Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Ноябрь 2021, 22:30

Өфө халҡы “Елки-8” фильмын төшөрөүҙә ҡатнашты

Фильм ҡасан прокатҡа сығасаҡ? Был хаҡта проекттың режиссеры һәм продюсеры Антон Богданов һөйләне.

Өфө халҡы “Елки-8” фильмын төшөрөүҙә ҡатнашты

Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы “Торатау” конгресс-холы янындағы Яңы йыл шыршыһы янында “Елки-8” фильмының бер өлөшө төшөрөлдө.

Был иҫтәлекле ваҡиғала теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Проекттың режиссеры һәм продюсеры Антон Богданов етәкселегендә “Бөтә ил менән шыршы биҙәйбеҙ” тип аталған съемкала ҡатнашырға теләп килеүселәр бик күп булды. Улар ҡурай сәскәһе рәүешендә баҫып, Яңы йыл комедияһы кадрҙарына инеп ҡалды.   

Фильмды төшөрөүгә тотоноу алдынан Антон Богданов журналистар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

- Ошондай уҡ съемкалар Мәскәүҙә, Пермдә, Красноярскиҙа, Төмәндә һәм Саранскиҙа үтте. Яңы йылға арналған комедия прокатҡа 16 декабрҙән сығасаҡ, - тине ул.

Журналистар Антондан фильмдың Өфөгә ҡағылышлы өлөшөнөң сюжеты менән ҡыҙыҡһынды, әммә ул бының әлегә сер булып ҡалыуын теләне. Ул шулай уҡ фильмды әҙерләүсе бригаданың Өфөнөң бихисап матур урындарын төшөрөүе, Башҡортостандың баш ҡалаһын электән оҡшатыуы һәм Өфөнөң яңы фильмда бөтә матурлығында күренә аласағы тураһында белдерҙе. 

Артабан алдан әҙерләнгән майҙансыҡта эш башланды. Бындағы йәнле мөхиткә ҡарап, Яңы йыл комедияһының сираттағы фильмы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс буласағын аңларға мөмкин ине.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова