Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2021, 23:00

"Һикһән ҡатнашыусының барыһы ла – еңеүсе"

Мәшһүр диктор Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған конкурстың йомғаҡлау этабы нисек үтте?

"Һикһән ҡатнашыусының барыһы ла – еңеүсе"
"Һикһән ҡатнашыусының барыһы ла – еңеүсе"

Бөгөн Учалыла мәғариф учреждениелары уҡыусылары араһында “Диктор тауышы” төбәк-ара алып барыусы-дикторҙар конкурсының йомғаҡлау этабы тамамланды.

Сара Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән замандашыбыҙ, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының мәшһүр дикторы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналды.

Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған конкурста Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең төрлө райондарынан 80 уҡыусы ҡатнашты. Финалға сыҡҡан 18 кеше күренекле дикторҙың тыуған ерендәге сәхнәнән оҫталығын күрһәтте.

Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Әхәт Мортазиндың хәләл ефете, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, ағаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Байғарин, БЮТ-ның махсус хәбәрсеһе Гүзәл Ситдиҡова, дикторҙың бер туғаны Радик Мортазин бар ине. Халыҡ артисының туғандары үҙҙәренең хәтирәләре, уның тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән уртаҡлашты.

Уҡыусылар текстарҙы оҫта итеп уҡыны, яңылыҡтар таҫмаһын яттан һөйләне.

– Минеңсә, 80 ҡатнашыусының барыһы ла – еңеүсе, сөнки туған телдең мөһимлеген аңлайһығыҙ, уға ихтирам-хөрмәт менән ҡарайһығыҙ, тимәк, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте йәшәйәсәк һәм быуындан-быуынға тапшырыласаҡ, – тине уҡыусыларға Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Конкурстың беренсе этабы муниципаль кимәлдә онлайн тәртибендә үтте. Унан һуң иң яҡшы видеояҙмалар Өфөгә ебәрелде. Башҡортостан телевидениеһы белгестәренән торған жюри еңеүселәрҙе һайлап алды. Улар – Әлшәй районынан Байрас Сәләмов, Өфөнән Арыҫлан Ҡырымсурин, Учалы районының Ураҙ ауылынан Линиза Шәйхетдинова, Сибайҙан Арыҫлан Мәхмүтов.

Сараның аҙағында конкурсанттар Яңы Байрамғол ауылы мәктәбендәге Әхәт Мортазиндың музейында булды.

Фото: Учалы районы хакимиәте.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: