менән дә күп уйнаным. Сочи ҡалаһында джаз фестивалендә ҡатнашҡан саҡта Игорь Бутман беҙҙең сығышты күреп, гала-концертҡа саҡырҙы. Унда мин сәхнә түренә ауылдашым Илдус Әйүпов аулаған бүре толобон ябынып сығып, ҡурай, ҡумыҙҙа “Бүреләр һунары” импрови­зацияһын башҡарҙым. Игорь Бутман, Патти Августин, Трилок Гурту, Ник Вест кеүек донъя кимәлендәге джаз йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһау үҙемә ышанысымды арттырҙы һәм артабан да янып эшләргә дәрт бирҙе.

– Мәскәүҙәге ҡумыҙсылар конкурсына нисек эләктегеҙ?

– “Музыканың тылсымлы һулышы” конкурсына ойоштороу­сылар мине социаль селтәр аша саҡырҙы. Миңдеғәфүр ағай Зәйнетдинов менән Артур Ғайсаров та ҡатнашыуымды хуплағас, дәртләнеп киттем.

Икенсе турға үтеүселәр ара­һында Тыва, Бүрәт, Саха (Яҡут) республикаларынан, Алтайҙан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡумыҙсылар булды, шул иҫәптән Башҡортостандан мин дә. Сара ҡатнаш форматта – онлайн һәм оффлайн рәүешендә ойошторолдо.

 

– Гран-при яуларға мөмкин икәнлегендә үҙегеҙҙә ышаныс бар инеме?

– Быға тиклем дә ҡумыҙсылар конкурсында еңгәнем булды, шуға күрә төп призға лайыҡ булыуға өмөт юҡ түгел ине. Гран-при, маҡтаулы исемдәр халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашҡанда шәхси яҡтан ғына түгел, ғөмүмән республика сәнғәтенә мәртәбә өҫтәй. Шул яғы менән еңеүем айырыуса ҡәҙерле. 

 

– Ҡумыҙға бәйле ниндәй ижади пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләр инегеҙ?

– Маҡсатым – Яҡутстанда үткән виртуоз ҡумыҙсылар ярышына барып, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп ҡайтыу. Был респуб­ли­кабыҙ өсөн генә түгел, халҡы­быҙ­ҙың ҡумыҙ сәнғәтен күтәреү йәһәтенән дә мөһим. Әлегә беҙҙә Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтан баш­ҡа ҡумыҙсылар менән эш­лә­гән кеше юҡ. Үҙенең көсө менән генә ул байтаҡ эш башҡара, райондар буйлап йөрөй.

Беҙҙең халыҡ музыка ҡорал­дарының бәҫен тағы ла күтәреү зарур.

 

– Байтаҡ ҡына сит тарафтарҙа сығыш яһағанһығыҙ. Ә бына күрергә, йөрөргә теләгән тағы ниндәй ил-ҡитғалар бар һәм ни өсөн тап улар?

– Алыҫ илдәрҙән Японияла ныҡ булғым килә. Бер яҡтан, унда эләгеүе ҡыйын, икенсе яҡтан, шул тиклем үҙенсәлекле мәҙә­ниәт һаҡланған, ҡайһы бер музыка ҡоралдары ла беҙҙеке менән оҡшаш.

Ҡайҙа барһам да, миңә иң беренсе халыҡ сәнғәте менән таны­шыу ҡыҙыҡ. Музыка ҡоралдарын өйрәнеп ҡарайым, легендаларын, халыҡ йырҙарын тыңлайым, үҙен­сәлекле мелизматикаларына (бор. грек теленән “мелизма” – йыр, көй мәғәнәһендә – Р.Ғ.) иғтибар итәм.

 

– Ҡурай, ҡумыҙҙан тыш, тағы ниндәй халыҡ музыка ҡорал­дарында уйнайһығыҙ?

– Яратып уйнаған халыҡ музыка ҡоралдары араһында шулай уҡ думбыра, әрмән дудугы, индеецтарҙың кена тигән музыка ҡоралы, ирен гармошкаһы, гармун, ҡыуыҡлы һорнай (волынка) бар. Думбыраларым өс төрлө: үҙебеҙҙең башҡорттоҡо, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ халыҡтарыныҡы.

Ғөмүмән, мин – экспериментатор. Берәй музыка ҡоралы оҡшаны икән, үҙаллы өйрәнә башлайым. Көйҙәр ҙә яҙам, аранжировкалар эшләйем. Аҙаҡҡы яҙған көйөм – “Тауҙар иле”, уны әле филармонияның ҡурайсылар ансамбле менән уйнап йөрөйбөҙ.

 

– Сәхнә кешеһе булғас, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә лә осрап тораһығыҙҙыр әле?

– Игорь Бутман саҡырыуы буйынса Сочиға барып сығыш яһаған  саҡты иҫләйем. Тышта 40 градус эҫе, шул ваҡытта миңә бүре тиреһен ябынып сәхнәгә сығырға тура килде. Аҙаҡтан, тирене киптерергә тип, уны водитель яғындағы алғы ултырғысҡа һалып ҡуйҙым.

Юлда беҙҙе ЮХХДИ хеҙмәт­кәрҙәре туҡтатты. Инеп килгән ыңғайы инспектор, бүре башын күреп, ныҡ тертләне. Ҡайҙан бу­лыуыбыҙҙы һорашып, Баш­ҡортос­тандан икәнде белгәс, үҙе лә шул бүрегә бәйләп, “һеҙгә мөмкин” тигән һымаҡ мәҙәк һөйләп, көлдөрөп сығып китте.

Ә берҙе Мәскәүҙә булғанда, мине грим бүлмәһенә бикләп сығып киткәйнеләр. Унда оркестр менән барғайныҡ.

Гримерка “г” хәрефе форма­һында эшләнгән ҙур ғына бүлмә ине. Миңә концерттың уртаһын­дараҡ сығырға кәрәк. Кейем менән булышып, төптә ултырып ҡалғанмын, һәм егеттәр, күрмәй, бикләп киткән. Концерт бара, мин уныһына ла, быныһына ла шылтыратып ҡарайым – оркестрҙа уйнап ултырғас ни, егеттәр бере­һе лә ишетмәй! Ярай ҙа береһе телефонына күҙ һалып, минең шылтыратҡанды күреп ҡалған. Килеп тиҙ генә астылар, һәм мин ваҡытында сығып өлгөрҙөм.

 

– Тағы ла ниндәй уңыш­тарығыҙ айырыуса иҫтә ҡалды?

– Үткән йыл, пандемия арҡа­һында ҡатмарлыраҡ булһа ла, минең өсөн бик уңышлы осор бул­ды, тиергә кәрәк. Ике тапҡыр Санкт-Петербургта “Добровидение” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаштым. Унан һуң барып, “Даирә-фест” көнсығыш музы­каһы фестивалендә сығыш яһа­ныҡ. Рәсәй Федерацияһы хөкү­мәтенең 35 йәшкә тиклемге сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелә торған стипендияһына ла, “Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы” исе­менә лә былтыр лайыҡ булдым.

 

– Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы, күп кенә халыҡ ҡоралдарында уйнаған талантлы артистың халҡыбыҙҙың музыка сәнғәтен киңерәк танытыу буйынса үҙ пландары, маҡсат­тары ла барҙыр, моғайын.

– Әлбиттә. Иң ҙур теләгем – республикабыҙ ауылдары буйлап йөрөп – төпкөл ауылдарҙа, ә район үҙәктәре, ҡалаларҙа түгел – балаларҙан торған ҡурай, ҡумыҙ ансамблдәре төҙөү. Пандемия был ниәттәрҙе туҡтатып торҙо, шулай ҙа алдымда, яҡын киләсәктә был эште, һис шикһеҙ, башҡарырға, тигән маҡсатым тора. Бай милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫеп килгән быуынға тапшырыу эшенә үҙемдең өлөшөмдө индерә алһам, ныҡ бәхетле булыр инем.

Тағы ла бер ҙур хыялым – Рәсәй буйлап үҙемдең концерттар менән йөрөп сығыу. Беренсе урында, әлбиттә, ҡурай, унан – ҡумыҙ, дудук, һорнай, өзләүҙән торған ҡатнашма концерт итеп эшләргә ниәт бар.

 

– Үҙебеҙҙең илдең, сит тараф­тарҙың сәхнәләрен яулаған музыка эйәһенең ниәттәре мотлаҡ барып сығыр, тип ышанабыҙ һәм ижадығыҙҙа артабан да уңыштар теләйбеҙ, Илнур!

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: