Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Ноябрь 2021, 08:00

Фатиха

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА Хикәйә

Фатиха
Фатиха

— Ҡайҙа икән тиһәм, ах, һин һәптән бисә! Төшмәҫ тигәйнең мәллә эҙеңә? Ну-ка марш, өйгә! Тиҙ бул тием, ҡыбырла!
Мәрйәм үҙе артынан эҙәрлекләп төшкән иренең асыулы януарҙай йөҙ менән екеренеүенә йөрәге ҡабынып, ҡурҡып, аҙарынып телһеҙ ҡалды.

— Нимә мыштырлайһың, һаңғырауһың мәллә? Тор тиҙәр һиңә, ҡайт өйгә!
Нияз асыуынан аларған күҙҙәрен таҫырайтып, төкөрөгөн сәсеп урындыҡ ситендә бөршәйеп ултырған Мәрйәмгә яҡынланы.

— Нимә, мине хәҙер иргә лә һанамайһыңмы әллә? Әйттем бит, тор! Ҡайт! И ни шагу бүтән бында!
– Нияз?! Ни ҡыланыуың ул? Ҡәйнәм бит ныҡ ауырып китте. Өйөнә ут яғып, сәй генә эсерәйем тип килгәйнем дә. Хәҙер ҡайтырмын, ҡайта тор, йәме.
Мәрйәмдең баҫалҡы ғына тауышы, гүйә, асыулы усаҡҡа май булып сәселде. Йоҙроғон ҡаты төйнәгән Нияз эре аҙымдар менән Мәрйәмгә табан атланы.

— Эх, хәшәрәт бисә! Яҡшылыҡ менән аңламаһаң, күрһәтәйем әле күрмәгәнеңде!
Ҡорбанын эләктерергә ынтылған януарҙай, ҡапыл ынтылып, сәс толомо төбөнән матҡып тотоп та алды. Ауыртыуға сыҙамай сытырайып, ҡатын ирҙең сәс араһына уралған ҡулдарын тартҡылап маташты. Әле генә ҡулда тотҡан ҡайнар сәйле кәсә лә, низағты күтәрә алмағандай, иҙәнгә төшөп селпәрәмә килде.

— Нияз, ебәр тием! Ебә-ә-әр! А-а-ай! Хәҙер, хәҙер ҡайтам тинем бит! – Мәрйәмдең ялбарыулы тауышын ир ишетергә лә теләмәне.
– Нияз, балам, нишләүең был? Ҡуй, киленгә теймә. Теймә! – көс-хәл менән һөйләнгән Мәрғүбә ҡарсыҡтың һүҙҙәре ишетелмәй, иғтибарһыҙ ҡалды.
Ҡаҡса ҡына ҡатынының аяғын ергә тейгеҙер-тейгеҙмәҫ елтерәтеп соланға этте. Елкә төбөнөң умырылған бер ус сәсе ир ҡулында ҡалып, Мәрйәм тупһа ишегенең тотҡаһына бите менән барып һөрлөктө. Һалҡын ҡышта туңып торған тимер тотҡа ҡатындың аҫҡы ирененең бер ҡат тирен һыҙырып үҙендә алып ҡалды.

Ниһайәт, ире ҡулынан ысҡынып, быуынһыҙ һын һыуыҡ туң иҙәнгә йығылды.
— Хәҙер артымса ғына ҡайтмаһаң өйгә, ысмотрри, бисәкәй! Кире киләм, күрмәгәнде күрһәтәм! – Йылан кеүек ыҫылдай биреп әйтеп, арт һанына ҡаты ғына тибеп, ҡар өҫтөндә ауыр шығырлау эҙҙәре һалып сығып китте Нияз.

Солан ишегенең еткерә ябылмаған егенән ҡәйнәһенең һаман да: "Теймә киленгә, теймә-ә-ә-ә!" тигән ялбарыулы тауышын ишетеп, Мәрйәм әсенде.
Һыуыҡ ҡыш. Ҡасан ғына әле ошо тупһаға үҙе күтәреп килтереп мендәргә баҫтырып индергәйне Ниязы. Бөгөн килеп кәрәге бөткән әйберҙәй ҡанһыратып һыҙландырып һелтәп тә ҡуйҙы...

"Уйҙарға бирелеп уйланып ултырһаң, күп уйлап тормаҫ, килер теге убыр, ҡайтыр кәрәк!" – Мәрйәм туҙған сәстәрен рәтләп түбәһенә сөйөп урап, ҡаны тыммай ыҙалатҡан иренен яулығы ситен йыртып алып баҫып, өҫ кейемен инеп алған рәттән ҡәйнәһен дә тынысландырып ҡайтырға сыҡты.
Ҡайтыу тиеүе лә ҡыйын, юл аша ғына торалар ҙа бит. Ҡайныһы үлгәс, ҡәйнәһен бергә алырға теләгәйнеләр ҙә, Мәрғүбә ҡарсыҡ ҡырҡа ҡаршы торҙо. Ниязының да холҡҡонаһы ташҡа үлсәйем инде. Әллә ни эшләп әсәһен үҙһенмәй, үгәй ҙә түгел, үҙ әсәһе. Үрәпсей ҙә сыға Мәрйәм "ҡәйнәм" тип һүҙ башлаһа.

Мәрйәм һаҡ ҡына урам ҡапҡаһын асты. Мунса тупһаһында көрәк тотоп ниҙер эшләп йөрөгән ирен күреп өндәшмәй өйгә инеп китергә теләгәйне лә:
— Нимә, шымтояҡ бесәй шикелле генә инеп бараһың?! Кил әле бында! Минең эшкә тип сығып киткәнде көтөп торҙоңмо? Ә? Бының был яғына бер аяғыңды ла баҫаһы булма!

— Һуң, Нияз, ул бит һинең әсәйең!
— Төкөрҙөм мин уның әсәйлегенә! Башҡа балаларын вис байытып бөттө, миңә шиш! Улар ята йылы өйҙә әҙерҙе ашап, ә мин ат урынына егелеп эшләп, ишеү уны ла ҡарарға тейешме? Минән башҡа ете балаһы бар! Ҡараһындар! Миңә генә тимәгән!

— Улай тимә әле, Нияз! Өй һалғанда түбә ябыуға тип аҡса бирҙе, машина алғанда ла аҙ аҡса йомдорманы ҡулыңа, һыйырын да бер тин һорамай ҡыуып индерҙе кәртәгә, ҡарыуы ҡайтҡас. Уйла әҙерәк...

— Һин нимә?! Миңә аҡыл өйрәтергә булдыңмы, икәүләп ултырып миңә ҡаршы килергә булдығыҙмы? Килеп сыҡмаҫ, бисәкәй! Бар, сәйеңде ҡуй, бушты лығырҙап торғансы. Урманға барабыҙ утынға, котельныйға... Кеше әпсәһен әпәүләгәнсе үҙ әпсәңде эҙләп тап лутсы...

Мәрйәм Нияздың һуңғы һүҙҙәренән аңҡы-тиңке булып, күҙ алдары ҡараңғырып өйгә атланы. "Үҙ әсәм. Ҡайҙа икән һуң?"
Электр самауыры еңел шыжлап, һыуынып та өлгөрмәгән сәйен ҡабаттан ҡайнатты, табала ҡәйнәгә тип ҡойолған ҡоймаҡтан ҡалғаны тәмле еҫтәр сығарып шытырланы. Ҡулйыуғыс янындағы көҙгөгә яңылыш ҡына күҙ ҡарашы эләгеп, үҙен үҙе танымай, хатта бер аҙ ытырғанып ҡарап ҡуйҙы Мәрйәм. Тиреһе ҡуптарылып ҡанаған аҫҡы ирен шешеп һалынып төшкән, муйылдай ҡара күҙҙәр төпкә батып өңрәйеп ҡалған, ике сикә ситендәге һөйәк сурайып бит тиреһен һәлендереп элеп алған. Дөм ҡара сәстәр араһын аҡ юлаҡтар сыбарлай башлаған, ә бит уға әле ҡырҡ та юҡ.

– Нимә, үҙеңде тәүләп күрҙең мәллә? – Нияздың көлөмһөрәп тупһанан уҡ мыҫҡыллы өндәшеүе тертләтеп ебәрҙе. Ҡурҡышынан ҡулындағы табаһын саҡ төшөрмәй өҫтәлгә ҡуйҙы, белгертмәҫкә тырышып, йүгереп йөрөп тигәндәй өҫтәл әҙерләне.

— Ул бер йәне сығып барған әбейҙе ҡарап ваҡыт үткәргәнсе, ана, һарайҙағы малды ҡара! Вәт, исмаһам, аҡса! Йәшәрен йәшәгән, ундай йәшкә етһәм ми-и-ин! – Нияз Мәрйәм аңына һыймаҫ һүҙҙәрҙе теҙҙе лә теҙҙе.
Ишетмәҫкә теләп, ишеккә атлағайны ла:

— Һы, мин сәйҙе үҙем яһап эсергә тейеш штоли? – тиеүенә самауыр төбөнә килеп ултырыуҙан ары яй тапманы.

– Мәктәп котельныйына утын әҙерләйбеҙ, алмашсыны ҡалдырҙым урынға, урман эшенең аҡсаһы мулыраҡ, шуға. Малды үҙегеҙ ҡарап ябырһығыҙ, беҙ төнләп ҡайтырбыҙ ул...

Ҡатын бер ни өндәшмәне. Ҡарһаланып ашаған иренең ауыҙына ҡарап, бөгөнгө ҡылығының асылына төшөнә алмай аҙапланды. Ашанып туйып, "әпәрен" дә әйтмәҫтән һикереп тороп сығып киткән ире артынан ишек ябылыуға иркен һулап ҡуйҙы. Әйтерһең дә, муйынын һығып торған муйынса өҙөлдө.

Етеҙ генә йөрөп сәй урынын йыйыштырҙы, ҡапҡала ишек алдарын ҡырып ҡарҙан таҙаланы, ә күңеле һаман Нияздың үҙ әсәһенә нәфрәтенең сәбәбен эҙләне. Шулайыраҡ шул, электән ниңәлер гел ҡырын тартыр булды шул Нияз туғандары араһында, ылыҡманы тиерлек. Әллә бер имсәкте имеп үҫкәндәр шулай бер береһенә көнләшеүсән дә булып ҡуямы икән? Улай тиһәң, ҡайнағалары бер-береһенә ҡатышып татыу ғына йәшәй шикелле, ҡырҙа булғастары барын-юғын ҡайҙан беләһең инде?

Әле шул ҡәйнәһе ҡаты ауырып йығылғас, шылтыратҡайны ла һәр ҡайһыһына, һәр береһенең мең төрлө һылтауы: береһе командировкала, икенсеһенең эштәге алмашсыһы сирләгән, өсөнсөһөнөң ейәндәрен ҡалдырыр ере юҡ, дүртенсеһе бер айҙан ғына отпускыға сыға икән дә, бишенсеһе... Бишенсеһе бөтөнләй телефонды алыуҙы ла кәрәкле тапманы. Мәрйәмдән башҡа бер кем йәлләмәй, ахыры, Мәрғүбә әбейҙе. Эх, алып ҡайтып тороп көтһә ине, үҙ өйөндә. Тере йоҙаҡ булып сутырлашып ҡына йәшәрҙәр ине лә. Бынау Ниязы әллә ни эшләп ҡаты үҙ әсәһенә...
Урамға сығыуҙан тыйылып, мәктәптән ҡайтҡан улын өләсәһе янына хәл белешергә ебәреп күңелен бер аҙ тынысландырҙы. Әбей бер аҙ еңеләйеп, тороп ултырған икән дә.

Йүгертеп йөрөп мал тыуарға һыу эсереп, бесән һалып, ҡараңғы төшөүгә табан һарайға бикләп ҡуйҙы. Төнләп ҡайтыр ирен йылы аш менән һыйлау уйынан мул ғына итеп кәстрүлгә ит төшөрҙө, туҡмасын йәйеп киптерергә һалды. Сәсе йолҡолоп ялтырап ҡалған елкә төбөнөң һыҙлауын баҫырға тип яулыҡ та урап ҡараны, баҫылманы. Сәй эсәм тип ынтылған һайын ирене лә әсе һыҙлап йөҙәтте. "Тән яраһы төҙәлер..." Үҙ алдына үҙе шулай тип ҡуйҙы Мәрйәм.

Киске ашты ашап, йоҡларға урын йәйеп тә бөттөләр, Нияз һаман юҡ. Мәрйәм урамға сығып киске тын һауала ауыр техника – трактор тауышын тыңлап ҡараны. Ара-тирә өргән эттәрҙән башҡа бер ни ишетелмәй.

Йоҡлап ята тип әйтмәһен тип, солан утын һүндермәй генә яттылар. Тик Мәрйәмдең күҙенә йоҡо һис тә эленмәне. Берҙән, һыҙлаған баш яраһы йомшаҡ мендәрҙе "үҙ итмәне", ҡайһылай ятып ҡараһа ла, һулҡылдап тик торҙо. Ни тиклем бураланып сығып китһә лә, ире Нияздың имен генә ҡайтыуын теләне, тик яраһын ярып тоҙ һибеп киткәндәй һүҙҙәре тынғы бирмәне. "Үҙ әпсәңде эҙләп тап!" Эҙләмәнеме ни Мәрйәм? Кемдең ташландыҡ булғыһы килһен? Үҙен иҫ белгәндән алып көттө бит ул әсәй тигән изге йәнде, тик ул килмәне.

Эйе, Мәрйәм балалар йортонда үҫте. Тыуҙырған әсәһе бер остоҡ ҡағыҙ ғына яҙып, унан баш тартҡан, Мәрйәм ниңәлер гел көттө, килер кеүек ине. Бәлиғ булып үҫкән йорттан таралышҡан саҡта тәрбиәселәрҙән әсәһенең исем-шәрифен, йәшәгән адресын да белешеп сыҡты.

(ДАУАМЫ БАР).

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА хикәйәһе.

Фото: ksuksa-nn.livejournal.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: