Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Декабрь 2021, 15:00

“Т” хәрефенә хикәйә

Туҡтатмайыҡ, табайыҡ, тамамламай торайыҡ!.. Бәлки, уҡыусыларыбыҙ араһында дауам итә алған тапҡырҙар һәм маһирҙар табылыр.

“Т” хәрефенә хикәйә
“Т” хәрефенә хикәйә

Тартай теленән таба тигәндәй, тиктомалға телләшеп тиргәшкән Таһир тракторының тәҙрәһенә текләп төбәлде. Тағы тик тормай, тәгәрмәсен типкеләне, тросын тырышып таҡты. Танауын тарта-тарта тирләп, тимерлектән таҡталарын, түмәрҙәрен ташып, тракторына тейәне. Тик торғанда тәмәкеһен тоҡандырып төтәтте.

Таһирҙың теләге тиҙерәк тыуған төйәгенә, туғандарына тартылды. Телефонын табып, тибенлектә төртәңләгән тайын, тәкәләрен, тана-торпоһон Тимербайҙан теүәлләтте. Текә тау тирәләй тырылдай-тырылдай түбәнгә – тигеҙлеккә табан туралап тартып төштө. Туғай тапҡырында тәгәрмәсе түңгәккә төртөлөп туҡтағас, туйтаңлап төшөп, таллыҡтан тырышып-тырмашып тороп, төлкө табып, тотоп, төйгөсләп, тоҡҡа тығып тейәгәс, тағы тракторын тоҡандырып тиҙләтте.

Тәүҙә Төркмәндәге туғандарына туҡталып, төлкөһөн тунап, тиреһен Тимурға тотторғас, төшкө табын түрендә туҡмаслап тамағын туйҙырҙы, тауыҡ тәпәйен тәмләгәс, тынысланып тахтаға тәгәрәне.

Таңға табан торһа, табаны туңған, танауы тоноп тымаулаған. “Тағы тамаҡтағы тәмде тоймайым, температуралайым, тәки тажзәхмәттер, тиҙерәк табипҡа”, - тине Таһир туғандарына.

Табип тикшергәс тә тынысландырҙы Таһирҙы. “Тимәк, теңкәгә тейеп торған тажзәхмәт түгел”, - тине табип Туҡтағолов.

Тамам.

 

“Т” хәрефенә был үҙенсәлекле хикәйәне Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан Рәбиға ТАҺИРОВА яҙып ебәргән. Бәлки, уҡыусыларыбыҙ араһында уны дауам итә алған тапҡырҙар һәм маһирҙар табылыр. Туҡтатмайыҡ, табайыҡ, тамамламай торайыҡ!  

Фото: alfavit-v-podelkah.blogspot.com

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: