Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2021, 09:00

Сәйет Билалов ҡаҙаҡ мәктәбендә башҡортса йырлаған

Йырсының әсәһе Ҡаҙағстанда йәшәгән саҡтарында тыуған яғын һағыныуын нисек баҫҡан?

Сәйет Билалов ҡаҙаҡ мәктәбендә башҡортса йырлаған
Сәйет Билалов ҡаҙаҡ мәктәбендә башҡортса йырлаған

Иртәгә байрам – Әсәйҙәр көнө. Ошо айҡанлы башҡорт йыр сәнғәтенең танылған артистары ҡәҙерле кешеләренә бәйле матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Билдәле йәш йырсы Сәйет Билаловтың әсәһе Нәтижә Рамаҙан ҡыҙы республикабыҙҙың матур төбәктәренең береһендә – Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуып үҫкән.

“Әсәйем туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә тәрбиәләнә. Ҡыҙҙар араһында иң олоһо булғас, бала саҡтан ата-әсәһенә ярҙамсы була, бар эштең дә нескәлеген төшөнә. Биҙәүсе-маляр һөнәрен алып, уның буйынса байтаҡ йылдар Ҡаҙағстан яҡтарында эшләп, йәшәргә тура килде. Беҙ мәктәптә ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә уҡыныҡ, үҙ-ара ла шулай һөйләштек. Әсәйем тыуған яҡтарын һағынған саҡта миңә гел генә башҡортса йырҙар йырлай торғайны. Шуларҙың береһен, “Томоролоп зәңгәр яулыҡ болғап поезд саба” тигәнен, ятлап алып, мәктәптә башҡортса йырлап ишеттерҙем.

Әсәйебеҙ – тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлөп төшмәгән көслө рухлы шәхес ул. Беҙҙе, өс баланы, яңғыҙ аяҡҡа баҫтырҙы, матур тәрбиә бирҙе, һөнәр алырға ярҙам итте. Әле ул беҙҙең янда, Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡәҙерле кешебеҙҙең эргәбеҙҙә булыуы – беҙҙең өсөн оло бәхет. Ныҡлы терәк-таянысыбыҙ ул, килендәренә хөрмәтле бейем, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартсәй һәм өләсәй.

Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған кеше булараҡ, беҙҙе лә көслө булырға, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Матур тәрбиәһе, йөрәк йылыһы өсөн әсәйебеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ! Ә инде матур байрам менән барлыҡ әсәйҙәрҙе ихлас күңелдән тәбрикләп, иң изге теләктәрҙе еткерәм: һаулыҡ, именлек һеҙгә! Ер йөҙөндәге иң бәхетле әсә булып, балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәгеҙ!” - типизге теләктәрен еткерҙе Сәйет Билалов.

Фото: Сәйет Билаловтың шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: