Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Декабрь 2021, 09:00

Хәниә Фәрхигә музей асылды

Байрамда Хәниә Фәрхиҙең әсәһе Фәниә апай, тормош иптәше Ғәбделхәй Биктаһиров, ҡыҙҙары Әлиә һәм Алһыу, яҡындары, туғандары, йырсының ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.

Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды

Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында йырсы, композитор, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи хөрмәтенә музей асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, “ЛУКОЙЛ” йәмғиәте вәкиле Сергей Вилисов, Хәниә Фәрхиҙең әсәһе - 92 йәшлек Фәниә апай, тормош иптәше Ғәбделхәй Биктаһиров, ҡыҙҙары Әлиә һәм Алһыу, яҡындары, туғандары, йырсының ижадын һөйөүселәр һәм музейҙы асыуға күп көс һалған кешеләр ҡатнашты.

Тантана барышында музей булдырыуға тос өлөш индергән кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Унда сығыш яһаусылар Тәтешле һандуғасы Хәниә Фәрхлислам ҡыҙын яҡшы һүҙҙәр менән генә телгә алды. Артистың яҡташтары иһә Хәниә Фәрхиҙең репетуарынан йырҙар башҡарҙы. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әлфиә Шәйнурова ҡатын-ҡыҙҙарҙы Әсәләр көнө менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.

– Ой, мин был музейҙың асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөм. Бөтә районға, ошо иҫкә алыу кисәһен ойоштоусыларға, барлыҡ килгән ҡунаҡтарға сикһеҙ рәхмәт, сөнки улар Хәниә апайымды онотмайҙар, яратып һәм хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апайымдың был яҡты донъяны ташлап китеүенә дүрт йыллап ваҡыт үтте инде. Әммә мин ышанам, яҡташтары ғорурланғаны өсөн Хәниә апайым бик шатлана, — тине йырсының бер туғанының ҡыҙы Ғәлиә Ибәтуллина.

Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина был музейҙы асыуға бик күп көс һалды. Быйыл апрелдә уның менән осрашҡанда ул ошо хаҡта уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Шуға ла был сарала Фирүзәгә лә рәхмәт әйтеүселәр күп булды, шулай уҡ социаль селтәр аша ла уның тырышлығын лайыҡлы баһаланылар. Мәҫәлән, Роза Сабирова-Вилданова: “Фирүзә ысын күңелдән апайында үҙ ҡаны барлығын күрһәтте, һүҙ менән түгел, ә эше менән. Бәхетле, ғүмерле булһын. Көс һалған барлыҡ кешеләргә рәхмәт. Беҙгә бик йыраҡ, күреп булмай, шулай булһа ла, мин бик шат”, – тип яҙған.

Хәниә Фәрхи музейының ишеге һәр кем өсөн асыҡ, унда уның тормошона ҡағылған күп әйберҙәр урын алған, шәжәрәһе лә ҡуйылған. Йырсының музейы Балалар ижады үҙәге бинаһында урынлашҡан – Үрге Тәтешле районы, Ленин урамы, 86-сы йортта.

Фотолар: Хәниә Фәрхиҙең социаль селтәрҙәге диуарынан, Тәтешле район хакимиәтенең “Бәйләнештә” төркөмөнән.

 

Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Хәниә Фәрхигә музей асылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: