Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ноябрь 2021, 08:00

Тәүге тапҡыр сәхнәнән башҡарған йырым әсәйҙәргә арналғайны.

Тулҡынланып һәм ҡурҡып залға ҡараманым да тиерлек. Йырлап бөтөп, залға күҙ һалғайным... 

Тәүге тапҡыр сәхнәнән башҡарған йырым әсәйҙәргә арналғайны.
Тәүге тапҡыр сәхнәнән башҡарған йырым әсәйҙәргә арналғайны.

Билдәле йырсы Искәндәр Ғәзизов кисә билдәләнгән Әсәйҙәр көнөндә ғәзиз әсәһе тураһында матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. 

– Әсәйем Хәмдиә Хөснөтдин ҡыҙы Камалетдинованы Белорет районының Йөйәк ауылында һәр кем абруйлы уҡытыусы, уңған кеше тип белде һәм бөгөн дә ауылдаштар, уҡыусылары уны оло хөрмәт менән иҫкә ала. Кеше тураһында насар һүҙ һөйләмәҫ, ярҙамсыл, ихлас, эскерһеҙ ине ҡәҙерлебеҙ. Ул 37 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаны. Үкенескә ҡаршы, әсәйемдең ғүмере ҡыҫҡа булды: беҙ уны бынан 11 йыл элек юғалттыҡ. Атайым менән өс бала – апайымды, ағайымды һәм мине тәрбиәләп үҫтерҙеләр, белем биреп, оло тормош юлына оҙаттылар. Быйыл атайыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһын да кисерҙек.

Әсәйем тормошто яратҡан, шуҡ, шаян холоҡло кеше ине. Шул тиклем ябай, аралашыусан булды. Ошо сифаттары тулыһынса миңә лә күскән. Мине уҡытыусы йәки табип итеп күрергә теләһә лә, үҙе лә йыр-моңға, театрға мөкиббән ғашиҡ кеше булараҡ, сәнғәт юлын һайлауыма һис тә ҡаршы килмәне. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр сәхнәнән башҡарған йырым да әсәйҙәргә арналғайны.

Ҡолаҡта сыңлай һаман,

Өндәшә кеүек әсәм:

“Ауыр саҡтар бик күп була,

Түҙергә кәрәк, балам!” – тигән йырҙы башҡарғайным. Тулҡынланып һәм ҡурҡып залға ҡараманым да тиерлек. Йырлап бөтөп, залға күҙ һалғайным, оло йәштәге инәйҙәр, апайҙар араһында илап ултырыусылар ҙа бар ине...

Шул күңелгә йылылыҡ өҫтәй: әсәйем ижад юлымдың башын күреп, баһалап, тәүге уңыштарыма ҡыуанып өлгөрҙө. “Халыҡсан йырҙарға өҫтөнлөк бир, халыҡҡа яҡын бул”, – тигән кәңәштәрен тоторға тырышам. Ҡәҙерле кешемдең алсаҡ йөҙө, фәһемле һүҙҙәре – һәр саҡ күңел түремдә, - тип һөйләп үтте Искәндәр. 

Фото: йырсының шәхси архивынан. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: