Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Ноябрь 2021, 16:48

“Йырымды иң беренсе иремә тыңлатам”

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Моңло тауышлы, мөләйем йөҙлө Регина Төхвәтуллинаны ҡала һәм райондағы төрлө мәҙәни сараларҙа йыш күрәбеҙ. Күңелгә ятышлы тауышы, үҙен сәхнәлә тәбиғи тотошо менән күптән инде ул яҡташтарының күңелен яулаған. Ул ғына түгел, үҙе етәкләгән “Илһам” башҡорт вокаль төркөмө лә – уның хеҙмәт емеше.

 

Йырын йыш тыңлаһаҡ та, Регина Камил ҡыҙы менән әңгәмәләшергә тура килмәне. Сәхнәгә килеү юлы ғына түгел, өйөндәге, ғаиләһендәге ҡатын-ҡыҙ булараҡ та беҙҙе ҡыҙыҡһындырҙы.

 Ул – Ишембай ҡыҙы, Көҫәпҡолда тыуып үҫкән. Йырларға әүәҫлеге бәләкәйҙән килә. Балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ уны төрлө байрамдарҙы алып барыусы итеп ҡуялар, йырлауы ла үҙе белә-белгәндән. Ә инде мәктәпкә барғас, ҡала мәҙәниәт һарайындағы балалар фольклор түңәрәгендә шөғөлләнә.

– Әсәйемдең дә, өләсәйемдең дә тауышы матур, йәш саҡта икеһе лә йырланы. Өләсәйемдең кәйефе яҡшы булһа, көйләп ебәрер, тыпырлатып бейеп тә алыр ине. Ул әле иҫән, 94 йәштә. Әсәйем дә эшләгән сағында ҡала мәҙәниәт һарайына йыр ансамбленә йөрөнө. Уның менән бергәләшеп Өфөгә сығыш яһарға барған да булды, – тине ул, йырлы-моңло бала сағын хәтерләп.

Бишенсе класҡа тиклем 15-се мәктәптә белем ала, алтынсыға 2-се башҡорт гимназия-интернатына барырға ҡарар итә. Бәләкәйҙән дуҫлашып йөрөгән ике туған апаһының шунда уҡыуы ла уға был аҙымды яһарға йоғонто яһай. Сәхнәгә етди аҙымы, ынтылышы ла уның күңелендә тап ошонда уҡыған йылдарында барлыҡҡа килә.

– Ул көн бөгөнгөләй хәтеремдә. Гимназияла музыка уҡытыусым Мәрйәм Солтанова булды. Бер дәрес ваҡытында ул “Атайыма” тигән йырҙы өйрәтеп, бергәләп ошо йырҙы башҡарырға ҡушты. Ә үҙе парталар янынан үтеп, һәр ҡайһыбыҙҙың йырлағанын иғтибар менән тыңлап йөрөй. Минең эргәмә килеп еткәс, туҡталды ла оҙаҡ ҡына итеп тауышымды тыңлап торҙо. Аҙаҡ: “Дәрес­тәрең бөткәс, минең яныма инерһең”, – тине. Ошо ваҡиғанан һуң йыр менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Тәүҙә гимназиялағы хорға йөрөнөм, аҙаҡ айырым йырлай башланым. Сәхнәгә, йыр донъяһына аяҡ баҫыуым өсөн мин иң элек музыка уҡытыусым Мәрйәм Солтановаға рәхмәт әйтәм, – тине Регина Камил ҡыҙы.

 Һөнәрен тап сәнғәт менән бәйләргә тигән ҡарары ла уның мәктәп йылдарында барлыҡҡа килә. Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумында хор бүлеген уңышлы уҡып сығыуға, уны тыуған яғында эшкә көтөп торалар. 2004 йылда хеҙмәт юлын ҡала мәҙәниәт һарайында башлап ебәрә.

Оҙаҡ та үтмәй, йәш, һәләтле ҡыҙ вокал буйынса “Илһам” башҡорт эстрада төркөмөн ойоштора. Әйт­кәндәй, был төркөмдөң сығыштарын да байрамдарҙа йыш күрәбеҙ. Уның составы үҙгәреп торһа ла, тамашасылар күңелендә үҙ урынын тапҡандар.

– Төркөмгә килгәндәрендә баш­ҡортса һөйләшмәһәләр ҙә, аҙаҡ сәхнәгә сығып, матур итеп туған телдә йырлап ебәреүҙәре шул тиклем күңелгә яҡын, уларға ситтән һоҡланып ҡарап торам хатта. Йырсыларыбыҙҙың составы үҙгәреп тора, бүтән төбәккә эшкә юлланалар, күсеп китәләр. Шуға бөгөн дә төркөмөбөҙгә йәштәрҙе көтөп ҡалам. Йырларға яратҡан егеттәр, ҡыҙҙар беҙгә килһен ине, – ти Регина.

Һәләт менән тырышлыҡ булғанда, уңыш та оҙаҡ көттөрмәй. “Илһам” ансамбленең ҙур конкурстарҙа урын яулауы ла ошо хаҡта һөйләй. Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһында уҙғарылған “Исемләп бөтәһен дә хәтерләйек” тип аталған хәрби-патриотик һәм һалдат йырҙарының 13-сө төбәк фестиваль-конкурсында Ишембай егеттәре, башҡорт һәм рус телдәрендә ике йыр башҡарып, икенсе урынды яулап ҡайта.

Регина үҙе лә йырсы булараҡ үҫә. Быны төрлө конкурстарҙа яулаған уңыштары ла дәлилләй. Иң тос ҡаҙаныштарының береһе – бер нисә йыл элек Яңауылда Радик Гәрәев исемендәге асыҡ республика вокалсылар конкурсында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булыуы. Унда Регина, башҡорт халыҡ йыры “Сәлимәкәй”ҙе башҡарып, еңеү яулай.

Быйыл республикабыҙҙа беренсе тапҡыр уҙғарылған ретро-шлягер конкурсында ла Регина Төхвә­туллинаның беренсе урынға сығыуын яҡташтары онотмағандыр әле.

– “Ретро-шлягер” конкурсында беренсе урынды яулағаным өсөн миңә телевизор бүләк иттеләр. “О, бүләк ҡайһылай шәп!” тип таныштар шылтырата, ҡотлай. Минең өсөн унда телевизор түгел, ә Фидан Ғафаров, Азамат Тимеров, Рәсүл Ҡарабулатов кеүек билдәле йырсыларҙан торған мәртәбәле жюри алдында сығыш яһап, уларҙың юғары баһаһын алыу ҡиммәт ине, – тип конкурстан алған ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты йырсы.

Бар булмышын йыр биләгән Регина үҙенең сәхнәһеҙ йәшәй алмауын күптән аңлаған.

– Сәхнәһеҙ тора алмауымды, күңелемдең шунда тартылыуын икенсе улым менән декрет ялында ултырған сағымда аңланым. Сәнғәт донъяһын һағыныуым арҡаһында улыма ике йәш тулыу менән эшкә сыҡтым, – ти ул.

Сибәр, мөләйем, моңло Ишембай һандуғасы эше менән генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле. Тормош иптәше Альберт менән бергә ғүмер итеүҙәренә быйыл – 15 йыл. Бәхетле ғаиләлә Данил менән Асҡар исемле ике ул үҫә. Өлкәне 2-се башҡорт гимназия-интернатында VIII класта уҡый, бәләкәсенә өс йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.

– Тормош иптәшем йәшерәк сағында үҙе лә “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейене, шуға күрә эшемдең ауырлығын, үҙенсәлеген белә, аңлай. Тамашасыларға сығарыр алдынан йырымды ла иң беренсе уға тыңлатам. Иремдең музыкаль белемле булыуы миңә ныҡ ярҙам итә, – ти Регина.

Әңгәмәсемде хатта өйҙә лә йырһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ашарға бешергәндә лә уның күңеленән моң түгелә. Сәнғәтте, матурлыҡты яратҡан кешенең йөрәге лә асыҡ, ихлас. Өйҙә балалары өсөн ул – шат күңелле, матур әсәй.

– Элегерәк балаларға талапса­ныраҡ була торғайным. Хәҙер йәш өҫтәлә бара йомшара башлағанымды тоям. Әлбиттә, һәр ижади кеше һымаҡ, минең дә кәйефем төшөп киткән ваҡыт була, ләкин үҙемде ҡулға алырға һәм яҡындарыма уны күрһәтмәҫкә тырышам, – ти Регина.

 Ғаиләһе генә түгел, туғандары, дуҫтары ла уны тирә-яҡҡа яҡшы кәйеф таратҡан алсаҡ кеше итеп белә. Тормош, көндәлек мәшәҡәттәр баҫҡан заманда йырҙары менән күңелдәребеҙҙе иреткән, рухлан­дырған Регина Төхвәтуллина яҡташтарын киләсәктә яңынан-яңы йырҙары менән дәртләндерһен, уның уңыштары ҙур-ҙур сәхнәләрҙә ишетелеп торһон.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

 

Ишембай районы.

Читайте нас: