Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Декабрь 2021, 10:00

Айгиз Баймөхәмәтов яңы эшкә тотонған

Был йыйынтыҡҡа мәктәп йәшендәге балалар өсөн мауыҡтырғыс хикәйәләр тупланған.

Айгиз Баймөхәмәтов яңы эшкә тотонған
Айгиз Баймөхәмәтов яңы эшкә тотонған

Өфөлә татар яҙыусыһы Рөстәм Ғәлиуллиндың башҡорт телендә "Гипнозсы малай" тигән китабы донъя күрҙе. Китапты билдәле яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов тәржемә иткән, рәссам Альбина Таҡалова биҙәгән. Йыйынтыҡҡа мәктәп йәшендәге балалар өсөн мауыҡтырғыс хикәйәләр тупланған.

"Рөстәм Ғәлиуллиндың әҫәрҙәре ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Икенсенән, әҙәбиәт һәр саҡ беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ күпере булды. Рөстәм Ғосман улы - әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур көс һалған талантлы яҙыусыларҙың береһе" , - тип билдәләне тәржемә авторы.  

Рөстәм Ғосман улы Ғәлиуллин (1987) - билдәле татар прозаигы, Муса Йәлил исемендәге Татарстан дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, "Казан утлары" журналының баш мөхәррире.

А. Баймөхәмәтов фотоһы.

Айгиз Баймөхәмәтов яңы эшкә тотонған
Айгиз Баймөхәмәтов яңы эшкә тотонған
Айгиз Баймөхәмәтов яңы эшкә тотонған
Айгиз Баймөхәмәтов яңы эшкә тотонған
Айгиз Баймөхәмәтов яңы эшкә тотонған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: