Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Ноябрь 2021, 13:00

Мөғжизә бар ул!..

Был мөмкинлекте уға Әсәләр көнөнә балалары һәм эшҡыуарҙар бүләк иткән. 17 декабрҙә телевизор ҡарағыҙ.

Мөғжизә бар ул!..

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән бүлеште:

“Мөғжизәләр яланы”на эләгеүе ауырмы? Аныҡ маҡсат ҡайһаң, был мөмкин. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, Шафран ауылынан инглиз теле уҡытыусыһы Фәнзилә Рәйес ҡыҙы Хажиғәлиева “Мөғжизәләр яланы” телешоуын төшөрөүҙә ҡатнашты. Тамашасы түгел, уйынсы сифатында. Әйткәндәй, ул күптән шоуҙа ҡатнашырға һәм уның билдәле алып барыусыһы менән танышырға теләй ине.

Уйынға ул яңғыҙы барманы, музыкаль ярҙам – Раевка сәнғәт мәктәбе директоры Наил Садиҡов менән юлланғайны. Ул ҡурайҙа шәп уйнаны һәм йәш талант Рамаҙан Садиҡов менән бергә йыр башҡарҙы.

Фәнзилә Рәйес ҡыҙы өсөн сәйәхәтте балалары ойошторҙо. Был Әсәләр көнөнә бүләк ине. Садиҡовтарға финанс йәһәттән иһә эшҡыуарҙар Ринат Зарипов, Илдар Ризванов, Нияз Алтынғужин ярҙам итте. Уларға бының өсөн ҙур рәхмәт! Яҡташтарыбыҙ барыһынан дә ҡәнәғәт ҡалғандыр, тип ышанам. Мөғжизә бар ул!”

Дамир Радик улы яҙыуынса, ысынлап та, мөғжизә бар ул! Әлшәйҙәр ҡатнашҡан “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуын 17 декабрҙә ҡарағыҙ. Сара бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы!

Фото һәм видео: Дамир Мостафиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова