

Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Мариинка театрының ҡуйыусы режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Иркин Ғәбитовҡа Башҡортостандың юғары дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Ул – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының саҡырылған ҡуйыусы режиссеры.
Республика Хөкүмәте етәксеһе режиссерға күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге, мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙҙең Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйған бөтә спектаклдәрегеҙ ҙә ҙур уңыш менән барҙы. "Ҡаһым түрә" "Алтын битлек" фестивалендә күрһәтелде, ә "Салауат Юлаев" операһы Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығына башҡорт мәҙәниәтенә ысын бүләк булды, – тине А.Назаров.
И. Ғәбитов Башҡортостандың юғары дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев орденын алыу тормошонда мөһим этап булып торғанын билдәләне һәм хеҙмәтен шулай юғары баһалағандары өсөн республиканың, театрҙың етәкселегенә рәхмәт әйтте.
– Башҡорт милли классикаһына нигеҙ һалған бөйөк композиторығыҙ З.Исмәғилевкә лә рәхмәтлемен, – тине ул. – Ул ижад иткән масштаблы опералар бөгөн дә республиканың визит карточкаһы булып тора. Башҡортостанға һәр саҡ ҙур ҡәнәғәтлек менән киләм һәм уны ватаным тип һанайым, – тине билдәле театр режиссеры.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news