Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Ноябрь 2021, 07:00

“Ғәйбәт һүҙҙәрҙән өҫтөн булырға өйрәтте”

Бала саҡтағы үсекләү һүҙе өсөн үпкәләгән Резидә Әминеваға әсәһе ниндәй алтын кәңәш биргән? 

“Ғәйбәт һүҙҙәрҙән өҫтөн булырға өйрәтте”“Ғәйбәт һүҙҙәрҙән өҫтөн булырға өйрәтте”
“Ғәйбәт һүҙҙәрҙән өҫтөн булырға өйрәтте”

Шыҡһыҙ ғына көҙҙө йәмләгән, меңәрләгән әсәләрҙең йөҙөндә нур балҡытҡан, меңәрләгән ул һәм ҡыҙҙарҙың күңелендә ғәзиз кешеһенә ҡарата рәхмәт хистәрен барлатҡан, баҡыйлыҡҡа күскәндәрен ҡәҙерле, яҡты хәтирәләр аша иҫләттергән матур байрам ул – Әсә көнө. Ошо байрам алдынан башҡорт йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан артистарҙың бер нисәүһенә ғәзиз әсәләре тураһында һөйләүҙе һорап мөрәжәғәт иттек.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резидә Әминеваның һөйөклө әсәһе Ғәйшә Мөхәмәҙиә ҡыҙына 85 йәш тулған.

“Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Аллаға шөкөр, зиһене теүәл, тормошто яратып, изге доғаларын уҡып, беҙҙе ҡурсалап ултыра. Ул бөгөн Бөрйән районының Яңы Усман ауылында һеңлемдең ғаиләһендә йәшәй. Атайыбыҙ менән татыу ғүмер кисереп, ете бала – бер ул, алты ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн бер-беребеҙ өсөн йән атып, туған йәнле булып, татыу йәшәйбеҙ икән – был ҡәҙерле кешеләребеҙ биргән матур тәрбиәнән килә.

Әсәйемдең аҡыллы кәңәштәре алтынға бәрәбәр. Донъя хәлдәре, яңылыҡтар менән танышып бара, заманса фекерләүе менән беҙҙе бигерәк тә һоҡландырып ҡуя. Шуға ныҡ ҡыуанам: балаларыбыҙ өләсәй тәрбиәһен тойоп үҫте һәм әле үҙҙәре өләсәйҙәре тураһында хәстәрлек күрә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Был – үҙе ҙур бәхет бит ул!

Әсәйемдәге иң матур сифаттарҙың береһе – әйткән һүҙенә тоғро ҡалыу. Ялағайланыуҙы, кеше хаҡында насар һүҙ һөйләүҙе яратманы. Тағы ла ул беҙҙе донъя ваҡлыҡтарынан, ғәйбәт һүҙҙәрҙән өҫтөн булырға өйрәтте. Бала саҡта булған бер хәл иҫемдә уйылып ҡалған: мине бер нисә тапҡыр үсекләгән кеше тураһында әсәйемә ҡайтып әйттем. “Ә һин иғтибар итмә, ишетмәмешкә һалыш һәм бер нимә тип тә яуап ҡайтарма. Иҫең китмәүеңде күреп, ул бала үҙенән-үҙе үсекләүҙән туҡтаясаҡ, һинең менән булышмаясаҡ”, – тине ҡәҙерле кешем. Ошо аҡыллы кәңәше артабанғы тормошомда ла әллә күпме сетерекле хәлдәрҙә ярҙам итте. Өс бала әсәһе булараҡ, ҡыҙҙарыма, улыма ла гел әсәйемдең алтын һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм, ваҡ-төйәктән өҫтөн булырға өйрәтәм.

Әсәйемә һаулыҡ, күңел тыныслығы насип булһын, беҙҙең янда бәхетле, оҙон ғүмер кисерһен. Барлыҡ әсәләрҙе байрам менән ҡотлап, именлек теләйем!” – тине йырсы Резидә Әминева.

Фото: Р. Әминеваның шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас