Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Ноябрь 2021, 14:03

Йәшлектән ҡунаҡ (Дауамы)

Хөсәйен, лысма һыу плащын сисеп, сөйгә йәйеберәк элде лә, сәйнүктән һыу һалып эскәс, һикегә терәлде. Аҙбар эсендә ҡураларҙы тәртипкә килтереп йөрөп, арығайны ул. Бер аҙ хәл йыйырға ла тамаҡҡа әҙерләргә кәрәк, балалар уҡыуҙан ҡайтып килер, тигән фекер үҙенән-үҙе төйнәлде. Ни бынау ҡатын ваҡытһыҙ ауырып китте, тип әсенде ир. Хәйер, йөклө кешегә ҡарата улай тип әйтергә лә ярамайҙыр. Ауырыу бит һорап килмәй берәүгә лә. Ә балаһын тыуҙырырға иртәрәк шикелле.

Өҫтәлдә ятҡан махорка ҡабын алып, гәзит йыртты ла тәмәке төрә башланы Хөсәйен. Тышта инде нисәнсе көн ямғыр быҫҡаҡлай, тәмәке төтәтергә уңайлы урыны ла юҡ. Ошонда, мейес алдында ултырмағанда. Уның уйҙарын бүлеп, ҡаты итеп ишек шаҡынылар. “Атаҡ, ҡайһыһы йөрөй бындай йүнле кеше этен дә сығармаҫ көндә?” Хөсәйен тамағын ҡырҙы ла көр тауыш менән:

– Ишек бикле түгел. Керегеҙ! – тип ҡысҡырҙы.

Тупһала ҡалҡыу ғына буйлы, өҫтөнә һары плащ кейеп, ҡара шәл ябынған йәш һылыу ҡатын күренде. Итектәрен соланда һалған булһа кәрәк, ойоҡсан.

– Ғәфү итегеҙ, Хөсәйен ағай һеҙ булаһығыҙмы? – тине ул, өй хужаһын ҡараштары менән бырауларҙай итеп.

– Эйе, мин булам. – Тәмәкеһен мейес ҡашағаһына ҡуйып, Хөсәйен артабан ни эшләргә белмәй ҡатып ҡалды. – Ә һеҙ кем?

– Мин бик йыраҡтан киләм, ағай. – Ҡатын, уңайһыҙ йылмайып, ян-яғына ҡаранды. Ултырырға урын самалай ине ул. – Бер кешене эҙләйем.

– Ә һеҙ тәүҙә өҫтөгөҙҙө һалығыҙ! – Өй хужаһы артһыҙ ултырғысты ишеккә яҡыныраҡ шылдырҙы. – Бына ошонда…

– Рәхмәт. – Ояла-тартына өҫтөн һалып, сәсен тәртипкә килтергәс, ҡатын тәҡдим ителгән урынға сүгәләне. – Мин ваҡытығыҙҙы күп алмам.

– Исемегеҙ кем була? – Хөсәйен тәмәкеһен урап бөтөрөргә була ҡулына алды. – Кемде эҙләйһегеҙ? – Бер аҙ торғас, өҫтәне, – ярҙам итә алһам…

– Маһинур мин. – Ҡатын арыған ҡиәфәт менән йылмайҙы. – Ғилметдин Ҡунафин тигән кешене эҙләйем. Күптән.

Хөсәйен яуап ҡайтарырға ашыҡ­маны. Тәмәкеһен урап бөтөрөп, мейес алдына сүгәләне лә, тоҡандырып, бер-икене һурғас:

– Ҡунафин, тиһең инде? – тип һораны. – Ғилметдин. – Өй хужаһы ғәйепле кешеләй йылмайҙы. – Бер ҙә иҫкә төшөрә алмайым шул. Ҡасаныраҡ күрҙем икән мин ул кешене? – Әсе төтөндән сытайған йөҙ килеүсегә төбәлде.

– Һеҙ уның менән һуғышта бергә булғанһығыҙ, тинеләр. – Ҡатын, ян кеҫәһенән кескәй генә һүрәт сығарып, өй хужаһына һондо. – Бына.

Өй хужаһы, һүрәтте ҡулына алып, берауыҡ һүҙһеҙ торҙо. Башын сайҡап, тамағын ҡырҙы ла:

– Иҫкә төштө Ғилметдин, – тине ниндәйҙер сер йәшеренгән тауыш менән. – Осрашырға тура килгәйне шул. Ҡырҡ беренсе йылдың йәйендә…

Хөсәйен тәмәкеһен аллы-артлы бер нисә тапҡыр ҡомһоҙланып һурҙы ла, мейес төбөнә ырғытып, аяғүрә баҫҡас, ҡунағына бер аҙ ҡарап торҙо. Нисегерәк еткерергә һиңә был хәбәрҙе, тип уйланды, ахырыһы.

– Эҙләгәс, ҡайтмаған, тигән һүҙ була инде, – тип дауам итте ул, ҡайтанан һикегә ултырып. Бер килке урамға ҡарап торғандан һуң, – ҡайта торған ерҙә түгел шул ул, һеңлекәш, – тип көрһөндө. –  Әруахтар донъяһынан ҡайтыу юҡ.

– Ә уның ҡәбере ҡайҙа?! – Ҡатын бирешергә теләмәне. – Үлгәндәрҙең ҡәбере була ла инде.

– Ҡәбере тиһең инде. – Хөсәйен, урынынан ҡуҙғалып, тәҙрә төбөнә барып баҫты. – Мин уны йыраҡтан ғына күҙәтә алдым шул. Теләһәгеҙ, һөйләйем.

Ҡатын өндәшмәй генә башын һелкте.

…1941 йылдың йәйе. Хөсәйен ул саҡта колхозда бригадир булып эшләй ине. Һуғыш сыҡҡас, уны ла алдылар. Ғилметдин менән ул Көнбайышҡа юл тотҡан вагонда осрашты. Башҡортлоғон самалап, һүҙ ҡатҡайны, һөйләшеп киттеләр. Икеһенә лә егерме генә йәш, өйләнеп, ғаилә ҡорорға өлгөрмә­гәндәр. Фронт һыҙығына етмәҫ элек үк уларҙың эшелоны фашист бомбардировщиктарының көслө утына эләкте. Ҡот осҡос мәхшәр! Бомбалар әле бында, әле тегендә ярыла. Поезд туҡтаны, унан эркелешеп сыҡҡан ҡыҙылармеецтар яланға һибелде. Командирҙар ҡысҡырып ҡарай, тик уларҙы кем ишетһен! Бомбаларын ташлап бөтөргәс, самолеттар кире Көнбайышҡа китеп юғалды.

Тирә-йүн тып-тын. Әйтерһең дә, тере йән эйәһе ҡалмаған. Хәйер, бомбалар тауышына ҡолаҡ тонғанға ғына шулай тойолған икән. Һирәгәйгән ҡыҙылармеецтарҙы бер урынға туплап, тиҙ генә мәйеттәрҙе бер соҡорға йыйып күмделәр ҙә ҡояш байышына табан тәпәй­ләнеләр, ләкин оҙаҡ атларға тура килмәне, сафтарҙы ҙур ғына йөк машинаһы ҡыуып етте лә унан төшкән ике офицер менән бер нисә ҡыҙылармеец винтовкалар, пуля һәм гранаталар өләшкәс, яҡындағы урман ситендә фронт тоторға ҡушылды.

– Ҡара уны, сигенәһе булмағыҙ! – тип пистолетын күккә сөйөп янаны иң ҙур командир. – Ҡояш байып, күҙ бәйләнгәс кенә ҡуҙғалырһығыҙ!

Ҡыҙылармеецтар ас, исмаһам, поход кухняһы ла күренмәй. Арлы-бирле окоп соҡоп, урынлашып та өлгөрмәнеләр, дошман пушкаларҙан ут асты. Быныһы инде тиҙҙән һалдаттар һөжүмгә күсә  тигәнде аңлата ине. Снарядтар, сыйылдап, уңлы-һуллы, ҡайһы берҙәре хатта окоптар өҫтөндә ярыла. Әсе шартлау һәм уға ҡушылып яраланғандар тауыштары – тамуғың дә кәрәкмәй. Әле окоп төбөнә боҫоп, әле башын күтәреп, тирә-яғына күҙ һалған Хөсәйендең ҡолағына бер саҡ:

– Стой! Ты куда, трус! – тип ҡысҡырған һәм винтовка затворы шылтыраған тауыш салынды. – Да я тебя!

Ул тауыш килгән яҡҡа күҙ һалды. Ҡыҙылармеецтарҙан кемдер, һикерәндәй-һикерәндәй, артҡа табан йүгерә. Күрәһең, был мәхшәрҙән ҡасып ҡотолорға теләй. Туҡта, һыны таныш кеүек тәбаһа! Бәй, Ғилметдин бит. Ул арала атыу тауышы яңғыраны һәм теге ҡыҙылармеец, һөрөнөп китеп, ергә ауҙы. Ниндәй хурлыҡлы үлем, тип уйларға ла өлгөрмәне Хөсәйен, яҡында ғына ярылған снарядтың ярсығынан һул яҡ сикәһе яраланып, йәш һуғышсы окоп төбөнә ҡоланы ла иҫтән яҙҙы.

…Дөм-ҡараңғы төн. Төпһөҙ күктә иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар ғына емелдәшә. Ҡайҙандыр әллә ухылдаған, әллә ыңғырашҡан тауыштар салына ҡолаҡҡа. Иҫенә килгән Хөсәйен, көслө һыҙлау һиҙеп, һул яҡ сикәһен һыйпаны, ҡулы йәбешкәк ҡанға буялғас, ул көндөҙ дошман снарядынан яраланғанын хәтеренә төшөрҙө. Ә ҡалған иптәштәре ҡайҙа? Ул аяғүрә баҫып, тирә-йүнен байҡарға иткәйне лә, берәй аҙашҡан пуляға юлығыуҙан ҡурҡып, яйлап ҡына окоп ситенән башын ҡалҡытты. Тегендә-бында һибелеп ятҡан түмгәктәрҙән, улары ла, моғайын, мәйеттәрҙер, бер ни ҙә күҙгә эленмәне. Кеҫәһенән марля сығарып, яраһын бәйләргә самалағайны ла ҡолағына ишетелер-ишетелмәҫ кенә “Помогите!” тигән тауыш салынды.

Эсенә йылылыҡ йүгерҙе Хөсәйендең, тимәк, ул бында яңғыҙы түгел. Ҡыҙылармеец сайҡала-сайҡала, тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы. Күп тә барманы, бомба иҙгән бер соҡорҙа уң аяғын ҡосаҡлап ятҡан кешене тап итте. “Ғилметдин!” Шатлыҡ тойғоһон көслө шик ситкә ҡыуҙы: “Дезертир!”

– Һин? – ят тауыш менән һораны Хөсәйен.

–- Үлмәнеңме ни, тиһеңме? – Көсһөҙ генә шыбырҙаған Ғилмет­дин асыуын йәшермәне. – Мин йәшәргә тейеш, Хөсәйен! Аңлай­һыңмы, йәшәргә!

Нимә тиһен Хөсәйен? Бер кемдең дә үлгеһе килмәй. Былай ҙа күреп тора бит уның ни рәүешле йәшәргә ынтылғанын. Бына кем менән уртаҡлашырға тура килә уға яҙмышты. Эх, белгән булһамы, был яҡҡа табан аяҡтары ергә теймәй шатланып ынтылаһы урынға, тиҙерәк ҡасыуҙы хәстәрләр ине.

Ул арала таң да беленде. Һүҙһеҙ генә яраларын бәйләшкәс, көнсығышҡа ыңғайланылар. Дөрөҫөрәге, күберәк төнөн хәрәкәт итеп, көндө берәй ышыҡта үткәрергә тырыштылар. Ғилметдин ара-тирә һүҙ ҡушып ҡараһа ла, Хөсәйендең әңгәмәне дауам иткеһе килмәне. Ирекһеҙҙән иш булған юлдашына ҡарата йылы тойғо юҡ ине уның күңелендә. “Ҡурҡаҡ, һатлыҡйән! Ана шундайҙар арҡаһында сигенәләр ҙә инде”. Шулай фекер йөрөттө йәш ҡыҙылармеец.

Көндәр яйлап уҙа тора, ә бараһы юлдың осо-ҡырыйы күренмәй, сөнки дошман йылдам алға бара. Бармай тағы, ул бит – танкыла йә мотоциклда.

– Былай бармай, Хөсәйен! – тип һүҙ башланы бер кис Ғилметдин. – Ни хаҡына интегергә? Беҙ шыр тиле түгел дә баһа! Әллә беҙ ошонда ятып үлһәк, Гитлер һуғышты туҡтатыр, тиһеңме? Юҡ! Һин теләһәң ни эшлә, ә мин әсирлеккә төшәм. Тереләй тотоп ашамаҫтар, фашист та кеше бит.

– Ә антың? – тип асыулы яуап­ланы Хөсәйен. – Һин был тыуған илеңде һаҡларға ант бирҙең.

– Һаҡларға, эйе. Тик ошонда ятып үлергә түгел. – Ғилметдин боролоп, юлдашына арҡаһын ҡуйып ятты. – Миңә йәшәргә кәрәк. Тегендә мине кәләш көтә. Ә һуғыш тиҙҙән бөтәсәк.

Хөсәйен тынлыҡ һаҡланы. Арып килеп, йоҡо баҫа башлағайны уны.

Һандуғас һайрауына күҙҙәрен асып ебәрһә, ҡояш ярайһы күтәрелеп тә өлгөргән. Һиҫкәнеп, ян-яғына күҙ һалһа, юлдашынан елдәр иҫкән, винтовкаһы ғына аунап ята. “Тимәк, дошман яғына шылған”. Ҡалҡына биреп, Хөсәйен уның эҙе оло юлға табан барыуын күрҙе. “Бәй, күҙ күреме ерҙә берәү туҡмаҡлай бит, моғайын, шул үҙелер. Юҡ, ҡыуып етеп, туҡтатырға кәрәк!” Ҡыҙылармеец, бар көсөн туплап, алға ынтылды. “Хәҙер ҡыуып етә ул һатлыҡйәнде”. Эсендә асыу торған һайын ҡабара барҙы. “Хәҙер, хәҙер. Ана, юлда дошман танкылары күренде”.

Ләкин тырышыуы бушҡа булып сыҡты, Ғилметдин дүрт аяҡлап тигәндәй юлға сыҡты ла, ни ғиллә, ике аяғына баҫып, ҡулдарын өҫкә күтәрҙе.

– Ана нисек, – тип һуҙҙы бығаса шым ултырған Маһинур. – Пленға төшкән тәки, ҡәбәхәт! – Ул үҙен үҙе белештермәй, ҡысҡырып ебәрҙе. – Ә мин уны бында нисәмә йыл эҙләйем. Бармаған урын ҡалманы. – Ҡатын мышҡылдай башланы.

– Юҡ, һеңлекәш! – Хөсәйен ҡалҡынды. – Төшмәне. Уны фашист танкы ер ҡорто урынына иҙеп китте. Шуға уның ҡәберен таба алмағанһың һин...

– Төп башына ултыртҡан ул һине. – Ғилметдин, ниҙәндер ҡәнәғәт булып, ике усы менән тубығына һуғып алды. – Хәйер, ул саҡта алдаша белеү үҙе бер бәхет булғандыр әле. Танышҡан көндә үк уға күңел ятмағайны шул. Иҫәнме икән үҙе?

– Белмәйем. – Маһинур, башын күтәреп, күккә ҡараны ла урынынан тороп, ишеккә табан атланы. – Һинең Мартаң һаман йоҡо һимер­тәме? – тине, ҡунағына ҡарамай ғына.

– Булыр. – Ғилметдин дә ҡуҙ­ғал­ды. – Үткән төн аэропортта йоҡо эләкмәне бит. Ҡарале, Маһинур, – тине ул, ян-яғына ҡаранып, – һин миңә балта менән бысҡы бир ҙә, йүнәтәйем бынау ҡоймаларҙы, ә…

– Хәҙер алып сығам. – Хужа­бикәнең эскерһеҙ тәҡдимгә күңеле булды, ахырыһы, киң итеп йыл­майҙы ла соланға табан йүге­рекләне.

Ҡояш офоҡҡа инеп юғалғансы тиерлек Ғилметдин ҡанатланып эшләне: соҡор ҡаҙыны, бағаналар ултыртты, бысты, юнды, ҡаҙаҡ­ланы. Бер аҙҙан иренә ярҙамға Марта ла ҡушылды. Сикһеҙ ҡәнәғәт ине икеһе лә күңел арбатырлыҡ эш табылыуға. Киске йоҡоға талғанда ирҙең йөҙөндә йылмайыу балҡый ине.

– Мин ауыл буйлап йөрөп ҡайтайым әле, – тине Ғилметдин, иртәнге сәйҙе эсеп бөтөргәс. – Тыуған нигеҙ ҙә һағындырҙы.

– Мин дә һинең менән! – Марта ла урынынан ҡуҙғалды. Өйҙә ултырып ялыҡҡайны ул.

– Беләһеңме, Марта, – Ғилметдин һиҙҙермәй генә хужабикәгә күҙ һалды. – Бында мосолман традициялары буйынса йәшәйҙәр. Ә уларҙа етәкләшеп йөрөү ғәҙәте юҡ. Һин өйҙә генә ултыр инде, йәме?

Фрау, ниҙер әйтергә теләп, ауыҙын асҡайны ла, әммә үҙенең бында сит кеше икәнлеген иҫенә төшөрөп, тыйылды.

 

Тимер ЮРМАТИН.  

Читайте нас: