Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Ноябрь 2021, 17:00

Әлфинә Ҡарағужина – Рәсәй конкурсы призеры

Ул II "Ишет, Рәсәй, беҙҙен тауыштарҙы" Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәренән нәфис тәржемә конкурсында икенсе урынды яуланы.

Әлфинә Ҡарағужина – Рәсәй конкурсы призеры
Әлфинә Ҡарағужина – Рәсәй конкурсы призеры

Өфөнән Әлфинә Ҡарағужина Рәмилә Торомтаеваның "Айырма" хикәйәһен рус теленә тәржемә итте. Ул башҡорт шиғырҙарын һәм әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү буйынса күптән шөғөлләнә. Ул шулай уҡ 2012 йылда төрки шиғриәтен урыҫ теленә тәржемә итеү буйынса “Аҡ торна” халыҡ-ара конкурсында лауреат булғайны.

Әйткәндәй, был конкурста шулай уҡ Фәрзәнә Аҡбулатованың әҫәрен рус теленә тәржемә иткән Нәйлә Аҡбулатова өсөнсө урынды яулаған.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Уларға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Әлфинә Ҡарағужинаның шәхси архивынан.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: